Башҡорт Хөкүмәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
74 юл:
Август башында хөкүмәт Ырымбурға күсенә, ул ваҡытта Ырымбурҙы [[Ырымбур казак ғәскәре]] отрядтары биләй һәм уларҙың етәкселәре Башҡортостандың дәүләт үҙаллылығына һәм автономия перспективаһына ыңғай ҡарашта була. [[Солтанов Искәндәр Мөхәмәтйәр улы|И. М. Солтанов]], [[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Ю. Ю. Бикбов]], [[Зәки Вәлиди|Ә. Ә. Вәлидов]] етәкселегендәге хөкүмәт делегацияһы [[Өфө дәүләт кәңәшмәһе|Өфөлә дәүләт кәңәшмәһендә]] ҡатнаша, унда 1918 йылдың октябрендә принимала участие в государственном совещании в Уфе, [[Өфө директорияһы|Директория]] флагы аҫтында төрлө сәйәси көстәр берләшергә маташа.
 
1918 йылдың 18 ноябрендә [[Колчак|А. В. Колчак]] хәрби түңкәрелеш башҡара һәм үҙен Рәсәй Юғары хакимы һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең Юғары башкомандующийы итеп иғлан итә. Адмирал Колчак башҡорттарҙың автономияһын танымай. Бөтә урындағы хөкүмәттәргә үҙ-үҙен ғәмәлдән сығарыу тураһында иғлан итергә тәҡдим ителә, әммә Башҡортостан Хөкүмәте 1918 йылдың 4 ноябрендәге "Бөтә өлкә хөкүмәттәренә Ваҡытлыса Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең, Рәсәй Дәүләтенең бөтә граждандарына Грамотаһы"н инҡар итеп, ғәмәлдән сығарыуҙан баш тарта. Әлеге мөрәжәғәт, шулай уҡ [[Башҡорт хәрби советы]]н һәм [[Башҡорт айырым корпусы|Башҡорт корпусы штабын]] юҡҡа сығарыу һәм [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|башҡорт полктары]] командованиеһын генерал-лейтенант [[Дутов Александр Ильич|А. И. Дутовҡа] тапшырыу] Башҡорт тапшырыуБашҡорт хөкүмәтен [[РСФСР]] вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр итә<ref>{{БРЭ|статья= Башкортостан|ссылка= |id=1857907 |автор= М. Г. Шарце (Органы государственной власти), М. Н. Петрушина (Природа), М. Д. Горячко (Население, Хозяйство), С. В. Кузьминых, Р. З. Янгузин (Исторический очерк), А. Н. Прокинова (Здравоохранение), В. Х. Ганиев (Литература), С. А. Рахимова (Театр)|том= 3|страницы= |ref= }}</ref>. Совет властары менән Башҡорт ғәскәренең Ҡыҙыл Армия яғына күсеү тураһында Һөйләшеүҙәр башланғандан һуң [[Темәс]] ауылында 1919 йылдың 26 ғинуарында башҡорт хөкүмәте үҙгәртеп ҡорола. Уның яңы рәйесе итеп [[Ҡулаев Мстислав Александрович|Мстислав Ҡулаев]] һайлана, а Ә. Ә. Вәлидов — [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәре]] командующийы булып ҡала. Ошо хөкүмәт автономияны совет системаһында булдырырға тырыша.
 
Башҡорт хөкүмәте Мәскәүгә [[Башҡорт АССР-ы|Башҡорт совет автономиялы республикаһын]] төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн делегация оҙата, уның составына Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. Ҡулаев, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|М. Д. Халиҡов]] һәм Башҡорт ғәскәре командиры [[Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы|А. И. Бикбауов]] инә.