Мостафа Кәмал Ататөрк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
77 юл:
Тулы капитуляция килешеүенә ҡул ҡуйыу Ғосман армияһын планлы рәүештә ҡоралһыҙландырыу һәм тарҡатыуҙы башлауға килтерә. [[1919 йыл]]дың 19 майында Мостафа Кәмал 9-сы армияның инспекторы сифатында Самсунға килә.
 
22 июня 1919 йылдың 22 июнендә Амасьела ул (''Amasya Genelgesi'') циркулярын баҫтырып сығара. Был документта, илдең бойондороҡһоҙлоғо ҡурҡыныс аҫтында, тип әйтелә, шулай уҡ Сивас конгресына депутаттар саҡырыу иғлан ителә.
 
1919 йылдың 8 июлендә Кәмал ғосман армияһын ҡалдыра. 1919 йылдың 23 июленән 7 авгусына тиклем [[Эрзурум]]да империяның алты көнсығыш виләйәтенең Эрзурум конгресы (''Erzurum Kongresi'') съезы булып үтә, унан һуң 1919 йылдың 4 сентябренән 11 сентябренә тиклем Сивас конгресы үткәрелә. Шулай итеп, был конгрестарҙы саҡырған һәм уларҙың эшен ойошторған Мостафа Кәмал илдең ҡотҡарыу юлын билдәләй. Солтан хөкүмәте уға аяҡ салырға тырыша, 1919 йылдың 3 сентябрендә Мостафа Кәмалды ҡулға алыу тураһында указ сыға, әммә Кәмалдың был указды үтәүгә ҡаршы тора алырлыҡ арҡаҙаштары етерлек була<ref>Mango, Andrew. ''Ataturk: The Biography of the Founder of Modern Turkey'', (Overlook TP, 2002), стр. 249.</ref> 1919 йылдың 27 декабрендә Мостафа Кәмалды [[Анҡара]] халҡы шатланып ҡаршы ала.