Хәлилов Зыя Ишбулды улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Хәлилов Зыя Ишбулды улы''' (1953—2009) — ҡурайсы, йыраусы; башҡорт халыҡ уйы..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
[[File:Дом, в котором родился Зыя Халилов, кураист и певец. Баймакский район, д. Второе Иткулово.jpg|thumb|Мәшһүр ҡурайсы Зыя Хәлилов тыуған йорт. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы]]
Зыя Ишбулды улы Хәлилов [[Баймаҡ районы]] [[2-се Этҡол]] ауылында [[1953 йыл]]да ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ишбулды Кәлимулла улы мал ҡараусыһы була, әсәһе — йорт хужабикәһе. Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫә, Зыя улар араһында өсөнсө бала була. Ата-әсәһе йор һүҙле, ихлас кешеләр булғаны билдәле. Атаһы бик шәп ҡурайсы була, шуға күрә бөтә балалары ла йыр-моңға әүәҫ булып үҫәләр. Етенсе класҡа тиклем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡый, артабан 1967—1970 йылдарҙа [[Өфө]]лә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында белем ала<ref name="Тажетдинов"></ref>. Тап ошо йылдарҙа Зыя сәнғәткә ылыға, атаҡлы ҡурайсы [[Әҙеһәм Исҡужин]]дан [[ҡурай]]ҙа уйнарға өйрәнә, мәктәптәге бөтә конкурстарҙа, бәйгеләргә әүҙем ҡатнаша. 1976 йылда ул [[Өфө сәнғәт училищеһы]]ның вокал бүлеген тамамлай һәм [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда йырсы-солист һәм ҡурайсы булып хеҙмәт юлын башлай. [[Ишмулла Дилмөхәмәтов]] төркөмө менән йөрөп, халыҡҡа ҡурай моңон еткерә.
 
Юл 14 ⟶ 15:
 
Зыя Хәлилов 2009 йылда Күмертау ҡалаһында йөрәк ауырыуынан вафат була.
[[File:Стела и мемориальная доска на доме, где родился Зыя Халилов.jpg|thumb|Зыя Хәлилов тыуған йорттағы мемориаль таҡтаташ һәм стела]]
 
== Хәтер ==
* Зыя Хәлиловтың тыуыуына 60 йәшен һәм 65 йыл айҡанлы (2018 йылдың 29 майында) Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында район ҡурайсылары һәм ҡумыҙсылары бәйгеһе үтте.