Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы — версиялар араһындағы айырма

күренеште төҙәтеү
(күренеште төҙәтеү)
(күренеште төҙәтеү)
'''Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы '''  — 2012 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын үҙгәртеп ҡороу юлы менән ойошторолған юғары уҡыу йорто. 
 
== Тарихи белешмә ==
* РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советы (СНК) 1940 йылдың 22 июнендәге  463-сө ҡарары менән 1940 йылдың 1 сентябренән 17 яңы уҡытыусылыҡ институты асырға хәл итә. Был институттарҙың 15-е элекке педагогия училищелары базаһында асыла. Был педагогия училищелары исемлегенә Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһы ла инә. Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары советы 1940 йылдың 6 июлендәге 717-се ҡарар менән Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһын ике йыллыҡ Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты тип үҙәгәртеү тураһында ҡарар сығара. Уның ике бүлеге була:  физика-математика һәм филология. Думаев Сәләх Ғизетдин улы институттың беренсе директоры итеп тәғәйенләнә, ул был вазифала, фронтта булғанын, яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡан ваҡыттарын да индереп, теүәл 9 йыл эшләй. 
* [[1954 йыл]]да СССР Министрҙар Советының 1954 йылдың 18 июлендәге 6579-Р бойороғо һәм РСФСР Министрҙар Советының 1954 йылдың 26 июлендәге 954-се ҡарары нигеҙендә педагогия институты ойошторола.
* [[2004 йыл]]да академия статусы бирелә.<ref>[http://sspa.edu.ru/2010-03-19-05-45-25/2009-12-01-06-58-33/2--n- История СГПА им.]</ref>
* РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йыл 2 февралдә сыҡҡан 95-се приказына ярашлы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы бюджеттағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатында БДУ-ның структур подразделениеһына әйләнә.<ref>[http://www.edu.ru/db-mon/mo/Data/d_12/m95.html Текст приказа на сайте Министерства образования РФ] // МОН РФ. 9 февраля 2012 год</ref>
 
== СДПА ректорҙары<ref>Гибадуллина Л. Г.  Стерлитамакская государственная педагогическая академия: исторический очерк. Уфа, 2005.</ref> һәм директорҙары ==
* 1954 йылдан  — [[Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы]] 
* 1956 йылдан  — [[Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы]] 
* 1959 йылдан  — [[Солтанғужин Тәүфиҡ Ғизелхаҡ улы]] 
* 1963 йылдан  — [[Насиров Иншар Ислам улы]] 
* 1976 йылдан [[Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы]]
* 1989 йылдан  — [[Хәмиҙуллин Марс Ғилметдин улы]]  
* 2006 йылдан  [[Баймырҙин Хәмит Хәйервара улы]][http://www.obrazovanie-ufa.ru/persons/Baymurzin_Hamit_Hairvarovich.htm]
* 2011 йылдың 1 февраленән ректор вазифаһын башҡарыусы  — [[Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы|Ҡыҙырғолов Илгиз Раян улы]]
* 2011 йылдың майынан  — филиал директоры [[Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәррәм улы]]
* 2015 йылдың 17 мартынан Филиал директоры  — [[Ковальский Алексей Алексеевич]]
 
== Структураһы (институттары һәм факультеттары) ==
* Башҡорт филологияһы факультеты
* Филология факультеты 
** рус теле кафедраһы (мөдире И.  А.  Сыров)
** лингвистика һәм журналистика кафедраһы (мөдире  Л.  Г.  Инчина)
** герман телдәре кафедраһы (мөдире  Г.  Р.  Булгакова)
** татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы (мөдире  И. С.  Мансуров)
** рус әҙәбиәте кафедраһы (мөдире  И.  Е.  Карпухин)
** әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире  Л.  В.  Басманова)
* Тарих факультеты 
** дөйөм тарих кафедраһы (мөдире  С. В. Сиротин)
** Ватан тарихы һәм тарих уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире  Д. П. Самородов)
* Педагогика һәм психология институты 
* Математика һәм тәбиғәт фәндәре институты 
* Иҡтисад һәм идара итеү факультеты
* Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты
 
== Тамамлаусылар ==
Карпухин Иван Егорович (5.02.1936)  — шағир, яҙыусы, фольклорсы ғалим. Филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре  (2006).
 
[[Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы]] — башҡорт шағирәһе.
 
[[Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы|Танһыҡҡужина Тамара Михайловна]] - — Рәсәй шашкасыһы.
 
Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы —журналист, дәүләт эшмәкәре.
 
Макурин Алексей Васильевич —спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры  (1994).
 
== Иҫкәрмәләр ==
69 939

үҙгәртеү