Бөйөк француз инҡилабы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
74 юл:
Король Ойоштороу йыйылышын танырға мәжбүр була. ике тапҡыр эштән ебәрелгән Неккер ҡабат власҡа ҡайтарыла, ә 17 июлдә Людовик XVI Милли йыйылыш делегацияһы оҙатыуында Парижға килә һәм мэр Жан Сильвен Байи ҡулынан революцияның еңеүен һәм королдең уға ҡушылыуын кәүҙәләндергән өс төҫлө кокарданы ала (ҡыҙыл һәм зәңгәр — париж гербы төҫө, аҡ — король байрағы төҫө). Эмиграцияның тәүге тулҡыны башлана; бындай ваҡиға менән килешмәгән юғары аристократия, королдең туғаны Карл X граф д’Артуаны ла индереп, Францияны ҡалдырып, күсенә башлай{{sfn|Ревуненков|1982|с=71}}.
 
Неккерҙың отставкаһына тиклем күпселек ҡалалар Милли йыйылышты хуплап хаттар яҙа, отставканан һуң, был күренеш бөтөн илде ялмап ала һәм "«муниципаль революция "» башлана. Бордо, Кан, Анжер, Амьен, Вернон, Дижон, Лион һәм башҡа ҡалаларҙа ихтилаладар башлана. Урындағы интенданттар, губернаторҙар, хәрби коменданттар йә ҡаса, йә властан ҡолаҡ ҡаға. Париж өлгөһөнә эйәреп, коммуналар һәм милли гвардиялар ойоша башлай. Ҡала коммуналары федераль берекмәләр ойоштора. бер нисә аҙна дауамында король хөкүмәте власты ҡулдан ысҡындыра, провинциялар бары тик Милли йыйылышты ғына таный{{sfn|Hampson|1988|с=89}}.
 
Иҡтисади көрсөк һәм аслыҡ ауыл ерҙәрендә асарбаҡтар, йортһоҙҙар һәм мародерҙар бандалары барлыҡҡа килеүгә сәбәп була. Хәүефле хәл-торош, крәҫтиәндәрҙең әле бары тик наказдарҙа ғына сағылыш тапҡан һалым түләүҙе еңеләйтеү өмөтө, яңы уңыш йыйыу мәле яҡынлашыуы ауылдарҙа имеш-мимеш һәм хәүеф тарата. Июлдең икенсе яртыһында «Бөйөк хәүеф» тарала({{lang-fr|Grande peur}}), һәм ул бөтөн илде ялмап ала{{sfn|Lefebvre|1963|p=128}}, баш күтәреүсе крәҫтиәндәр сеньорҙарҙың замоктарын яндыра, уларҙың ерҙәрен тартып ала. Ҡайһы бер провинцияларҙа алпауыт усадьбаларының яртыһы тиерлек яндырыла йәки туҙҙырыла{{sfn|Бадак|1998|с=14, 16}}.
 
4 августағы "Мөғжизәләр төнө"нән({{lang-fr|La Nuit des Miracles}}) һәм 4-11 августағы декреттарҙан һуң Милли йыйылыш крәҫтиәндәрҙең революцияһына яуап бирә һәм шәхси феодаль йөкләмәләрҙе, сеньориаль судтарҙы, сиркәү дисәтинәһен, айырым провинцияларҙың, ҡалаларҙың һәм корпорацияларҙың өҫтөнлөгөн бөтөрөп, дәүләт һалымдарын түләүҙә һәм граждан, хәрби, сиркәү вазифаларын биләүҙә барыһының да закон алдында тиңлеген иғлан итә. Әммә бында ул «ситләтелгән» йөкләмәләрҙе генә бөтөрөү тураһында иғлан итә, крәҫтиәндәрҙең ғәмәлдәге йөкләмәләре, атап әйткәндә, йән башына ергә һалым һәм йән башына һалым шул килеш ҡала{{sfn|Vovelle|1984|p=112-114112—114}}.
 
1789 йылдың 26 авгусында Ойоштороу йыйылышы «Кеше һәм гражданин хоҡуҡтары декларацияһын» — демократик конституционализмдың тәүге документтарының береһен ҡабул итә. Ҡатламдар өҫтөнлөгөнә, властарҙың баш-баштаҡлығына нигеҙләнгән «Иҫке режимға» закон алдындағы тиңлек, кешенең тартып алып булмаған тәбиғи хоҡуҡтары, халыҡ мөстәҡиллеге, ҡараштар азатлығы, закон тарафынан тыйылмаған бөтөн нәмәнең мөмкинлеге һәм революцион мәғрифәттең демократик ҡуйылышы ҡаршы сыға һәм артабан улар ғәмәлдәге ҡануниәттең хоҡуҡ талаптары булып тора. Декларацияның 1-се статьяһы: «''Кешеләр азат һәм тиң хоҡуҡлы булып тыуа, һәм шулай булып ҡала''». 2-се статьяла «''кешенең тәбиғи һәм тартып алып булмаҫтай хоҡуҡтары''», нығытыла, был иһә «''азатлыҡ, милек, именлек һәм иҙеүгә ҡаршы тороу''»ҙы аңлата. Юғары власть (суверенитет) сығанағы итеп « милләт» иғлан ителә, ә закон — «дөйөм ихтыяр» сағылышы була{{sfn|Ревуненков|1982|с=80}}.