Тәүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
27 юл:
Көндөҙ әүҙем булған хайуандарҙың күпселеге өсөн, тәбиғи рәүештә, көн яҡтырғас башлана һәм ҡояш байығас тамамлана. Кеше үҙенең мәҙәни традициялары һәм фәнни белеме менән тәүлектең башланыу ваҡыты һәм уның үҙенсәлекле периодтарға бүленеше тураһында үҙенең ҡарашын булдырған.
 
Боронғо кеше көн йәки төн буйынса ғына ваҡыт иҫәбе алып барған. Көн һәм төндө берләштергән тәүлек тураһында иң беренсе [[Гомер]] телгә ала, шуның менән бергә уның әҫәрҙәрендә тәүлек таң атҡанда башлана. [[Боронғо Русь|Боронғо Рустә]] XIII быуатҡа тиклем «тәүлек» ваҡыт үлсәү берәмеге булараҡ ҡулланылмай. Боронғо Русь йылъяҙмасылары ваҡытты таң атҡандан таң атҡанға тиклем көндәр менән иҫәпләгәндәр<ref>[http://b-uchet.ru/article/169082.php День и ночь — сутки прочь]</ref>.
 
[[Иудаизм|Йәһүд тәүлеге]] ҡояш байығас йәки эңерҙә башлана (өсөнсө [[Йондоҙ дәүмәле|дәүмәлдәге]] йондоҙҙар күренгәс). Христиан Сиркәүе һәм [[Урта быуаттар|урта быуат]] [[Европа]]һы ошо традицияға эйәрә, ул Көнбайышта [[Флоренция календары|«Флоренция иҫәбе»]] булараҡ билдәле була: был системаға ярашлы «тәүлектең ике сәғәте» әйтеме «ҡояш байығандан һуң ике сәғәт үткәс» тигәнде аңлатҡан. Кис башланғас билдәләнеүсе [[Сочельник]], [[Хэллоуин]] кеүек айырым даталар, дини байрамдар алдағы датаның кисенән башланған иҫке йолаларҙың ҡалдығы булып торалар.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәүлек» битенән алынған