Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
297 юл:
* Өсөнсөнән, Башҡорт Википедияһы өсөн мөһим булған мәҡәләләр яҙыу буйынса тематик конкурстар һәм тематик айлыҡтар ойошторорға. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)
**Хуп! Өсөнсө пункт буйынса: Фольклориадаға тип әҙерләнгән исемлек бар, ниңә уның икенсе йыл үткәрелгәнен көтөргә, быйылғы даталары буйынса ойошторорға мөмкин. Бүләкһеҙ, призһыҙ, аҡсаһыҙ ғына. Виртуаль урындар һәм виртуаль миҙалдар менән билдәләп. --[[Ҡатнашыусы:З. ӘЙЛЕ|З. ӘЙЛЕ]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:З. ӘЙЛЕ|әңгәмә]]) 06:21, 2 июнь 2020 (UTC)
*Бәхәс конкурстың тап аҡсаға ойошторолоуы тураһында түгел ине.Ә аҡсаға ойошторолған конкурстың йөкмәткеһе тураһында. Унда яҙырға мәжбүр булған мәҡәләләр Башҡорт Википедияһын байытмау ғына түгел, бөтөнләй кәрәге булмаған (әкәм-төкәм тиһәң дә була) мәҡәләләр менән сүпләндерә, бәһен, абруйын төшөрә.
Һорауым:
*ниңә ундай йөкмәткеле конкурстар тәҡдим итәһегеҙ?
*ниңә конкурстар бере артынан тыҡлығышып килә?
Араһында ял итергә лә әмәл юҡ.Араһында райондарыбыҙ, дөйөм Башҡортостан темалары, 1000 һәм Мириада буйынса, фәндәр буйынса иркенләп эшләрлек ваҡыт та ҡалдырылмай.
Ирекмән булып ингәнбеҙ икән, глобаль Википедияның, Рәсәй Википедияһының бер өлөшө булғанда ла Башҡорт Викиһына файҙаһынан зыяны күп булған конкурстар менән тултыраһығыҙ.Берҙән, урыҫ Викиһындағы кеүек ирекмәндәр күп түгелбеҙ.Тимәк, көстәр тарҡала, юҡ-барға бүленә.
Икенсенән, ямғыр кеүек яуып торған, бер ҡыҙығы булмаған, мейегә аҙыҡ булмаған мәҡәләләрҙе тикшереп ултырған редакторҙарҙы йәлләйем.
Ә аҡса проблемаһы икән, интернет аша аҡса эшләүҙең әллә күпме юлдары бар--[[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Һәҙиә|әңгәмә]]) 06:57, 2 июнь 2020 (UTC)