Бикбаев Рауил Төхфәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
1965 йылдан башлап [[СССР]] Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)|Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты]]нда әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Филология фәндәре докторы.
 
== Ижади эшмәкәрлегэшмәкәрлеге ==
Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.