Давиденкова Евгения Фёдоровна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
1927 йылда [[Иркутск]] дәүләт университетының медицина факультетын тамамлай, [[Улан-Удэ]] ҡалаһының дауалау-профилактика учреждениеларында невропатолог булып эшләй. 1934 йылдан 1937 йылға тиклем — СССР Медицина фәндәре академияһының Эксперименталь медицина институтында аспирант була. ИЭМ. 1937 йылдан 1955 йылға тиклем [[Ленинград]] табиптарҙы камиллаштырыу институтында невропатология кафедраһының ассистенты булып эшләй. 1948 йылдан 1952 йылға тиклем нейроинфекцияның — ике тулҡынлы менингоэнцефалиттың яңы формаһын өйрәнеүҙә әүҙем ҡатнаша һәм 1952 йылдан 1955 йылға тиклем полиомиелитҡа ҡаршы тере вакцинаның клиник апробацияһы буйынса СССР Медицина фәндәре академияһы Эксперименталь медицина институтының вирусология бүлегендә эшләй<ref name="Давиденкова Евгения Фёдоровна"/><ref name="Давиденкова Евгения Фёдоровна: университет в лицах"/>.
 
1955 йылда «Диэнцефальная эпилепсия» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1955 йылдан 1972 йылға тиклем — дипломдан һуң белемдең Санкт-Петербург медицина академияһында нервы ауырыуҙары кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта 1961 йылдан — СССР Медицина фәндәре академияһының медицина генетикаһы лабораторияһы мөдире. 1963 йылда Е. Ф. Давиденкова СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, уға медицина генетикаһы буйынса академик төркөм бирелә, уның менән ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем етәкселек итә<ref name="Давиденкова Евгения Фёдоровна: университет в лицах"/>. Е.Ф. Давиденкова тарафынан СССР-ҙа тәүге тапҡыр хромосомалы ауырыуҙарҙың йышлығының популяцион тикшереүе үткәрелә, хромосомалы ауырыуҙарҙың һәм уның варианттарының классик формаларына характеоистика бирелә, енси хромосомаларҙың һәм аутосомаларҙың төрлө аномалиялары һүрәтләнә, организмдың индивидуаль үҫешендә Х-хромосоманың айырым участкаларының роле асыҡлана, бер нисә күп генлы ауырыуҙарҙың (мускул дистрофияһы, дорсион дистония, гепатолентикуляр дегенерация, гомоцистинурия) патогенезы тасуирлана, полиген ауырыуҙарына (диабет, ҡан-тамыр патологияһының ҡайһы бер формалары) нәҫелдән-нәҫелгә килгән бирешеүсәнлек буйынса һәм лейкоз генетикаһы, шулай уҡ аномаль геном эксперссияһының механизмдары буйынса тикшереүҙәр үткәрелә<ref name="Давиденкова Евгения Фёдоровна">{{Citecite web |author=|url=https://бмэ.орг/index.php/ДАВИДЕНКОВА_Евгения_Федоровна|title=Давиденкова Евгения Фёдоровна|lang= |website=[[Большая медицинская энциклопедия]]|publisher= |date=|accessdate=2020-03-08}}</ref>.
 
1996 йылда [[Санкт-Петербург]]та вафат була, Богослов зыяратында ерләнгән<ref>{{cite web |author= |url=http://mednecropol.ru/d/davidenkova-ef/davidenkova-ef.htm|title=Давиденкова Евгения Федоровна (8.10.1902 - 1996) |lang= |website=Медицинский некрополь|publisher= |date=|accessdate=2020-03-08}}</ref>.