Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
278 юл:
*: 1) '''Һорау:''' минең һорауҙарға яуап белмәүем конкурс мәҡәләләре белем бирмәүен, ә аҡса ғына биреүен иҫбатлай буламы? Конкурстарҙың зыянын дәлилләү методикаһын аңламаным.
*: 2) Викторина үткәреү буйынса '''тәҡдим''' (Зөфәрҙең тәҡдименә ҡаршы төшәһең, тип ҡабул итмәһәгеҙ генә): 2017 йылда [[Азат Ярмуллин]]дың тәҡдиме менән БашВики уҡыусылары өсөн [[Википедия:Викивикторина]] ойоштороп ҡарағайным. Түҙемлегем ете уйынға ғына етте. Бәлки, шул онлайн-викторинаны тергеҙергәлер? Матди ылыҡтырыу өлөшөн үҙгәртеп.
== Конкурстар һәм БашВики өсөн мөһим мәҡәләләр тураһында ==
Конкурстар ойоштороу йәки башҡалар ойошторған конкурстарҙа ҡатнашыу саралары барлыҡ ҙур һәм әүҙем тел бүлектәрендә лә үткәрелә. БашВики вәкилдәре халыҡ-ара йәки урындағы конкурстарҙа ҡатнашыуы башҡорт википедистарын «әүҙем берләшмә» кимәленә күтәрә. Шул уҡ ваҡытта БашВикила тематик ауышлыҡ барлыҡҡа килде. Башҡалар тураһында мәҡәләләр күп, башшҡорттар тураһында әҙ. Конкурстарҙың дәртләндереү өлөшө төрлөсә. РуВики ойошторған конкурстар аҡсаға күсеп бөттө. Азия айлығы асылмалар менән сикләнә. Вики-яҙ китаптар алырға тәҡдим итә һәм билдәле кимәлдә аҡса бүлә. Яңы башланған Төрки марафонын ойоштроусылар Вики-яҙ өлгөһөндә приздар һатып алырға тәҡдим итә, аҡса бүлә. Аҡсалата дәртләндереү Викимедиа тәғлимәтенә тап килмәүе лә бар, әлбиттә. Әммә, кемдеңдер шул аҡсаға ла мохтаж булыуы ихтимал. Йәки, аҡсаға мохтаж булмаһа, бәйге ҡомары көслө булып призлы урында алыу өсөн көрәшәлер. Кеше күңелен белеп бөтөп булмай. Тимәк, беҙгә уйланырға һәм барыһын да ҡәнәғәтлендергән фекергә килергә кәрәктер. Минең тәҡдимдәр түбәндә. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)
* Берҙән, конкурста ҡатнашҡандарҙы битәрләмәҫкә. Аҡса өсөн эшләйҙәр, тип ғәйепләмәҫкә. Был да Викимедиа тәғлимәтен боҙоу ул ([[Википедия:Биш таған|Биш таған]]дың дүртенсе тағаны). --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)
* Икенсенән, конкурстарҙа эшләп алған аҡсаны БашВикиның дөйөм мәнфәғәтенә тотонорға, тип Зөфәр күптән тәҡдим итә. Бының өсөн конкурста приз яулағандар приздарын дөйөм ҡаҙнаға үҙ ирке менән һалырға тейеш була. Һала икән - хуп, һалмай икән - һүҙ тейҙерергә ярамай. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)
* Өсөнсөнән, Башҡорт Википедияһы өсөн мөһим булған мәҡәләләр яҙыу буйынса тематик конкурстар һәм тематик айлыҡтар ойошторорға. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)