Ғәҙелша шарлауығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
}}
 
'''Ғәҙелша шарлауығы (Ибраһим, Төйәләҫ шарлауығы)''' — [[Баймаҡ районы]]нда, [[Ирәндек]]тең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, [[Төйәләҫ (йылға)|Төйәләҫ]] йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ [[Башҡортостан]]дағы иң бейеге һанала.<ref name=БЕ></ref><ref name=ЕУ></ref><ref name=реєстр>''А. А. Мулдашев''. [http://oopt.aari.ru/ref/1000 Водопад Гадельша (Ибрагимовский)] // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан / отв. ред. А. А. Мулдашев. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — С. 68—69.</ref>.
 
Тирә–яғында [[йәшмә]] таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана. Был тәбиғәттең гидрологик, гидроморфологик, ботаник ҡомартҡыһы ғына түгел, ундағы тәбиғәт һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай.
28 юл:
Ғәҙелша шарлауығы — туристарҙың яратҡан урыны. Ҡояш нурҙарында йәйғор уйнай, һалҡынса саф һауа. Бында башҡаса моң, шуға ла Мәхмүт-сәсән, [[Ғата Сөләймәнов]], Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләков кеүек башҡорт йырсылары, сәсәндәре, ҡурайсыларының тыуған төйәге.
[[Рәсем:Гадельша-водопад.jpg|300px|thumb|left|Ғәҙелша шарлауығы]]
== Географияһы ==
Административ яҡтан Ғәҙелша шарлауығы Башҡортостандың Баймаҡ районында, Баймаҡ урманхужалығы биләмәһендә урынлашҡан. Шарлауыҡтан көньяҡ-көнбайышҡарағ 5,6 км алыҫлыҡта [[Ғәҙелше (Баймаҡ районы)|шул исемле ауыл]] булған, хәҙер был ауыл бөткән.<ref name=ЕУ></ref><ref name=реєстр></ref> Шарлауыҡтан 4 км көньяҡ-көнбайышта [[Абҙаҡ (Баймаҡ районы)|Абҙаҡ ауылы]] бар. Бынан тыш 1.5 км алыҫлығта Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының ял итеү базаһы төҙөлгән.<ref name=ЕУ>''Н. Рундквист, О. Задорина''. [http://quist.pro/books/ural_04.g.1.php Гадельша] // Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Издательство «Квист», 2013.</ref>.
 
Физик географияға нигеҙләнеп, Ғәҙелша шарлауығы Ирәндек тауының көнсығыш битләүендә Яманташ тау түбәһенән йыоаҡ түгел урынлашҡан. Был урындағы тауҙар Түбән һәм Урта Девон осорондағы, ''Ирәндек свитаһы тип аталған''<ref name=БЕ></ref>, вулкан (эффузия) тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Ғәҙелшаның һикәлтәләре кремний сланецтары, порфириттар, туф кеүек тау тоҡомдарынан тора.<ref name=ЕУ></ref>.
 
== Гидрология ==
Шарлауыҡ [[Яйыҡ]] йылғаһының ҡушылдығы [[Төйәләҫ (йылға)|Төйәләҫ]] йылғаһында барлыҡҡа килгән. Шарлауыҡ каскад тибындағы шарлауыҡтарға керә һәм өс каскадтан тора. Шарлауыҡтың дөйөм бейеклеге 15 м-ҙан артыҡ, 20 м-ға етмәй. Был күрһәткес буйынса был Көньяҡ Уралдағы иң бейек шарлауыҡ.<ref name=БЕ>''Фаткуллин Р. А.'' {{Башкирская энциклопедия||Гадельша||ссылка=index.php/2-statya/10830-gadelsha}}</ref><ref name=ЕУ></ref> Шарлауыҡтың беренсе күтәрмәһе яҫы һәм бейеклеге 1,2 метрҙан артмай, һыу ялғаштан аҡҡан кеүек аға. Икенсе һәм өсөнсө күтәрмәләре 7-шәр метр бейеклектә һәм икеһе лә текә. Уларҙан ағып төшкән һыу айырым ағымдарға бүленә. Һыу ағымы йыл миҙгеленә ҡарап үҙгәрә. Ҡышын шарлауыҡ туңы. Яҙ көнө һыуҙың иң ҙур сығымы булған миҙгел. Был ваҡытта шарлауыҡ иҫ киткес матур була. Йәй һәм көҙ айҙарында һыу сығымы кәмәй, шулай ҙа бары бер 10 л/с һыу сығымы һаҡлана.
 
 
== Һылтанмалар ==
* {{YouTube|logo=1|id=|HKB9KfvrZeA|Водопад Гадельша}}
* {{YouTube|logo=1|id=|EJ5vj8o_Kb4|Путешествие на водопад Гадельша весной}}
* {{cite web |author = |url = http://detuni.narod.ru/gadelsha.html |title = Детский лагерь «Сармат»-Водопад Гадельша |lang = ru |website = detuni.narod.ru |date = |accessdate = 2020-02-08|deadlink = no}}
* {{cite web |author = |url = http://www.ykoctpa.ru/places/vodopad-gadelsha |title = Водопад Гадельша на карте |lang = ru |website = www.ykoctpa.ru |date = |accessdate = 2020-02-08|deadlink = no}}
* {{cite web |author = |url = https://ant-ufa.com/travels/vodopad-gadelsha/ |title = Фотоотчет похода на водопад весной |lang = |website = ant-ufa.com |date = |accessdate = 2020-02-08|deadlink = no}}
* {{cite web |author = |url = http://102ozera.ru/index.php?option=com_content&task=category&sectionid=4&id=4&Itemid=9 |title = Водопады Республики Башкортостан |lang = ru |website = 102ozera.ru |date = |accessdate = 2020-02-08 |deadlink = yes |archiveurl = https://web.archive.org/web/20191007050121/http://102ozera.ru/index.php?option=com_content&task=category&sectionid=4&id=4&Itemid=9 |archivedate = 2019-10-07 }}
== Сығанаҡтар ==
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/4668-elsha|Ғәҙелша}}