Бөйөк француз инҡилабы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
14 юл:
 
== Инҡилаб сәбәптәре ==
[[XVIII быуат|XVIII быуатта Франция]] бюрократик үҙәккә һәм регуляр армияға таянған монархия була. Илдә йәшәп килгән социаль-иҡтисади һәм сәйәси режим XIV—XVI быуаттарҙағы оҙайлы сәйәси ҡаршылыҡ һәм граждандар һуғышы барышындағы ҡатмарлы килешеүҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Шундай компромистың береһе батша власы һәм юғары ҡатламдар араһында булған — сәйәси хоҡуҡтарҙан баш тартыу хаҡына дәүләт власы был ике ҡатламдың барлыҡ социаль өҫтөнлөгөн һаҡлаған. Икенсе компромисс крәҫтиәндәргә ҡағылған — XIV—XVI быуаттарҙағы оҙайлы крәҫтиән һуғыштары барышында улар аҡса һалымының күпселек өлөшөн бөтөрөүгә һәм ауыл хужалығында тәбиғи мөнәсәбәттәргә күсеүгә өлгәшкән. Өсөнсөһө буржуазияға ҡарата булдырылған (ул ваҡытта урта синыфҡа ҡарай һәм хөкүмәт уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн күп эшләй, буржуазияның халыҡтың төп массаһын тәшкил иткән крәҫтиәндәргә ҡарата булған ҡайһы бер өҫтөнлөгөн һәм хужалары Франция буржуазияһына ҡараған тиҫтәләрсә мең ваҡ предприятиеларҙы һаҡлап ҡала). Әммә был ҡатмарлы компромисс һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән режим XVIII быуатта күршеләренән, тәү сиратта Англиянан[[Англия]]нан артта ҡала башлаған Францияның нормаль үҫешен тәьмин итмәй. Өҫтәүенә, саманан тыш эксплуатация дәүләт тарафынан законлы мәнфәғәттәре һанға һуғылмағанлыҡтан ҡоралға тотонған халыҡ массалары һанын арттыра
 
XVIII быуат дауамында француз йәмғиәтенең башында баҙар мөнәсәбәттәре үҫешмәгән, идара итеү системаһында хаос булған, дәүләт вазифаларын һатыуҙың коррупцияланған системаһы эшләгән, аныҡ закондар булмаған, һалым һалыу системаһы буталсыҡ булған, ҡатламдар өҫтөнлөгөнөң архаик системаһы йәшәгән иҫке тәртипте реформалау зарурлығын аңлай башлайҙар. Бынан тыш, батша власы диндарҙар, дворяндар һәм буржуазия алдында үҙенең ышанысын юғалта. Мәғрифәтселәрҙең, бигерәк тә физиократтар һәм энциклопедистарҙың эшмәкәрлеге арҡаһында француз йәмғиәтенең белемле өлөшө аңында үҙгәреш башлана. Ахыр сиктә, Людовик XV һәм Людовик XVI осоронда сәйәсәттә һәм иҡтисадта реформалар башлана һәм улар мотлаҡ рәүештә Иҫке тәртипте ҡолатырға тейеш була.