Тәүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
 
== Халыҡ-ара берәмек системаһы (СИ) ==
Ваҡыт үлсәү берәмеге тәүлек (урыҫса тамғаланышы: сут; халыҡ-ара: d) системанан тыш үлсәү берәмегенә ҡарай һәм [[СИ]] системаһына инмәй. Ләкин [[РФ|Рәсәй Федерацияһында]] ул ҡулланыу өлкәһе «бөтә өлкәлә» булған, ғәмәлдә булыу срогы сикләнмәгән ҡулланыуға индерелгән. Был осраҡта 1 тәүлек теүәл {{num|86400|секунд}} итеп ҡабул ителгән<ref name="Положение">[http://www.fundmetrology.ru/depository/01_npa/po879.pdf#page=6 Положение о единицах величин, допускаемых к применению в Российской Федерации.] {{Wayback|url=http://www.fundmetrology.ru/depository/01_npa/po879.pdf#page=6 |date=20131102193757 }} Утверждено Постановлением Правительства [[РФ]] от 31 октября 2009 г. № 879</ref>. СИ системаһында [[Секунд|Яңы секунд]] [[Цезий-133|цезий-133]] [[атом]]ының, тышҡы ҡыр ҡуҙғыуы булмағанда, төп хәленең ике үтә нескә кимәле араһындағы күсешкә ярашлы [[электромагнит нулраныш|нурланыштың]] {{num|9192631770}} периодына тигеҙ. Ярашлы рәүештә, СИ системаһында тәүлектең билдәләмәһе шундай {{num|794243384928000}} период тип иҫәпләнергә мөмкин.
 
Астрономияла СИ системаһындағы секунд аша билдәләнгән тәүлек юлиан тәүлеге тип атала.
45 юл:
 
=== Тәүлек менән бәйле айырым килешеүҙәр ===
Ваҡыт пропусктарының һәм башҡаларҙың ғәмәлдә булыу срогы төн уртаһында тамамланырға мөмкин. Ләкин, әгәр хеҙмәт күрһәтеүсенең алмашыныу расписаниеһы (мәҫәлән, [[йәмәғәт транспорты]]), мәҫәлән, көндөҙгө 6:00 сәғәттән артабанғы тәүлектең төнгө 1:00 сәғәтенә тиклемге арауыҡты үҙ эсенә алһа (25:00 сәғәт тип билдәләнергә мөмкин булған), ул саҡта һуңғы сәғәтте законлы рәүештә алдағы көндәң бер өлөшө итеп ҡарарға мөмкин. Миҫалға, Рәсәйҙә ҡала [[автобус]]ында йәки [[троллейбус]]ында юл йөрөү билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты, артабанғы айҙың 1-се көнө тыуғанда, әгәр уның башы алдағы тәүлеккә тура килһә, йәмәғәт транспорты персоналының эш сменаһы аҙағына тиклем тамамланмай. «[[Nederlandse Spoorwegen]]» (Голландия тимер юлы) өсөн тәүлек билеты 28 сәғәт ғәмәлдә була, 0:00-дән 28:00-гә тиклем (йәғни, артабанғы тәүлектең 4:00 сәғәте). «[[London Regional Transport]]» (Лондон йәмәғәт транспортының) пропуск билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты уны ғәмәлгә индергән көндән һуң артабанғы көндөң 4:30 сәғәтендә тамамлана<ref>Использованы материалы Английской Википедии</ref>.
 
== Тәүлектәрҙе бүлеү ==
55 юл:
* киске «6—00»-нан киске «11—40»-гә тиклем;
* төнгө «12—10»-нән төнгө «1—00»-гә тиклем, йәғни төнгө 12:10-дан 1:00-гә тиклем.
Бынан, Рәсәйҙә 1920-се йылдар башында, иртә, кис, көн һәм төн рәсми әйләнештә тигеҙ 6-шар сәғәт ваҡыт аралығы тәшкил иткән тип уйларға була. Артабан асыҡлаусы өҫтәмәләрҙең кәрәге булмай башлай. Мәҫәлән, 1924 йылда [[Известия|«Известия»]] гәзитендә баҫылып сыҡҡан поездар хәрәкәте расписаниеһында<ref>Расписание движения поездов дальнего следования. Газета «Известия» от 02.04.1924</ref>, халыҡ-ара килешеү тәҡдим иткән 24-сәғәтлек ваҡыт форматы ҡулланылған.
 
