Роналдо: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Роналдо" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Роналдо''' (порт.-браз. <span lang="pt" style="font-style:italic;">Ronaldo</span>; тулы исеме  — '''Роналду Луис Назариу ди Лима'''<ref>{{БРЭ|статья=Роналдо|id=3514735|автор=Линдер В. И.|том=28|страницы=648}}</ref>, порт.-браз. <span lang="pt" style="font-style:italic;">Ronaldo Luís Nazário de Lima</span>; [[22 сентябрь]]<ref>Официально был зарегистрирован [[22 сентября]].</ref>, [[1976 йыл]], [[Рио-де-Жанейро]], [[Бразилия]])  — Бразилия [[Футбол|футболсыһы]], һөжүмсе. Бик күп футбол ойошмалары, белгестәре һәм спортсылары фекере буйынса, футбол тарихында иң яҡшы уйынсыларҙың береһе булып тора<ref>[http://news.bbc.co.uk/sport2/hi/football/3533833.stm Fifa names greatest list]</ref><ref>[http://www.englandfootballonline.com/TeamHons/HonsWldSocPlyrsCent.html England Player Honours — World Soccer Players of the Century]</ref><ref>[http://news.sport-express.ru/2010-10-18/394742/ Паоло Мальдини: Марадона и Роналдо — самые великие, с кем я играл]</ref><ref>[http://www.sportsdaily.ru/news/buffon-ronaldo-silnee-ibragimovicha-39685 Буффон: Роналдо сильнее Ибрагимовича] // «Спорт — день за днём»</ref><ref>[http://www.sports.ru/football/1022074249.html Мирослав Клозе: Для меня Роналдо был наиболее совершенным игроком из всех]</ref>.
 
Ике тапҡыр донъя чемпионы, донъяның вице-чемпионы, Castrol Index тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы футболсы<ref>{{Cite web|url=http://www.fifa.com/tournaments/archive/worldcup/southafrica2010/news/newsid=1223190/index.html|title=Legends set the standard|author=|date=|publisher=FIFA.com}}</ref><ref>Исследования проводились начиная с чемпионата мира 1966.</ref>, 1998 һәм 2020 йылғы донъя чемпионаттарының иң яҡшы футболсыһы, 2020 йылғы донңя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры, донъя чемпионаттарында индерелгән туптар һаны буйынса экс-рекордсмен (2014 йылдың уны Мирослав Клозе уҙып китә), донъя чемпионаттарында футболист бер гол генә булһа ла гол индергән матчтар һаны буйынса рекордсмен<ref>Наряду с [[Клозе, Мирослав|Мирославом Клозе]].</ref><ref>{{Cite web|url=https://en.wikipedia.org/wiki/FIFA_World_Cup_records|title=FIFA World Cup records|author=|date=|publisher=}}</ref>, бөтә халыҡ-ара турнирҙарҙа гол индереү буйынса рекордсмен, ФИФА һәм World Soccer версияһы буйынса өс тапҡыр йылдың иң яҡшы футболсыһы, ике тапҡыр «Алтын туп» эйәһе, «Алтын бутса» хужаһы, донъяның 100 иң яҡшы футболсыһы исемлегенә индерелгән һәм «World Soccer» (1999 йыл) журналы версияһы буйынса 13-сө урында, Итальян футболсылары ассоциацияһы версияһы буйынса (1998-20071998—2007) А Серияһында ун йыллыҡтың иң яҡшы уйынсыһы<ref>[http://www.championat.ru/football/article-18202.html Итальянские оскароносцы] {{Wayback|url=http://www.championat.ru/football/article-18202.html|date=20080603191126}} // Чемпионат.ру</ref>, goal.com (2000-20092000—2009) порталында тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, 17 йәшендә донъя чемпионаты еңеүсеһе булған Пеле менән бер рәттән ун йыллыҡтың иң яҡшы уйынсыһы<ref>[http://goal.com/en/news/2804/goalcom-player-of-the-decade/2010/01/01/1719502/ronaldo-is-goalcoms-player-of-the-decade Ronaldo Is Goal.com’s Player Of The Decade — Goal.com]</ref>, Ромарио һәм Джеффри Херст кеүек үк йыйылма командаларҙың халыҡ-ара турниры финалында хет-трик эшләүсе.
 
