Убийвовк Елена Константиновна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
"Убийвовк, Елена Константиновна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Еле́на (Ля́ля) Константи́новна Убийво́вк''' ([[1918 йыл|1918 йылдың 22 ноябре]], [[Полтава]]  — [[1942 йыл|1942 йылдың 26 майы]], шунда уҡ) [[Бөйөк Ватан һуғышы]]<nowiki/>нда ҡатнашҡан, подпольщица, [[Советтар Союзы Геройы]] (үлгәндән һуң).
 
== Биографияһы ==
Табип ғаиләһендә тыуа. Ляля бала сағынан уҡ (уны яҡын туған һәм шулай атай) тәүәккәл ҡыҙ була. Полтава мәктәбен тамамлағандан һуң [[В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты|Харьковуниверситетына]] уҡырға инә. Студент сағында Сергей Сапиго менән таныша (ҡыҙыл комиссар мәктәбендә уҡыйҙар), һуңынан оккупация осоронда уның менән Полтава йәшерен ойошмаһында эшләй.
 
1941 йылдың йәйендә, университеттың 4 курсын тамамлап, ата-әсәһенә Полтаваға ҡайта, һәм һуғыш башлана. «Непокорённая полтавчанка» йәшерен төркөмөн ойоштора, һәм унда башта туғыҙ комсомолец була. Ул иптәштәре менән бергә ҡорал йыя, ҡала халҡы араһында антифашистик агитация алып бара. Подпольщиктар коммунист Жаров етәкселегендә Диканьский урмандарында хәрәкәт иткән партизан отряды менән бәйләнеш булдыра. Жаров күрһәтмәләрен үтәп, ҙы ҡабул Мәскәү радиоһы аша Совинформбюро сводкаларын даими ҡабул итәләр, листовкалар баҫтыралар (алты ай эсендә 2 меңдән ашыу листовкалар таратыла). Бынан тыш, йәшерен ойошма ағзаларына ҡала һәм уның тирә-яҡ ауылдарында ирекле йөрөү мөмкинлеген биргән төрлө документтар һәм белешмә әҙерләгәндәр.
 
Төркөм яйлап 20 кешегә тиклем арта; йәшерен ойошманың штаб начальнигы Сергей Сапиго була. Диверсиялар үткәрәләр: электр станцияһын сафтан сығаралар, немец танкыларына ремонт яһаусы механика заводында станоктарға зыян килтерәләр. Полтаваның Кобылянская урамында урынлашҡан лагерҙың хәрби әсирҙәренә ярҙам ойошторғандар: уларҙы штат кейеме һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндәр. 18 хәрби әсиргә ҡасырға, партизандар отрядына ҡушылырға ярҙам иткәндәр. Винтовкалар менән гранаталар туплап, Полтавала ҡораллы баш күтәреүгә әҙерләнгән.
 
Оккупацион властар подпольщиктарҙы эҙләүгә «Цеппелин» төркөмөн, «Үле баш» эсэсовский дивизияһы каратель отрядтарын, «Орион-00220» эҙләү шпион төркөмөн йәлеп иткән. 1942 йылдың 6 майында бер үк ваҡытта йәшерен ойошманың иң әүҙем ағзаларын ҡулға алалар һәм язалауҙарға дусар итәләр. Ляля Убийвовктан 26 тапҡыр һорау алғандар һәм язалағандар. Гестапо зинданынан ул ата-әсәһенә үлер алдынан яҙылған дүрт хатын ебәреүгә өлгәшә.
 
1942 йылдың 26 майында Полтава ҡалаһының зыяраты артында Елена Константиновна Убийвовкты, Сергей Терентьевич Сапигоны, Борис Поликарпович Серганы, тадеуша Сергей Антонович Ильевскийҙы, Валентин Дмитриевич Сороканы һәм Леонид Пузановты атып үлтергәндәр.
 
== Хәтер ==
Юл 17 ⟶ 18:
1967 йылдың 28 октябрендә «Непокорённая полтавчанка» хөрмәтенә Полтавала һәйкәл ҡуйыла, ҡала урамдарының береһе уның исеме менән атала. Харьковтың бер урамы Ляля Убийвовк исемен йөрөтә, элегерәк мемориаль табличка ҡуйылған була, һуңынан ул юғала.
 
2013 йылда Ляля Убийвовкка 95 йәш тулыу уңайынан һәм Полтавщинаны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 70 йыллығы айҡанлы, Полтава өлкә советының Ляля Убийвовк исемендәге премия булдыра.
[[Файл:Будинок_школиБудинок школи,_де_навчалася_О де навчалася О.К.Убийвовк.JPG|мини]]
2013 йылдың 22 ноябрендә 10-сы һанлы Полтава мәктәбендә премияның тәүге лауреаттарын [https://web.archive.org/web/20180803163801/http://www.visnyk.poltava.ua/articles/1386164824/ бүләкләү тантанаһы] үтте. Шуларҙың береһе 10-сы мәктәптең уҡытыусыһы Антон Мартынов булды, ул «Непокорённая полтавчанка» ойошмаһы тураһында тарихта беренсе тапҡыр  — «Йәшлек һуғышҡа ҡаршы» тигән документаль фильм булдырғаны өсөн.
 
== Әҙәбиәт ==
 
* {{Китап|автор=|часть=Убийвовк Елена Константиновна|заглавие=Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь|ответственный=Пред. ред. коллегии [[Шкадов, Иван Николаевич|И. Н. Шкадов]]|ссылка=|место=М.|издательство=[[Воениздат]]|год=1988|том=2 /Любов — Ящук/|страниц=863|страницы=618—619|isbn=5-203-00536-2|тираж=100000|ref=}}
* {{Китап|автор=Левин Б.|год=1969|тираж=|isbn=|серия=|страниц=463|столбцы=|страницы=|том=|издательство=[[Политиздат]]|часть=Непокорённая полтавчанка|место=М.|издание=Вып. 2|ответственный=ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. {{nobr|Е. Кононенко}}|викитека=|ссылка=|оригинал=|заглавие=Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза|ссылка часть=http://www.a-z.ru/women_cd2/12/11/i80_105.htm|ref=}}