=== 24 төп өлөшкә бүлеү ===
Хәҙерге заман ваҡыт иҫәпләү системаларында тәүлекте тигеҙ оҙайлылыҡтағы 24 [[сәғәт]]кә бүлеү дөйөм ҡабул ителгән.
 
Тәү башлап тәүлекте бындай бүлеү (ләкин сәғәттең оҙайлылығы төрлө) б. э. тиклем 2100 йылдар тирәһендә [[Боронғо Мысыр]]ҙа осрай, был системаны ваҡытты белеү өсөн Мысыр жрецтары ҡулланған. Был тәүлектә 24 сәғәт иртәнге ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен, көндөҙгө ун сәғәтте, киске ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен һәм төнгө ун ике сәғәтте үҙ эсенә алған. Б. э. тиклем яҡынса 1300 йылда ваҡытты тәүлекләп иҫәпләү үҙгәртелгән: тәүлектең яҡты һәм ҡараңғы ваҡытын ярашлы рәүештә 12-шәр өлөшкә бүлгәндәр, һөҙөмтәлә «көндөҙгө» һәм «төнгө» сәғәттең оҙайлылығы сезонға бәйле үҙгәргән<ref>Бикерман Э. Хронология древнего мира. Ближний Восток и античность. — М., 1976. — С. 11—12.</ref>.
 
Вавилонда шулай уҡ көн һәм төндө 12-шәр сәғәткә бүлеү булған. [[Геродот]]тың «"Тарих»"ына ярашлы (II, 109), вавилонлыларҙан был системаны гректар үҙләштергән, аҙағыраҡ, моғайын мысырлыларҙан йәки гректарҙан, римляндар үҙләштергәндәр. Миҫалға, [[Ҡыш|ҡышҡыһын]] «"көндөҙгө сәғәт»"тең оҙайлылығы Римдә тик 45 минут самаһы тәшкил иткән.
 
[[Боронғо Рим]]дә көндөҙгө сәғәттәр дүрт тигеҙ ваҡыт аралығына берләштерелә, шулай уҡ төнгө сәғәттәр дүрт «һаҡ»ҡа (ҡарауылда тороу сроктары), һәр береһе өсәр сәғәт, берләштерелә: төн уртаһына тиклем ике һаҡ, һәм икәү — төн уртаһынан һуң<ref name="ИНГ">[http://www.chronos.msu.ru/RREPORTS/gansvind_vremya_kak_tsikl.htm ''И. Н. Гансвинд'' «Время как цикл. Почему циферблат часов размечен цифрами от 1 до 12»] {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20080117002908/http://www.chronos.msu.ru/RREPORTS/gansvind_vremya_kak_tsikl.htm |date=2008-01-17 }}</ref>.
 
[[Урта быуаттар]] Европаһында тәүлек ваҡыты сиркәү ғибәҙәттәре буйынса бүленгән, уларҙың башы һәм оҙайлылығы боронғо Рим тәүлек иҫәбенә ярашлы һанап үлсәнгән<ref name="ИНГ" /> (см. ''[[Литургия часов]]'').
70 юл:
[[Новгород республикаһы]]нда тәүлектең яҡты ваҡыты (көн), күрәһең, XV быуатта Мәскәүҙәге кеүек, шулай уҡ 12 сәғәткә бүленгән, был турала митрополит [[Филипп I (митрополит Московский)|Филипп I]]-ҙең вафаты тураһында хәбәрҙән сығып һығымта яһарға була<ref name="П">''Д. Прозоровский'' {{ВТ-ЭСБЕ|День, в древней Руси}}</ref>, ысынында, Новгородта бүлкәт ваҡыты XV быуатта Мәскәүҙекенән 3 сәғәткә айырылған<ref>[//www.lifeofpeople.info/themes/?theme=20.1.16.s#article5 Новгородская Вторая летопись, 1551]</ref>.
 
