Хәлилов Зыя Ишбулды улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Зыя Ишбулды улы Хәлилов [[Баймаҡ районы]] [[2-се Этҡол]] ауылында [[1953 йыл]]да ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ишбулды Кәлимулла улы мал ҡараусыһы була, әсәһе — йорт хужабикәһе. Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫә, Зыя улар араһында өсөнсө бала була. Ата-әсәһе йор һүҙле, ихлас кешеләр булғаны билдәле. Атаһы бик шәп ҡурайсы була, шуға күрә бөтә балалары ла йыр-моңға әүәҫ булып үҫәләр. Етенсе класҡа тиклем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡый, артабан 1967—1970 йылдарҙа [[Өфө]]лә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында белем ала<ref name="Тажетдинов"></ref>. Тап ошо йылдарҙа Зыя сәнғәткә ылыға, атаҡлы ҡурайсы [[Әҙеһәм Исҡужин]]дан [[ҡурай]]ҙа уйнарға өйрәнә, мәктәптәге бөтә конкурстарҙа, бәйгеләргә әүҙем ҡатнаша. 1976 йылда ул [[Өфө сәнғәт училищеһы]]ның вокал бүлеген тамамлай һәм [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда йырсы-солист һәм ҡурайсы булып хеҙмәт юлын башлай. [[Ишмулла Дилмөхәмәтов]] төркөмө менән йөрөп, халыҡҡа ҡурай моңон еткерә.
 
1984 йылда [[Хәйбулла районы]]нда үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында ҙур уңышҡа өлгәшә: 1-се урынды яулай. Был уның ҡурай буйынса тәүге ҙур уңышы булһа, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге ул йәш йырсылар конкурсында ла беренсе урынды яулай<ref name="Тажетдинов"></ref>.
 
1991 йылда юғары белемгә эйә була: Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.