Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Ирек Әбделхәй улы Хөсәйенов [[1928 йыл]]дың 20 февралендә[[ Башҡортостан]]дың [[Баймаҡ районы]] [[Темәс]] ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң урындағы мәктәптә башланғыс класы уҡытыусыһы булып башлай. 1952—1958 йылдарҙа партияныъң Баймаҡ район комитетында пропаганда һәм агитация бүлегендә — инструктор, артабан партия контроле кабинеты мөдире булып эшләй. 1958 йылдан алып 1969 йылға тиклем [[Баймаҡ]] ҡалаһындағы 1-се һанлы урта мәктәбенә (1918 йылда асылған тәүге совет мәктәбе) директор итеп тәғәйенләнә. Унан һуң Баймаҡ 3-сө урта мәктәбенә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып күсә, ошо уҡ мәктәптә күп йылдар дауамында тарих уҡытыусыһы була<ref name="Белешмә"></ref>.
[[File:Хусаинов Ирек Абдулхаевич принимает участие в шахматном турнире. г. Баймак.jpg|thumb|Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы (һулдан беренсе) шахмат буйынса турнирҙа ҡатнаша. Баймаҡ ҡалаһы.]]
Артабан район эшсе йәштәр мәктәбе директоры, крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе була.
Пенсияға сыҡҡандан һуң Ирек Әбделхәй улы район китапханаһында эшләй, бында ул «Атайсал» клубын ойоштора. Клуб ағзалары тыуған яҡтың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен тергеҙеүгә күп көс һала һәм райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның положениеһына ярашлы ошондай ойошмалар һәр ауыл китапханаһы янында ойошторола<ref name="Атайсал">[http://hakmar.blogspot.com/2012/02/blog-post_39.html «Атайсал тауышы»]</ref>. Ҡала һәм ауыл клубтары составына абруйлы, көслө рухлы, тарих менән ҡыҙыҡһынған зыялы кешеләр инә. Клубтың һәм уның ауыл филиалдарыныңфилиалдары эшмәкәрлегенә һәм йүнәлештәрен билдәләүгә Ирек Әбделхәй улы шаҡтай күп көс һала.
 
[[Баймаҡ районы]] китапханаһы янында шулай уҡ «Атайсал тип янған йөрәктәр» аҡһаҡалдар клубын ойоштороу буйынса инициатор була<ref name="Атайсал"></ref>. «Күк Ирәндек» (1990) исемле плакаттың тәүге редакторы. Ул шулай уҡ «Темәс» буклетын (1991), «Баймаҡ» буклетын (1994) сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша<ref name="Белешмә"></ref>.
И. Ә. Хөсәйенов урындағы матбуғат биттәрендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса, данлыҡлы яҡташтары тураһында әленән-әле мәҡәләләр баҫтыра.