XVI—XVII быуаттарҙа [[Рәсәй]]ҙә, сәғәт оҙайлылығы даими итеп билдәләнгәс, ләкин йылдың теге йәки был айының билдәле көнөнә бәйле, «көндөҙгө» һәм «төнгө» сәғәттәр һаны үҙгәргәс, тәүлек ваҡыт иҫәбе ҡулланылған. Уларҙың һаны 7-нән 17-гә тиклем тирбәлгән<ref>Л. В. Черепнин. [http://www.russiancity.ru/books/b40.htm#c27 Русская хронология, § 14. Сутки и их деление]</ref>, шуның менән бергә Кремль сәғәтендә циферблат хәрәкәт иткән, ә бер бөртөк сәғәт теле хәрәкәтһеҙ торған<ref>[http://www.lifeofpeople.info/themes/?theme=20.1.17.s#article1 Эрколе Зани, 1678.]</ref>. Ошо расписание буйынса сиркәү ғибәҙәттәре башҡарылған, ләкин ул [[1722 йыл]]да [[синод]] тарафынан бөтөрөлә, элекке сәғәттәр дөйөм Европаныҡы менән алмаштырыла, шулай уҡ тәүлек башы итеп элекке кеүек иртә түгел, ә төн уртаһы алына <ref name="П" />.
 
{| class="wikitable"
113 юл:
| 03:00—05:00 || Тигр сәғәте || [[Тигр]]ҙар, аҙыҡ эҙләп ҡыҙырып йөрөп, иң ажарлы булған ваҡыт.
|-
| 05:00—07:00 || Ҡуян сәғәте || Әкиәттәге нефриттан яһалған Ҡуян Айҙа кешеләргә ярҙамға үҫемлек эликсиры эшләгән ваҡыт.
|-
| 07:00—09:00 || Аждаһа сәғәте || [[Ҡытай аждаһаһы]] ямғыр яуһын өсөн һауала кәйелеп осҡан ваҡыт.
134 юл:
 
=== 30 төп өлөшкә бүлеү ===
[[Һиндостан]]дың боронғо тәүлекте өлөштәргә бүлеү традицияһы «"[[Атхарва-веда]]»"ла сағылыш тапҡан. Уға ярашлы, тәүлектең яҡты яртыһы (көн) биш ваҡыт аралығына бүленгән: «удьян Сурья» (ҡояш сығышы), «самгава» (һыйырҙарҙы йыйыу), «мадхьям-дина» (көн уртаһы), «апарахна» (төштән һуғы ваҡыт), «астам-ян» (ҡояш байыуы). Веды әҙәбиәтендә тәүлек үҙ сиратында тигеҙ ваҡыт аралыҡтарына бүленгән, ләкин 24 сәғәткә түгел, ә 30 «мухурта»ға (хәҙерге иҫәп буйынса 1 мухурта = 48 минут). Бер «"мухурта»"ла 15 «кшипра» (1 кшипра = 3 минут 12 секунд), бер «кшипра» 15 «этархи»ҙан тора (1 этархи = 12,8 секунды), бер «этархи» 15 «идани»ҙан (1 идани = 0,85 секунд) тора<ref>Историко-астрономические исследования, XII / Отв. ред. Л. Е. Майстров // [http://www.astro-cabinet.ru/library/Stat/India_1.htm А. И. Володарский «Астрономия в Древней Индии»]. — М., Наука, 1975</ref>.
 
=== 22 төп өлөшкә бүлеү ===
164 юл:
|}
 
Мәрйендәр барлыҡҡа килеү осорона тиклем тәүлек оҙайлылығын белеү өсөн, ғалимдарға күкһел йәшел ылымыҡтар ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килә. [[1998 йыл]]дан Ҡытайҙың Тяньцзинь геология һәм минераль ресурстар институты тикшеренеүселәре Чжу Шисин, Хуан Сюегуан һәм Синь Хоутянь, ҡасандыр [[экватор]] эргәһендә үҫкән һәм Яньшань тауҙарында күмелеп ҡалған 1,3 миллиард йыл йәшендәге, 500-ҙән артыҡ строматолит ҡаҙылмаһын өйрәнәләр. Күкһел йәшел ылымыҡтар тәүлектең яҡты һәм ҡараңғы ваҡыттары алмашыныуға үҙҙәренең үҫеү йүнәлештәрен үҙгәртеү һәм төҫө тәрәнлеге менән яуап бирәләр: көндөҙ улар асыҡ төҫкә булалар һәм вертикаль үҫәләр, төндә тоноҡ төҫтә булалар һәм горизонталь үҫәләр. Был организмдарҙың тышҡы күренеше буйынса, уларҙың үҫеү тиҙлеген һәм [[Геология|геология]] һәм [[Климатология|климатология]] туплаған фәнни мәғлүмәтте иҫәпкә алып, күкһел йәшел ылымыҡтарҙың йыллыҡ, айлыҡ һә бер көнлөк үҫеү ритмын асыҡларға мөмкин була. Алынған һөҙөмтәләргә ярашлы ғалимдар, бынан 1,3 миллиард йыл элек, ([[Докембрий|Докембрий осоронда]]) Ерҙә тәүлек 14,91—16,05 сәғәткә һуҙылған, ә йыл 546—588 көндән торған тигән һығымта яһағандар<ref>[http://izvestia.ru/news/278966 Миллиард лет назад земной год длился 540 дней («Известия», 15 июля 2003)]</ref>.
 
