Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
304 юл:
Ирекмән булып ингәнбеҙ икән, глобаль Википедияның, Рәсәй Википедияһының бер өлөшө булғанда ла Башҡорт Викиһына файҙаһынан зыяны күп булған конкурстар менән тултыраһығыҙ.Берҙән, урыҫ Викиһындағы кеүек ирекмәндәр күп түгелбеҙ.Тимәк, көстәр тарҡала, юҡ-барға бүленә.
Икенсенән, ямғыр кеүек яуып торған, бер ҡыҙығы булмаған, мейегә аҙыҡ булмаған мәҡәләләрҙе тикшереп ултырған редакторҙарҙы йәлләйем.
Ә аҡса проблемаһы икән, интернет аша аҡса эшләүҙең әллә күпме юлдары бар--[[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Һәҙиә|әңгәмә]]) 06:57, 2 июнь 2020 (UTC)
Рөстәм бейҙең тәҡдимен хуплайым.(Өсөнсөнән, Башҡорт Википедияһы өсөн мөһим булған мәҡәләләр яҙыу буйынса тематик конкурстар һәм тематик айлыҡтар ойошторорға. Башҡортостан марафоны булды ла инде.Тик бер наградаһыҙ ҙа эшләп була.Эшләгән эштәребеҙ кеше күҙенә төртөү өсөн булмаһын.
Ошо ыңғайҙан тағы ла фекерҙәремде яҙып китәм әле.Викилағы эш мәҡәләләр менән генә баһаланырға тейеш түгел.Ә конкурстағы балдар тик шуның менән баһалана.Зөфәр бей бер өндәшеп ҡараны.Ә редакторҙарҙың эше ниңә баһаланмай тип.Әммә ҡолаҡ һалыусы, иғтибарға алыусы булманы.
Унан редакторҙар интернет аша ла, урында һәм ҡайҙалыр барып өйрәтеүсе ролендә эшләй.Йоҡламай, төн уртаһында ла мәҡәлә ҡуйышып ултырғандары бар.
Унан һуң, мәҡәләләрҙе урыҫ Викиһынан тәржемәләү булмаған мәҡәләне яҙыуға ҡарағанда күпкә ҡыйын һәм оҙаҡ ваҡытты ала.Бер көндә бер нисә тәржемә эшләп була.Әммә үҙең яҙһаң ҡыҫҡа ғына мәҡәлә лә аҙналай ваҡытты талап итә. Гел тәржемәлә ултырһаҡ, кем Башҡортостан т-да яҙылмаған темаларҙы булдырыр?
 
--[[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Һәҙиә|әңгәмә]]) 06:57, 2 июнь 2020 (UTC)