== Иртә йылдары ==
Роналдо Луис Назариу ди Лима Бенто-Иберо, ярлы биҫтә [[Рио-де-Жанейро]]<nowiki/>ның Бенто-Рибейро тип аталған ярлы өлөшөндә[[1976 йыл]]<nowiki/>дың [[18 сентябрь|18 сентябрендә]] тыуа, әммә бары тик [[22 сентябрь|22 сентябрҙә]] генә рәсми теркәлә. Әсәһе уға исемде акушер Роналду Валента хөрмәтенә бирә.
 
Роналдо 6 йәшендә футбол уйнай башлай, һ йәшендә атаһы уға күн туп бүләк итә, ә 12 йәшендә ул «Валкейр» балалар спорт футзал клубыуның даими уйынсыһы була. Артабанғы йылдарҙа Роналдо футбол залын «Сан-Кристован» командаһында ҙур футболда уйнауы менән аралаштыра. Ике турнирҙың да иң яҡшы һөжүмсеһе булып, ул ҙур футболды һайларға ҡарар итә. Һуңынан, бер ни тиклем ваҡыттан һуң матбуғатта «яңы [[Пеле]]<nowiki/>» тыуыу ихтималлығы тураһында тәүге иҫкә алыуҙар күренә башлай.
 
== Крузейро ==
[[1993 йыл|1993 йылда]]да Роналдо тәүге профессиональ футбол клубы  — «Крузейро»ға күсә, трансфер суммаһы 50 000 [[АҠШ доллары]] тәшкил итә. Был клубта 1993 йылдың июленән 1994 йылдың авгусына тиклем ул 57 гол индерә (уларҙың 44-е  — рәсми уйындарҙа), клубтың иң яҡшы бомбардир булып таныла һәм көйәрмәндәрҙең, Европа клубтары белгестәренең етди иғтибарын йәлеп итә. «Байя» клубында ҡаршы бер уйында Роналдо биш гол индерә һәм бер уңышлы пас бирә.
 
== ПСВ ==
 
=== Тәүге миҙгел ===
[[Нидерланд|Голландия]] ПСВ-һына (футбол клубы) Роналдо [[1994 йыл]]<nowiki/>дың июлендә 5 миллион фунт стерлингҡа күсә. Тиҙҙән уның менән менән Nike компанияһы бағыусылыҡ килешеүе төҙөй. [[Нидерланд теле|Голланд теле]]<nowiki/>н белмәүгә һәм акклиматизацияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Роналдо дебют миҙгелендә үк, 17 йәшендә, Голландия чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була, ә уның командаһы өсөнсө урынға сыға.
 
[[1995 йыл]] башында президент Миландың «Интер»ы президенты Массимо Моратти ПСВ менән бразилиялы уйынсыны һатып алыу өҫтөнлөгө тураһында килешеү төҙөй. Ошо уҡ йылдың яҙында Роналдо, Миланда ялда булғанда, Моратти менән осраша.
 
=== Икенсе миҙгел ===
 
==== Йәрәхәтле тубыҡ ====
Икенсе миҙгелдә Роналдоның эштәре хөртөрәк бара, уның командаһы тағы ла чемпионатта өсөнсө була, ә үҙенең тубығы ауырта башлай. Күнекмәләре бер нисә көнгә туҡталып ҡала, әммә был да ярҙам итмәй, уйынсының физик формаһы насар була һәм тубығына операция талап ителеүе асыҡлана. [[1996 йыл]]<nowiki/>дың февралендә операция үткәрелә, Роналдо 4 ай уйындан төшөп ҡала, уның өсөн миҙгел тамамлана. Бразилия йыйылма командаһы форвардф Ромарио Роналдоға үҙен дауалаған физиотерапевт Нилтон Петронеға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Роналдо Эйндховендан клиникаға, 90 көнлөк интенсив физиотерапия курсына китә. Ошо ваҡыт эсендә ул тренажер залында шөғөлләнә һәм бассейнда йөҙә.
 
==== Кире ҡайтыуы ====
Һөҙөмтәлә форвард Голландия Кубогы финалына өлгөрә, әммә баш тренер Дик Адвокат уны ул матчта алмашҡа ғына сығарып, уйынға бер нисә минут ҡына бирә. Шунан һуң Роналдо ПСВ-нан икенсе клубҡа күсергә ҡарар итә.
 
