Википедия:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
85 юл:
 
=== Белгән нәмәгеҙ һәм ҡыҙыҡ нәмәләр тураһында яҙығыҙ ===
Һеҙ яҙасаҡ мәҡәләнең бер кешегә файҙалы йәки ҡыҙыҡлы буласағын белгән генә ваҡытта ул мәҡәләгә тотоноғоҙ. Википедияға өлөш керетеүҙән ҡәнәғәтлек алырға тырышығыҙ. Белмәгән әйберегеҙ тураһында яҙа башлағанһығыҙ икән, ул тема буйынса эҙләнеүҙәргә ваҡыт айырығыҙ: бер нисә көн ул тема буйынса уҡырға тура килер бәлки. Улай иткәндә һеҙ бик күп яңы нәмәләр өйрәнәсәкһегеҙ һәм бик һәйбәт мәҡәлә яҙасаҡһығыҙ.
Әгәр ҙә тик эс бошоуҙан ғына мәҡәлә яҙа башлағанһығыҙ икән, уны бөтөнләй яҙып тормағыҙ. Был эш өсөн көсөгөҙ һәм ваҡытығыҙ әрәм буласаҡ һәм Википедияла тағы бер тамамланмаған мәҡәлә пәйҙә буласаҡ.
 
'''Бер нисә юлдан ғына ғибәрәт булған мәҡәләләр яҙмағыҙ''', сөнки улар мәғәнәһеҙ тип һаналып [[Wikipedia:Биттәрҙе юйыу| юйыласаҡ]].
 
Теләк менән яҙыла башлаған мәҡәләнең дә яҙылып бөтөлмәүе мөмкин. Ундай ваҡытта '''ул мәҡәләне Википедияға урынлаштырмауығыҙ хәйерлерәк булыр'''; яҙып бөтөлгәнгә тиклем үҙегеҙҙә һаҡлап тороғоҙ. Яҙылып бөтөлмәгән мәҡәлә күргән ваҡытығыҙҙа, уны <nowiki>{{stub}}</nowiki> [[Wikipedia:Ҡалыптар|ҡалыбы]] менән билдәләгеҙ. Тамғаны мәҡәлә текстынан '''һуң''', категориялар һәм интервики һылтанмаларынан '''алда''' ҡуйығыҙ.
 
Әгәр мәҡәләлә аңлатылған төшөнсәнең бер нисә мәғәнәһе бар икән, теләгегеҙ булғанда һәр бер мәғәнәһе өсөн айырым мәҡәлә яҙығыҙ. Һәм иң аҙаҡтан <nowiki>{{disambig}}</nowiki> тамғаһын ҡуйып '''аңлатыу билдәһеҙлелеген хәл итеү''' мәҡәләһен яҙығыҙ. Үрнәк өсөн [[Европа]] мәҡәләһен ҡарай алаһығыҙ..
 
=== Һәр бер һүҙ өсөн генә мәҡәлә яҙмағыҙ ===