Кәбеҫтә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
67 юл:
 
Кәбеҫтәнең үрсетмәһен алыу өсөн, уның орлоҡтарын яҙ көнө парниктарға сәсәләр. Шытымдар сыҡҡас, үҫемлектәрҙе, һирәкләп ултырталар (пикировать итәләр) һәм көндәр тамам йылынғансы парниктарҙа тоталар. Яҙғы ҡырауҙар туҡталғас, кәбеҫтә үрсетмәһен ергә сығарып ултырталар. Был ваҡытҡа үрсетмәнең 3—4 ысын япрағы үҫеп сыҡҡан була.
===Агротехникаһы===
 
Кәбеҫтә—дым яратыусы үҫемлек. Ысынлап та һәр оло үҫемлек эҫе көндәрҙә тәүлегенә бер күнәккә тиклем һыу һура һәм уны парға әйләндерә.
 
81 юл:
 
Кәбеҫтәнең аҡһыл һары сәскәләре тәлгәш сәскәлеккә йыйылған. Сәскәләренең төҙөлөшө әүернә сәскәлеләр семьяһындағы бөтә үҫемлектәрҙеке кеүек үк. Көҙ көнө был үҫемлектәрҙә емештәр — орлоҡло пәрҙәле ҡуҙаҡ өлгөрә.
===Әһәмиәте===
 
Аҡ күсәнле кәбеҫтә витаминдарға бай: С, А, В1, B2, В6, P, D, К, U һәм башҡалар.С витамины лимондыҡынан күберәк.
 
Шулай уҡ составында каротин, ферменттар, минеральные матдәләр – калий, кальций, фосфор, көкөрт, микроэлементтар – алюминий, цинк, железо, марганец, углеводтарҙан – глюкоза, фруктоза һәм сахароза, аҡһымдар, клетчатка, майҙар, пантотен һәм фолиевая кислоталары бар.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кәбеҫтә» битенән алынған