== «Барселона» ==
Юл 30 ⟶ 31:
 
=== Күсеүе ===
Атланталағы Олимпия уйындарында Бразилия йыйылма командаһы бронза миҙал яулай, ә Роналдо командала иң яҡшы уйынсыларҙың береһе була. «Барселона» ПСВ-ға трансфер тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итә, Голландия клубы, быға тиклемге килешеүгә ярашлы, «Интер»ға каталондарҙың тәҡдименән 20 миллион доллар артыҡ түләп, уйынсыны һатып алырға тәҡдим индерә. Массимо Моратти сумманы артыҡ ҙур һанап, уйынсы һатып алыуҙан баш тарта. Һөҙөмтәлә «Барселона»[[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ]] -та уҡ Роналдо менән контракт төҙөй. Шулай уҡ Nike та уның менән яңы контрактын яңырта.
 
=== Клуб өсөн уйын ===
 
==== 1996 йыл ====
Роналдо өсөн яңы клубтағы беренсе уйын иптәштәрсә матч була, шунан чемпионат башлана һәм ул уның өсөн уңышлы була - — голдар индерә башлай. Ул йылдарҙа Испания чемпионатының уртаса көслө «Компостела» командаһына ҡаршы уйында Роналдо ҡаршы яҡ уйынсыһынан үҙ яланында уҡ тупты тартып алып, футболкаһына йәбешеп саҡ аяҡтан йыҡмаған ҡаршы яҡ уйынсыһынан ҡасып, барлыҡ һаҡ уйынсыларын үтеп, ҡапҡасыны албырғатып 11 метрҙан гол индерә. Йыл һуңына тиклем ул яҡшы уйын күрһәтә һәм һуҙумтәлә беренсе тапҡыр ФИФА версияһы буйынса планетаның иң яҡшы уйынсыһы тип таныла.
 
==== 1997 йыл ====
1996/97 йылдар миҙгеле башында уйынын уңышлы башлап, Роналдо уны яңы миҙгелдә лә дауам итә. Миҙгел тамамланғанда иң яҡшы уйынсы иҫәбендә 49 уйында 47 гол була. Уның голдары арҡаһында клуб Кубоктар кубогында һәм Испания кубогында еңеү яулай. Роналдо үҙе 37 уйында 34 гол индереп Испания чемпионатының иң яҡшы һөжүм итеүсе булып таныла һәм «Алтын бутса» яулай.
 
== «Интернационал»да ==
 
=== Күсеүе ===
[[1997 йыл]]<nowiki/>дың июлендә Роналдо Миландың «Интер» клубына күсә. Уның өсөн «Барселона»ға 25 миллион фунт стерлинг түләйҙәр<ref>[http://www.transfermarkt.co.uk/en/spieler/3140/ronaldo/transferdaten.html Трансферы Роналдо]</ref>, был сумма ул ваҡытта рекорд була. Клубтың штаб-фатиры эргәһендә футболсыны 10 000 көйәрмән ҡаршы ала, команданың күнекмәләр үҙәгендә тағы шунса кеше көтә. Роналдо яратҡан 9-сы номеры урынына 10-сы номерҙы ала. Арҡаһына Ronaldo исеме яҙылған футболкаларҙы фанаттар тиҙ арала һатып алып бөтә.
 
=== Клуб өсөн уйын ===
 
==== 1997/1998 йылдар миҙгеле ====
Клубты һәм чемпионатты алмаштырыу Роналдоға кире йоғонто яһамай. «Пьяченца» менән уйындағы хет-трикы өсөн фанаттары уға Феномен ҡушаматын бирә. 1997 йыл йомғаҡтары буйынса Роналдо «Алтын туп» ала һәм тарихта беренсе тапҡыр ФИФА версияһы буйынса икенсе тапҡыр йыл уйынсыһы тип таныла. «Интер» чемпионлыҡ өсөн көрәштә «Ювентус»тан еңелә һәм икенсе була, шулай уҡ клуб, ярымфиналға Мәскәүҙең «Спартак» командаһын еңеп, УЕФА Кубогына лайыҡ була.
 
==== 1998/1999 йылдар миҙгеле ====
1998/1999 йылдар миҙгеле алдынан командала номерҙар алмаштырыла һәм Роналдо 9-сы һанын ала. Бразилиялы [[1998 йыл|1998 йылда]]да «ФИФА йыл уйынсыһы» исеменә тауыш биреүҙә [[Зидан Зинедин|Зидан]]<nowiki/>дан ҡалышып, икенсе урын ала. «Интер» ул миҙгелдә дүрт тренер алмаштыра, бер генә титул да яуламай һәм чемпионатта ни бары 9-сы була. Роналдоны шул миҙгелдә уң аяғының тубығы ауыртыу борсой башлай, уйынға уколдар ҡаҙап ҡына сыға, әммә, ауыртыу даими булмағанлыҡтан, Нилтон Петрон операция эшләтергә икәңәш итмәй.
 
