Төньяҡ Боҙло океан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
16 юл:
'''Төньяҡ Боҙло океан''' — майҙаны буйынса Ер йөҙөндә иң бәләкәй океан. Тулыһынса [[төньяҡ ярымшар]]ҙа, [[Евразия]] һәм [[Төньяҡ Америка]] араһында урынлашҡан.
 
Океан майҙаны 14,75 млн км² тәшкил итә, һыу күләме — 18,07 млн км³. Уртаса тәрәнлек — 1225 м, иң тәрән урыны — 5527 м [[Гренланд диңгеҙе]]ндә. Төньяҡ Боҙло океан төбө рельефының күп өлөшөн шельф (океан төбөнөң 45 % күберәген) һәм ҡитғаларҙың һыу аҫты тирә яғы (океан төбө майҙанынң 70 % тиклемен) биләй. Океанды өс ҙур акваторияға бүлеп йөрөтәләр: АрктикАрктика, [[Төньяҡ Европа]] һәм Канада бассейндары. Поляр географик урын биләүе сәбәпле океандың үҙәк өлөшөндә йыл әйләнеһенә күсеп йөрөүсе боҙ ҡатламы һаҡлана.
 
Төньяҡ Боҙло океанға [[Дания]] ([[Гренландия]]), [[ Исландия]], [[Канада]], [[Норвегия]], [[Рәсәй]] һәм [[Америка Ҡушма Штаттары]] биләмәләре йәнәш тора. Океандың хоҡуҡи статусы халыҡ-ара кимәлдә тулы ҡағиҙәләр менән сикләнмәгән. Өлөшләтә арктик илдәренең милли ҡануниәте һәм халыҡ-ара килешеүҙәр менән билдәләнә. Йылдың күп өлөшө буйы Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙ йөк ташыу өсөн файҙаланыла, шул иҫәптән Рәсәй Төньяҡ диңгеҙ юлы, АҠШ һәм Канада илдәре Төньяҡ-көнбайыш юлын файҙалана.
 
== Этимологияһы ==