Башҡортостандың хайуандар донъяһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
6 юл:
* [[ҡуян һымаҡтар]] — 3 төр;
* [[бөжәк ашаусылар]] — 10 төр;
* [[Ҡуш тояҡлылар|пар тояҡлылар ]] — 4 төр;
* [[ҡул ҡанатлылар]] — 12 төр;
* [[йыртҡыстар]] — 16 төр<ref>[http://encycl.bash-portal.ru/mlekopit.htm Статья «Млекопитающие» в ''Башкортостан: краткая энциклопедия'']</ref>.
31 юл:
 
== Хайуандарҙы һаҡлау ==
Хайуандар һанының кәмеүе төрлө сәбәптәрҙән: уларҙы урмандарҙы ҡырҡып тереклек итеү урындарынан мәхрүм итеү, баҫыуҙарҙы ашлағанда минераль ашламалар һәм ағыулы химикаттар менән ағыулау, йылға һәм күлдәргә бысраҡ ағыҙып, эсәр һыуҙы ағыулау, браконьерлыҡ һ. б. сәбәптәрҙән килеп сыға.

Ҡайһы бер хайуандарҙы беҙ йыш ҡына ерәнеү тойғоһонан да юҡ итәбеҙ. Мәҫәлән, гөбөргәйел, ҡара йылан, туҙбаш йылан кеүек йән эйәләренә кешеләр аяу белмәй. Беҙ шулай уҡ ҡыҙыҡ күреп ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырабыҙ.

Йыртҡыстар зыян килтерә, тип иҫәпләйҙәр йыш ҡына. һеҙҙең дә, балалар, ҡайһы берҙәрегеҙ шулай уйлайҙыр, бәлки? Әгәр һеҙ тәбиғәт бергәлегендә туҡланыу бәйләнеше схемаһын төҙөгән булһағыҙ, йыртҡыстарҙың да был берҙәм системала мөһим бер быуынды тәшкил иткәнлеген аңлағанһығыҙҙыр. Әгәр уларҙы ҡырып бөтөрһәк, үлән утлаусы хайуандар һаны артасаҡ, был үҫемлектәрҙә, тимәк, беҙҙең тереклек итеүҙә лә сағыласаҡ.
Был йоғонтоноң киреһен — кешенең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына ыңғай тәьҫирен ҡарап үтәйек.

Ул үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлауҙа, рациональ файҙаланыуҙа һәм тулыландырыуҙа күренә. Бының өсөн беҙҙә байтаҡ нәмә эшләнде һәм эшләнә, мәҫәлән:
 
# Өс ҡурсаулыҡ булдырылды — [[Башҡортостан ҡурсаулығы|Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы]], [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы|Шүлгәнташ]] һәм [[Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы|Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡ]]<nowiki/>тары. Ошо майҙанда хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең һирәк осрай торған төрҙәре һаҡлана.