Дегәнәк — версиялар араһындағы айырма

3835 байт өҫтәлгән ,  1 год назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә (Ишбаев Тегәнәк битенең исемен йүнәлтеү өҫтөнән үҙгәртте. Яңы исеме: Дегәнәк)
 
 
{{Биофото|Nsr-slika-423.png|left|ш=200| ''Naše škodljive rastline'', 1892 китабынан биологик иллюстрация}}
 
== Ҡулланыу ==
Быуын һыҙлаһа, әрекмән япрағы ябалар.
Йәнә кибеттәрҙә тәмле еҫле һатыла ине. Дегәнәк майы ({{lang-ru|репейное масло}}) – сәс үҫтерә, тамырын нығыта торған шәп сара! Япраҡтарын төйөп, һутын сәс төптәренә һөртөү ҙә бик файҙалы. Шулай уҡ уның менән тире ауырыуҙарын дауалайҙар, бөжәктәр тешләгән урындарға һөртәләр.
 
Ашарҙан ярты сәғәт самаһы алдан ауырыуына күрә 1-2 аш ҡалағынан алып сынаяҡ тултырып һут эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә: үтте, бәүелде ҡыуа, шәкәрҙе төшөрә, быуын һыҙлауын баҫа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Яман шештәр ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Нимәнән нисек ҡулланыу хаҡында үләнсе-табибтар менән кәңәшләшергә кәрәк. Файҙалары бының менән генә сикләнмәй<ref name="БФС">{{книга|заглавие=Ботанико-фармакогностический словарь: Справ. пособие|ссылка=|ответственный=Под ред. К. Ф. Блиновой и Г. П. Яковлева|место=М.|издательство=Высшая школа|год=1990|страницы=206|isbn=5-06-000085-0}}</ref>..
 
Япондар унан бик файҙалы ризыҡтар бешереп, ит, балыҡ менән йыш ҡуллана, ашҡа һала. Ҡафтау халыҡтары иһә тамырынан сейләй турама әҙерләй. Тик тәүге йыл үҫкәнен тотонорға кәрәк.
 
Ике йыллыҡ был үҫемлектең тамырын тәүге йылда ҡаҙып алалар, йә иһә иртә яҙҙа ҡаҙырға ла мөмкин. Уны йыуып киптергәндә оҙаҡ һаҡлана, шул килеш тә төрлө тоҙламаларҙа файҙаланырға ярай; тарттырып, онға ҡушып, күмәс менән дә һыйланалар. Мейескә тәгәрәтеп, йә духовкала бешерелгәненең ҡабығын әрсеп аҡ йә шыйыҡ май һалып ашайҙар.
Йәш япраҡтарын бер нисә минут ҡайнар һыуҙа бешекләп, турамаларға, ашҡа һалалар.
 
Шешекләгәндә сәй итеп ҡайнатып эсергә кәңәш итәләр. Хатта тәмле ҡайнатма ла әҙерләргә була унан!<ref name="lp">{{книга
| автор = Стукалова Л. А., Боков С. Н.
| часть = Лопух большой Arctium Lappa L.
| заглавие = Лекарственные растения в психиатрии
| издательство = [[Воронежский университет]]
| год = 1991
| страницы = 61—62
| страниц = 88
| isbn = 5-7455-0432-3 }}</ref>.
 
=== Дегәнәк ҡайнатмаһы ===
1 кг самаһы дегәнәк тамырын йыйып, таҙартып йыуып, ваҡлап турарға, 1,4 кг шәкәр һалырға. Бер лимонды орлоғон алып, турап, тамыр араһына һалырға. Көймәҫлек итеп һыу һалып, һүрән генә утта 2 сәғәт ҡайнатырға.
 
== Һылтанмалар ==
* Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
* Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1266. Arctium lappa L. — Лопух большой, или Репей // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 330. — ISBN 5-87317-163-7. {{ref-ru}}
== Иҫкәрмәләр ==
{{Примечания}}
 
[[Категория:Дарыу үҫемлектәре]]
27 228

үҙгәртеү