Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
272 юл:
Минең өсөн дә һорауҙар әҙерләгеҙ. Мин викторина кеүек нәмәне, энциклопедияны бик яратам. Мәктәптә БСЭ-ны асын ҡарай торған инем, ни өсөн башҡортса юҡ тип. Хәҙер ҙә викины ташлап «Что? Где? Когда?»ны ҡарарға тырышам. Өфө ҡалаһы буйынса брейнг-рингта ҡатнашып беренсе урын алғаным да булды, ВК-ла шул фото бар. Викторинаны үткәрергә риза/ҡаршы тип тауыш биреүегеҙ һорала. --[[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:ZUFAr|әңгәмә]]) 16:34, 1 июнь 2020 (UTC)
* [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], Мин риза)) Башты эшләтеүгә шәп булыр))--[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 17:20, 1 июнь 2020 (UTC)
*{{Риза}} Эйе шул.Энциклопедия икән, ул һәр кем үҙ зауығына, ихтыяжына яуап ала торған сығанаҡ булырға тейеш. Заманында тормошҡа геүләп килеп ингән яңы төшөнсәләрҙе ҡайҙан белергә тип аптыралған мәлдәр булды. Уҡыусыларың алдында тормоштан артта ҡалырға ла ярамай ине. Рәхмәт төшкөрө, ошо интернет һәм электрон энциклопедиялар ярҙамға килде. Викторина эшләп алһаҡ, шәп инде ул.--[[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Һәҙиә|әңгәмә]]) 18:18, 1 июнь 2020 (UTC)
* {{Риза}} 1980 йылда «Что? Где? Когда» тапшырыуында ғаиләбеҙ менән ҡатнашып, «Иң ҡыҙыҡлы һорау өсөн» тигән приз, рәссам Веласкестың картиналарынан торған албом-йыйынтыҡ, отҡайныҡ. «Алтын тирмә» уйынында ла ике тапҡыр ҡатнаштым. Башэшләтмәк уйнаһаҡ, ҡыҙыҡ булыр. [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Akkashka|әңгәмә]]) 17:32, 1 июнь 2020 (UTC)