==== 1999/2000 йылдар миҙгеле ====
Яңы миҙгел Роналдо өсөн, тубығы ауыртыуға ҡарамаҫтан, яҡшы башлана. Әммә «Лечче»ға ҡаршы уйын операция кәрәклеген күрһәтә. Операция [[Париж]] клиникаларының береһендә үткәрелә һәм төҙәлеү өсөн 4 ай ваҡыт кәрәк була. Тергеҙелеү ваҡытында Роналдо ҡатынының йөклө булыуын белә һәм: «Минең улым мине ҡырҙа күрәсәк», - — тип вәғәҙә итә. Рональд улы [[6 апрель|6 апрелдә]], Роналдо уйнарға сығырҙан алдараҡ тыуа. [[12 апрель|12 апрелдә]] «Интер» Италия Кубогы финалында «Лацио» менән уйнарға тейеш була. Табиптар Роналдо бары тик 20 минут ҡына уйнай ала, тип белдерә.
 
Роналдо «Лацио»ға ҡаршы уйнарға сыға, уйын яҡшы башлана, ул бер нисә хәүефле мәл тыуҙыра. Бер мәлде ул газонға ҡолай һәм тубығына йәбешә, күҙҙәреннә йәш килеп сыға. Уны носилкала алып китәләр; уның өсөн матч һәм миҙгел тамамлана.
 
Тикшереүҙәр тубығының һыныуын асыҡлай. Уйынсы карьераһы хәүеф аҫтында ҡала. Роналдоны Парижға күсерәләр, тағы етдиерәк, тергеҙелеү ваҡыты кәмендә бер йылға һуҙыласаҡ операция талап ителә.
 
Роналдоға көйәрмәндәре, командалаштары, яҡындары һәм дуҫтары рухи яҡтан терәк була . Бразилиялыға [[Зидан Зинедин|Зинедин Зидан]], ә Миланға ҡайтҡач [[Пеле]] килә; Бразилия президенты уға тиҙ арала һауғыу теләй. [[2000 йыл]]<nowiki/>дың мартында Роналдо «"Маракан»"да Михаэль Шумахер һәм Зико ҡатнашҡан иптәштәрсә матчта футбол ҡырына сыға. Уны клиниканан сығарғас, Италияға ҡайтып, үҙенең клубына сыға һәм көн һайын күнекмәләр үтә, иптәштәрсә матчтарҙа уйнай. Ошо 2 йыл эсендә Роналдо популярлығын юғалта, Бразилия йыйылма командаһындаяңы уйынсылар барлыҡҡа килә. 2002 йылғы донңя чемпионатына эләгеү өсөн Роналдо улар менән көрәшергә мәжбүр була.
 
== Мадрид «Реал»ы ==
 
=== Күсеүе ===
Үҙе өсөн уңышлы булған 2002 йылғы донъя чемпионатынан һуң Роналдо 40 миллион фунт стерлингҡа Мадрид «Реал»ына күсә. Роналдо «йондоҙ»ло составтың бер өлөшөнә әйләнә, был ваҡытта командаға Луиш Фигу һәм [[Зидан Зинедин|Зинедин Зидан]] килә. Фанаттары Роналдоның күсеүен хыянат тип баһалай, улар уның уйынға ҡайтыуын көтә, ә ул триумф менән ҡайтҡандан һуң, икенсе клубҡа күсә.
[[Файл:Ronaldo_em_campo.jpg|справа|мини|305x305пкс|<center>Роналдо 2005 йылда </center>]]
 
Юл 73 ⟶ 74:
 
===== Футбол буйынса Испания чемпионаты =====
Беренсе уйында уҡ Роналдо гол индерә башлай һәм көйәрмәндәр менән клуб етәкселеге көткән уйын күрһәтә. Беренсе «Эль Классико» миҙгелендә «Барселона»ға ҡаршы матчта, Роналдо [[Грипп|киҙеү]] арҡаһында уйнамай. 2003 йылда, «Сантьяго Бернабеу»ҙа "«яуап уйыны"»нда Роналдо үҙенең элекке командаһына ҡаршы сыға һәм гол индереп, иҫәпте тигеҙләй - — 1:1. Уҙған миҙгелдәге өсөнсө урындан һуң, бразилиялы килгәс «һөт өҫтө» Испания чемпионатында еңеү яулай.
 
