Нуғай теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: {{Примечания → {{иҫкәрмәләр using AWB
5 юл:
 
== Тасуирламаһы ==
Нуғай теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмө нуғай-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә инә, ләкин лексик-фонетик яҡтан үҙҙәре йәшәгән урындарҙағы халыҡтар телдәренә яҡын. Лингвист-төркиәтсе, фольклорсы, этнограф, доктор филология фәндәре докторы [[Баскаков Николай Александрович|Н. А. Бас­ка­ков]] 1936 йылғы диа­лек­то­ло­гик экс­пе­ди­ция ма­те­риа­лдары нигеҙендә фо­не­тик, лек­сик һәм мор­фо­ло­гик күрһәткестәр буйынса 3 төп диа­лек­т билдәләй: аҡнуғай (ку­бан­ь нуғайҙары диалекты), ҡа­ра­нуғай (Дағстан нуғайҙары диа­лек­ты), үҙнуғай (Став­ро­поль­ крайы нуғайҙары диа­лек­ты)<ref>[https://bigenc.ru/linguistics/text/2669288/ НОГА́ЙСКИЙ ЯЗЫ́К]</ref> . .
 
Ғалим Калмыкова Софья Абдулхәмид ҡыҙы нуғай телендә 2 диа­лек­т тип билдәләй – аҡ­нуғай (кубань нуғайҙары диалекты; Нуғай, Адыгэ-Хабль,[[Ҡарасәй-Черкесия]]ның Хабез районы , [[Ставрополь крайы]]ның Ҡарамырҙа һәм Каң­лы ауылдары) һәм ҡарануғай (дала нуғайҙары диа­лекты; Нуғай, [[Дағстан]]дың Баба-Йорт, Кизляр райондары, Чечняның Шелковский районы, Ставрополь крайының Нефтекум районы)<ref>Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см
</ref>
 
Нуғай теленә күршеләш йәшәгән халыҡтарҙың телдәренән алынмалар күп ингән, хатта улар теленә күсеү ҙә бар. Мәҫәлән, Әстерхан нуғайҙарының әҙәби теле — [[татар теле]], Дағстандан Хәсәү-йорт, Баба-Йорт райондарында йәшәүселәрҙең әҙәби теле — [[Ҡумыҡ теле|ҡумыҡ теле]].
 
Ғөмүмән алғанда, нуғай теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән башҡа телдәрҙән лексик, грамматик яҡтан әллә ни айырылмай, шулай ҙа фонетик яҡтан [[Төрөк теле|төрөк]] һәм [[Үзбәктәр|үзбәк]], [[Ҡарағалпаҡ теле|ҡарағалпаҡ]] телдәренә яҡын: акыкат—хәҡиҡәт, умер—ғүмер, таала—тәғәлә, саат—сәғәт.
17 юл:
Нуғай һөйләш теле өс диалектҡа бүленә: үҙнуғай диалекты (Ставрополь нуғайҙары), ҡарануғай диалекты (Дағстан нуғайҙары), аҡнуғай диалекты (ҡарасәй нуғайҙары).
 
Улар бер-береһенән ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәр менән генә айырыла.
 
== Алфавиты ==
[[1928 йыл]]ға тиклем ҡулланылышта [[ғәрәп теле|ғәрәп әлифбаһы]] була, һуңыраҡ [[латин әлифбаһы]], [[1938 йыл]]дан – [[кириллица]].
 
== Мәғлүмәт саралары ==
Ноғай телендә «Шоьл тавысы» һәм «Ногай давысы» [[гәзит]]тәре сығарыла..
 
"Төркиә ауазы — Татарса" радиоһында аҙна һайын [http://www.trt.net.tr/tatarca/nu%C4%9Fay%C3%A7a-n%C3%A4six%C3%A4tl%C3%A4r «Нуғайса нәсихәттәр»] тапшырыуы сығып килә.
 
== Видеояҙмалар ==
39 юл:
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{Примечания}}
 
{{Төрки телдәр}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нуғай_теле» битенән алынған