Тәүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
29 юл:
Боронғо кеше көн йәки төн буйынса ғына ваҡыт иҫәбе алып барған. Көн һәм төндө берләштергән тәүлек тураһында иң беренсе [[Гомер]] телгә ала, шуның менән бергә уның әҫәрҙәрендә тәүлек таң атҡанда башлана. Боронғо Рустә XIII быуатҡа тиклем «тәүлек» ваҡыт үлсәү берәмеге булараҡ ҡулланылмай. Боронғо Русь йылъяҙмасылары ваҡытты таң атҡандан таң атҡанға тиклем көндәр менән иҫәпләгәндәр<ref>[http://b-uchet.ru/article/169082.php День и ночь — сутки прочь]</ref>.
 
[[Иудаизм|Йәһүд тәүлеге]] ҡояш байығас йәки эңерҙә башлана (өсөнсө [[Йондоҙ дәүмәле|дәүмәлдәге]] йондоҙҙар күренгәс). Христиан Сиркәүе һәм [[Урта быуаттарбыуат|урта быуат]] [[Европа]]һы ошо традицияға эйәрә, ул Көнбайышта [[Флоренция календары|«Флоренция иҫәбе»]] булараҡ билдәле була: был системаға ярашлы «тәүлектең ике сәғәте» әйтеме «ҡояш байығандан һуң ике сәғәт үткәс» тигәнде аңлатҡан. Кис башланғас билдәләнеүсе [[Сочельник]], [[Хэллоуин]] кеүек айырым даталар, дини байрамдар алдағы датаның кисенән башланған иҫке йолаларҙың ҡалдығы булып торалар.
Исламда тәүлек ҡояш ҡалҡҡандан ҡояш байығанға тиклем иҫәпләнә, йәғни ҡояштың офоҡтан тулыһынса юғалыуы, шаңдаҡҡа ҡарамай, яңы көндөң башланыуын аңлата<ref>{{Книга |автор = Селешников С. И.|заглавие = История календаря и хронология |место = М. |издательство = Наука |год = 1970 |страницы = 111 |страниц = 224 |isbn = |тираж = {{num|11000}}}}</ref>.
 
[[Боронғо Египет]]та тәүлек ҡояш сыҡҡандан ҡояш сыҡҡанға тиклем иҫәпләнгән. Шулай уҡ төнгө ваҡыт, атап әйткәндә, хәҙерге [[Рәсәй]]ҙә һәм [[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ-та]], алдағы көндөң дауамы тип иҫәпләнә: мәҫәлән, «йома төнө» һәм «шәмбегә ҡарай төн» әйтемдәре — [[Урыҫ теле|урыҫ телендә]] бер үк мәғәнәлә була. Телевидение тапшырыуҙарының төнгө программаларын алдағы көндөң расписаниеһына индерәләр, уның ҡарауы [[видеомагнитофон]]дарҙывидеомагнитофондарҙы яҙма өсөн программалау ҡулланыусынан яңы тәүлектең 00:00-дә башланыу ҡәтғи ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Төндә «бөгөн», «кисә» һәм «иртәгә» кеүек әйтемдәр бер үк мәғәнәле булмай башлай.
 
=== Тәүлектең башы тураһында халыҡ-ара килешеүҙәр ===
Хәҙерге ваҡытта булған [[граждандар ваҡыты|граждандар тәүлеге]] килешеүе, уның башын [[төн уртаһы]]ныңуртаһының 00:00 сәғәте (индереп), ә аҙағы — тулы 24 сәғәттән һуң, 24:00 сәғәткә тиклем (индермәй) тип билдәләй. 1925 йылға тиклем, граждандар тәүлеге менән бер рәттән, астрономик тәүлек булған, ул [[төш ваҡыты]]нда башланған. Бынан тыш, диңгеҙҙә йөҙөүҙә, 19 быуатҡа тиклем, навигация, йәки [[диңгеҙ тәүлеге]] ҡулланылған ([[Английский язык|англ]]. nautical), ул шулай уҡ астрономик тәүлек кеүек төш ваҡытында башланған, ләкин 1 көнгә күсерелгән булған<ref>Дерек Хауз. Гринвич ваҡыты һәм открытие долготы. [http://12apr.su/books/item/f00/s00/z0000006/st008.shtml Нулевой меридиан]</ref>. Астрономияла [[юлиан датаһы]] иҫәпләмәһендә әлеге ваҡытҡа тиклем тәүлек башы төш ваҡыты тигән килешеү ғәмәлдә.
 
[[Бөтә донъя метеорологик ойошмаһы]] ''метеорологик тәүлек'' төшөнсәһен ҡуллана. Милли метеорологик хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген үҙ-ара яраштырыу маҡсатында, метеорологик тәүлек башы ваҡыты [[Всемирное координированное время|UTC]] буйынса төрлө [[Сәғәт бүлкәте|сәғәт бүлкәттәре]] өсөн булдырылған:
45 юл:
 
=== Тәүлек менән бәйле айырым килешеүҙәр ===
Ваҡыт пропусктарының һәм башҡаларҙың ғәмәлдә булыу срогы төн уртаһында тамамланырға мөмкин. Ләкин, әгәр хеҙмәт күрһәтеүсенең алмашыныу расписаниеһы (мәҫәлән, [[йәмәғәт транспорты]]), мәҫәлән, көндөҙгө 6:00 сәғәттән артабанғы тәүлектең төнгө 1:00 сәғәтенә тиклемге арауыҡты үҙ эсенә алһа (25:00 сәғәт тип билдәләнергә мөмкин булған) тиклемге арауыҡты үҙ эсенә алһа, ул саҡта һуңғы сәғәтте законлы рәүештә алдағы көндәң бер өлөшө итеп ҡарарға мөмкин. Миҫалға, Рәсәйҙә ҡала [[автобус]]ында йәки [[троллейбус]]ында юл йөрөү билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты, артабанғы айҙың 1-се көнө тыуғанда, әгәр уның башы алдағы тәүлеккә тура килһә, йәмәғәт транспорты персоналының эш сменаһы аҙағына тиклем тамамланмай. «[[Nederlandse Spoorwegen]]» (Голландия тимер юлы) өсөн тәүлек билеты 28 сәғәт ғәмәлдә була, 0:00-дән 28:00-гә тиклем (йәғни, артабанғы тәүлектең 4:00 сәғәте). «[[London Regional Transport]]» (Лондон йәмәғәт транспортының) пропуск билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты уны ғәмәлгә индергән көндән һуң артабанғы көндөң 4:30 сәғәтендә тамамлана<ref>Использованы материалы Английской Википедии</ref>.
 
== Тәүлектәрҙе бүлеү ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәүлек» битенән алынған