Хәлилов Зыя Ишбулды улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Хәлилов Зыя Ишбулды улы''' ([[13 июнь]] [[1953 йыл]] — [[10 апрель]] [[2009 йыл]]) — ҡурайсы[[ҡурай]]сы, йырсы[[йыр]]сы; башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы; Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1986)<ref name="Тажетдинов">Азамат Тажетдинов. Ел-дауылдар аша…2005 йыл, 156 бит</ref>. Ҡурайсылар Союзы ағзаһы (1999).
 
== Биографияһы ==
[[Файл:Дом, в котором родился Зыя Халилов, кураист и певец. Баймакский район, д. Второе Иткулово.jpg|thumb|Мәшһүр ҡурайсы Зыя Хәлилов тыуған йорт. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы]]
Зыя Ишбулды улы Хәлилов [[Баймаҡ районы]] [[2-се Этҡол]] ауылында [[1953 йыл]]да ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ишбулды Кәлимулла улы мал ҡараусыһы була, әсәһе — йорт хужабикәһе. Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫә, Зыя улар араһында өсөнсө бала була. Ата-әсәһе йор һүҙле, ихлас кешеләр булғаны билдәле. Атаһы бик шәп ҡурайсы була, шуға күрә бөтә балалары ла йыр-моңға әүәҫ булып үҫәләр. Етенсе класҡа тиклем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡый, артабан бер йыл Баймаҡ интернат-мәктәбендә, ә 1967—1970 йылдарҙа [[Өфө]]лә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында белем ала<ref name="Тажетдинов"></ref>. ТапЗыя ошобала саҡтан үҙ алдына маҡсаттар ҡуя белә, тырышып уҡый. Ата йортонда да уҡ ҡурайҙа уйнап өйрәнгән малай, Өфөлә уҡыған йылдарҙа Зыяныҡлап сәнғәткә ылыға, атаҡлы ҡурайсы [[Әҙеһәм Исҡужин]]дан [[ҡурай]]ҙа уйнарғауйнау оҫталығын өйрәнәарттыра, мәктәптәге бөтә конкурстарҙа, бәйгеләргә әүҙем ҡатнаша. 1976 йылда ул [[Өфө сәнғәт училищеһы]]ның вокал бүлеген тамамлай һәм [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда йырсы-солист һәм ҡурайсы булып хеҙмәт юлын башлай. [[Ишмулла Дилмөхәмәтов]] төркөмө менән йөрөп, халыҡҡа ҡурай моңон еткерә.
 
1984 йылда [[Хәйбулла районы]]нда үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында ҙур уңышҡа өлгәшә: 1-се урынды яулай. Был уның ҡурай буйынса тәүге ҙур уңышы булһа, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурсында ла беренсе урынды яулай<ref name="Тажетдинов"></ref>.