Был баһа менән килешмәүселәр ҙә бар, улар боронғо һыу күтәрелеү ултырмаларын, тайдалиттарҙы тикшереүҙән алынған мәғлүмәттәр быға ҡаршы килә тип күрһәтәләр<ref>{{статья |автор=Андрей Журавлев |заглавие=Письмо месяца |издание=[[Популярная механика]] |год=2017 |номер=7 |страницы=12 }}</ref>.
 
[[Файл:LengthOfDay 1974 2005.png|thumb|250px|1974 йылдан 2015 йылға тиклем тәүлек оҙайлылығы үҙгәреүе (вертикаль буйынса — миллисекундтарҙа шкала)]]
Оҙайлы ваҡыт арауығында Ерҙең әйләнеү тиҙлеге үҙгәреүҙән тыш, (һәм шунан сығып тәүлек оҙайлылығының үҙгәреүе), көндөн-көн, массалар бүленеше менән бәйле, планетаның әйләнеү тиҙлене бер аҙ үҙгәрә, мәҫәлән, [[Донъя океаны|донъя океанының]] йәки [[Атмосфера|атмосфераның]], уларҙың уртаса температураһы тирбәлеүҙән, күләме бәләкәсәйеү арҡаһында. Донъя океаны йәки атмосфера һыуынғанда Ер тиҙерәк әйләнә (һәм киреһенсә), сөнки һөҙөмтәлә [[Импульс һаҡланыу законы|импульс һаҡланыу законы]] тәьҫир итә. Шулай уҡ геологик ваҡиғалар, мәҫәлән, көслө [[Ер тетрәү|ер тетрәүҙәр]] тәүлектең уртаса оҙайлылығы үҙгәреүгә килтерергә мөмкин. Шулай, Һинд океанында 2004 йылдағы ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә тәүлек оҙайлылығы яҡынса 2,68 [[Микросекунд|микросекундҡа]] кәмей<ref>[http://www.nasa.gov/home/hqnews/2005/jan/HQ_05011_earthquake.html NASA — NASA Details Earthquake Effects on the Earth]</ref>. Такие изменения отмечены и могут быть измерены современными методами.
 
1967 йылда [[Халыҡ-ара үлсәм һәм ауырлыҡтар комитеты]], Ерҙә ағымдағы ҡояш тәүлеге оҙайлылығына бәйләмәйенсә, билдәләнгән секунд ҡабул итә. [[Секунд|Яңы секунд]] [[Цезий-133|цезий-133]] [[атом]]ының, тышҡы ҡыр ҡуҙғыуы булмағанда, төп хәленең ике үтә нескә кимәле араһындағы күсешкә ярашлы [[электромагнит нулраныш|нурланыштың]] {{num|9192631770}} периодына тигеҙ була. UTC [[Бөтә донъя координацияланған ваҡыт]] ([[Халыҡ-ара атом ваҡыты|атом ваҡытының]] бер тигеҙ шкалаһына нигеҙләнгән) шкалаһын тәүлектең үҙгәреүсән оҙайлылығы менән яраштырыу [[Халыҡ-ара Ерҙең әйләнеү хеҙмәте]] күрһәтмәһе буйынса өҫтәлгән [[координация секунды]] ярҙамында башҡарыла.
 
== «Сутки» в русских поговорках ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәүлек» битенән алынған