Ауырғазы районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up, replaced: Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай → Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоро using AWB
1 юл:
{{Ук}}
'''Ауырғазы районы''' — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 19 кеше. Күпселеге [[татарҙар]], [[сыуаштар]], [[башҡорттар]]. Район үҙәге — [[Талбазы (Ауырғазы районы)|Талбаҙы]] ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.
 
== Географияһы ==
8 юл:
 
== Иҡтисады ==
Районда [[нефть]] ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), [[гипс]], [[эзбизташ]], ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик [[руда]]лар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — [[ауыл хужалығы]] районы. [[Ауыл хужалығы]] ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. [[ауыл хужалығы]] предприятиелары [[бойҙай]], [[ҡарабойҙай]], [[шәкәр сөгөлдөрө]] үҫтереүгә, һөт-ит малы, [[сусҡа]], [[һарыҡ]] үрсетеүгә махсуслашҡан.
 
[[Нефть]] ятҡылыҡтарын “Ишембайнефть”, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары үҙләштерә. Талбаҙыла ҡатнаш мал аҙығы һәм кирбес заводтары, аҙыҡ-түлек комбынаты эшләй; [[ауыл хужалығы]] техникаһы Талбаҙыла һәм Ишлелә ремонтлана.
 
Район територияһын төньяҡтан көньяҡҡа Өфө—Күмертау—Ырымбур тимер һәм автомобиль юлдары, Көнбайыштан көнсығышҡа Дәүләкән—Талбаҙы—Красноусол автомобиль юлы киҫеп үтә. Район эсендә Куйбышев тимер юлының Дарьино һәм Нуғаҙаҡ тимер юл станциялары урынлашҡан.
18 юл:
 
==Транспорт==
Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, [[Р-240 (автомобиль юлы)| Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы]] үтә.
== Халыҡ һаны ==
'''1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):'''
25 юл:
== Билдәле шәхестәре ==
* {{МиҙалБ|СХГ}} [[Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы]] (12.05.1929—21.03.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1974 йылдарҙа «[[Салауатнефтеоргсинтез]]» производство берекмәһе аппратсыһы. КПСС-тың XXIV съезы һәм СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм [[Салауат (ҡала)|Салауат ҡалаһының]] өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты. [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1966). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР‑ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983). [[Семёнкин (Ауырғазы районы)|Семёнкин]] ауылынан.
-------------------
* [[Фәрит Богданов]] (7.10.1932—12.03.2001), драматург. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). [[Солтанморат]] ауылынан.
* [[Дьяконова Мария Ивановна]] (14.11.1918—2.04.2005), табип, медицина эшмәкәре. 1961—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы медицина хеҙмәте капитаны. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ]] ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1991). [[Талбазы (Ауырғазы районы)|Талбазы]] ауылынан<ref>[http://www.moypolk.ru/sterlitamak/soldiers/dyakonova-mariya-ivanovna. Официальный сайт движения «Бесмертный полк». Дьяконова Мария Ивановна]{{ref-ru}}{{V|12|11|2018}}</ref>.
34 юл:
* [[Николаев Василий Васильевич]] (11.02.1939—28.06.2007), ғалим-инженер‑механик, сәнәғәт эшмәкәре. 1989—2002 йылдарҙа [[Ленин ордены|Ленин орденлы]] «Оренбургазпром» берекмәһененең начальнигы һәм генераль директоры. [[Сыуаш Республикаһы]]ның Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР‑ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). [[Почёт ордены]] кавалеры (1996). Райондың почётлы гражданы (2000). [[Сыуаш-Ҡарамалы]] ауылынан.
* [[Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы]] (25.7.1908—18.06.1971), инженер-электрик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1963 йылдарҙа [[Башҡорт АССР-ы]] Халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары. [[БАССР]]-ҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш [[БАССР Юғары Советы|Юғары Советы]] депутаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Октябрь Революцияһы (1971), [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|«Ҡыҙыл Йондоҙ»]] (1943) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1945) ордендары кавалеры. [[Мөҡсин (Ауырғазы районы)|Мөҡсин]] ауылынан<ref>[http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/11451-r-zh-pov-m-kh-m-t-soltan-uly Башҡорт энциклопедияһы — Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы]{{V|10|07|2018}}</ref>.
* [[Рәхимов Рөстәм Хәлим улы]] (6.10.1937) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. [[Стәрлетамаҡ]]тағы «Каучук» йәмғиәтенең 1983—2000 йылдарҙағы директоры һәм генераль директоры (1992). Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш [[Башҡортостан РеспубликаһыныңРеспубликаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты (1999-2003). [[Башҡорт АССР-ы]]ның һәм [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған химигы, [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены]] кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016). [[Иҫке Әпсәләм]] ауылынан<ref>[http://xn----8sbanercnjfnpns8bzb7hyb.xn--p1ai/index.php/%D0%A0%D0%B0%D1%85%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2_%D0%A0%D1%83%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BC_%D0%A5%D0%B0%D0%BB%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87 Энциклопедия Урала — Рахимов Рустам Халимович]{{ref-ru}}{{V|28|09|2017}}</ref>.
* [[Семёнов Александр Сергеевич]] (18.09.1933), мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1976—1998 йылдарҙа [[Стәрлетамаҡ]]тағы 48-се һөнәри училище директоры, 1998—2000 йылдарҙа ҡаланың ветерандар Советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996). [[Берёзовка (Ауырғазы районы)|Берёзовка]] ауылынан.
* [[Сөләймәнов Рим Солтан улы]] (3.01.1949), ғалим-нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2012 йылдарҙа «Газпром добыча Уренгой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1993). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт (1987), Ленин комсомолы премиялары (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Рәсәйҙең [[Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй)|Дуҫлыҡ ордены]] (1996) ордендары кавалеры. [[Яңы Ҡарамалы (Ауырғазы районы)|Яңы Ҡарамалы]] ауылынан<ref>[http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/11845-s-l-jm-nov-rim-soltan-uly Башҡорт энциклопедияһы — Сөләймәнов Рим Солтан улы]{{V|30|12|2018}}</ref>.
48 юл:
{{Ауырғазы районы муниципаль берәмектәре}}
{{Башҡортостан райондары}}
 
{{Башланғыс}}
 
[[Категория:Башҡортостан райондары]]
[[Категория:Ауырғазы районы]]
{{Башланғыс}}