Тәүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
48 юл:
 
== Тәүлектәрҙе бүлеү ==
Тәүлек, йәки айырым көн һәм төн бүленгән өлөштәр һаны, айырым халыҡтарҙың үҫешеү дәрәжәһенә бәйле һәм кешелек үҫешеү менән яйлап арта бара. [[Яңы Донъя]] халыҡтарының күпселеге тәүлекте, ҡояш сығышына, уның көндөҙгө юлының иң бейек нөктөһенә, ҡояш байышына һәм, аҙаҡ килеп, төн уртаһына ярашлы, дүрт өлөшкә генә бүлә. XVIII быуат уртаһында [[Исландия]]ны тасуирлаусы сәйәхәтсе Горребоу күрһәтеүенсә, исландтар тәүлекте 10 өлөшкә бүлгәндәр. [[Ғәрәп]]тәр тик ҡояш сығыуын, уның күтәрелеүен һәм түбәнәйеүен, ҡояш байыуын, эңер, төн, әтәстең беренсе ҡысҡырыуын һәм таң атыуын айырып ҡарағандар. Ләкин ҡайһы бер, мәҫәлән, [[Йәмғиәт утрауы]]ның ерле кешеләре кеүек, элек мәҙәниәте үҫешмәгән халыҡтарҙа, көндөң сағыштырмаса аныҡ бүленешен күрергә була, улар [[Кук, Джеймс|Кук]] заманында тәүлекте оҙайлылығы бер тигеҙ булмаған 18 өлөшкә бүлгәндәр; иң ҡыҫҡа ваҡыт аралығы иртә һәм кискә, иң оҙоно — ярты төнгә һәм ярты көнгә тура килгән<ref>{{ВТ-ЭСБЕ|Астрономия}}</ref>.
 
[[Урыҫ теле]]ндә, тәүлек ваҡыт аралыҡтарын билдәләү өсөн ҡулланылған төп дүрт һүҙҙән ([[иртә]], [[көн]], [[кис]] һәм [[төн]]) башҡа, өҫтәлмә шартлы билдәләмәләр бар: ҡараңғы төшкәс, [[таң атыу]] йәки [[таң]], [[ҡояш сығыу]], [[төш ваҡыты]], [[төштән һуң]], яҡтырғас, [[ҡояш байыу]], [[ эңер]], [[төн уртаһы]], [[төн уртаһы уҙғас]]. Шуның менән бергә рәсми әйләнештә ваҡыт аралыҡтары — иртә, кис, көн һәм төн — 1920-се йылдар башына тиклем тәүлек ваҡытын күрһәтеүҙе аныҡлау өсөн өҫтәмә булып хеҙмәт итәләр. Мәҫәлән, 1921 йылда [[Гудок (газета)|«Гудок»]] гәзитендә баҫылып сыҡҡан пассажир поездарының хәрәкәт расписаниеһында<ref>Расписание пассажирских поездов пригородного движения Московского узла. Газета «Гудок» от 26.11.1921</ref><ref>Расписание пассажирских поездов дальнего следования Московского узла. Газета «Гудок» от 27.11.1921</ref>, Мәскәүҙән ҡуҙғалыу сәғәттәре күрһәтелгән:
* иртәнге «6—45»-тән иртәнге «11—00» тиклем;
* көндөҙгө «12—00»-нән көндөҙгө «5—45»-кә тиклем;
58 юл:
 
=== 24 төп өлөшкә бүлеү ===
Хәҙерге заман ваҡыт иҫәпләү системаларында тәүлекте тигеҙ оҙайлылыҡтағы 24 [[сәғәт]]кәсәғәткә бүлеү дөйөм ҡабул ителгән.
 
Тәү башлап тәүлекте бындай бүлеү (ләкин сәғәттең оҙайлылығы төрлө) б. э. тиклем 2100 йылдар тирәһендә [[Боронғо Мысыр]]ҙа осрай, был системаны ваҡытты белеү өсөн Мысыр жрецтары ҡулланған. Был тәүлектә 24 сәғәт иртәнге ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен, көндөҙгө ун сәғәтте, киске ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен һәм төнгө ун ике сәғәтте үҙ эсенә алған. Б. э. тиклем яҡынса 1300 йылда ваҡытты тәүлекләп иҫәпләү үҙгәртелгән: тәүлектең яҡты һәм ҡараңғы ваҡытын ярашлы рәүештә 12-шәр өлөшкә бүлгәндәр, һөҙөмтәлә «көндөҙгө» һәм «төнгө» сәғәттең оҙайлылығы сезонға бәйле үҙгәргән<ref>Бикерман Э. Хронология древнего мира. Ближний Восток и античность. — М., 1976. — С. 11—12.</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәүлек» битенән алынған