===== Чемпиондар лигаһы =====
Чемпиондар лигаһында «Реал» ике төркөм этабынан һуң плей-оффҡа сыға. Бында испандарға «Манчестер Юнайтед» менән осрашырға тура килә. Мадридтағы беренсе матч хужалар файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамлана, «Олд Траффорд»та яуап уйынында Роналдо «МЮ» ҡапҡаһына 3 гол индерә һәм команданы («Реал» был осрашыуҙа 3:4 иҫәбе менән еңелһә лә) ярым финалға сығара. Дғүәсеһенең көйәрмәндәре «Зубастик»ты аяғүрә баҫып алҡышлай. Ярым финалға эләккән 4 клуб араһында, «Реал»дан башҡа, барыһы ла Италиянан була. Йәрәхәтләнгән Роналдо булмағанда, «Реал» финалда Туриндың «"Ювентус»"ын алға үткәрә. Ошо еңелеү өсөн клубтың баш тренеры Висенте дель Боске вазифаһынан бушатыла.
[[Файл:Ronaldo_gol.jpg|слева|мини|300x300пкс|<center>Роналдо голы</center>]]
 
==== 2003/2004 йылдар миҙгеле ====
Роналдо был миҙгелдә 24 гол индереп, карьераһында икенсе тапҡар Испания чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы тип таныла. Әммә команда өсөн миҙгел уңышһыҙ тамамлана: чемпионаттың йомғаҡлау таблицаһында «һөт өҫтө» дүртенсе була, ә Чемпиондар лигаһында «Монако» мпенәнменән ике осрашыуҙан һуң сирек финалдан төшөп ҡала.
 
==== Уңышһыҙ миҙгелдәр ====
Киләһе ике миҙгелдә лә роналдо бер генә шәхси трофей яулай алмай. Роналдо биш тапҡыр Ла-Лиганың иң яҡшы биш бомбардиры исемлегенә ике тапҡыр эләгә. Реал чемпионлыҡ өсөн көрәштә ике тапҡыр «Барселона»нан еңелә, Чемпиондар лигаһында 1/8 финалында туҡтала. Өҫтәүенә Роналдо артыҡ ауырлыҡ йыя башлай, уны көйәрмәндәре лә, белгестәр ҙә тәнҡитләй. Ике тапҡыр донъя чемпионы иғтибарын 2006 йылдағы донъя чемпионатына әҙерләнеүгә тупларға ҡарар итә.
 
==== 2006/2007 йылдар миҙгеле ====
«Реал» етәкселеге фекере буйынса уңышһыҙ тип баһаланған һәм Висенте дель Боскеның отставкаһынан һуң клубта ике йылда 5 баш тренер алмашына, әммә уларҙың береһе лә бер генә трофей ҙа яулай алмай. Яңы миҙгел башланғас, клуб үҙгәрештәр кисерә -  — «Король клубынан» Роналдоны күсереп алыу инициаторы һәм «галактикос» булдырыусы Флорентино Перес китә. Уның урынына Рамон Кальдерон килә һәм бш тренер итеп ҡәтғи тренер, ҡаты тәртип яратыусы, тактик ҡуйылыштарҙы һис һүҙһеҙ үтәүҙе талап иткән итальян Фабио Капеллоны тәғәйенләй. Капеллоның эш алымы Роналдоның азатлығын сикләй. Улар араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә, бразилиялы бик йыш запас уйынсылар эскәмйәһендә ҡала һәм миҙгел һуңына фекер айырмалыҡтары асыҡтан-асыҡ низағҡа килтерә. «Реал» етәкселеге менән һөйләшкәндән һуң, Роналдо икенсе командаға күсергә ҡарар итә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 92 ⟶ 93:
 
== Һылтанмалар ==
 
* [https://web.archive.org/web/20100328095427/http://www.ronaldo.com/en/ Официальный сайт]{{ref-en}}{{ref-es}}{{ref-pt}}{{ref-it}}
* [http://www.corinthians.com.br/portal/futebol/perfil.asp?id=58 Профиль на официальном сайте ФК «Коринтианс»]{{ref-pt}}
98 юл:
* [http://www.ronaldo.ru/ Веб-сайт о Роналдо на разных языках]
* [http://backpagefootball.com/columnists/ronaldo-the-story-of-el-fenomeno/ Ronaldo: The Story of El Fenómeno]{{ref-en}}
{{Тышҡы һытанмалар}}
[[Категория:«Алтын туп» эйәләре]]
[[Категория:Бразилия футболсылары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роналдо» битенән алынған