Терещенко Вера Михайловна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Терещенко, Вера Михайловна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

09:40, 26 апрель 2020 өлгөһө

Терещенко Вера Михайловна (1 март 1924 йыл — 16 октябрь 1942) — партизан, 1-се Курск партизан бригадаһының Дмитриев партизан отряды разведчигы.

Биографияһы

Вера Михайловна Терещенко Дерюгино ауылында (хәҙер — Курск өлкәһе Дмитриев районы) күп балалы ғаиләләтыуған. Атаһы, Михаил Матвеевич шәкәр заводында слесарь булып эшләй, әсәһе Анна Афанасьевна ун бер баланы уға ҡалдырып, 1928 йылда вафат була.

Немец оккупацияһы башланыу менән Вера үҙенең синыфташтары менән йәшерен комсомол ойошмаһы ойоштора, уларҙың ағзалары Совинформбюро сводкаларын тыңлай, уларҙы ҡулдан күсереп халыҡ араһында листовка тарата. Ойошманың бер нисә кешеһе ҡулға алынғандан һуң Вера урманға партизандарға китә. Партизандао отрядында Вера разведчик була һәм күп тапҡыр заданиелар үтәй.

1942 йылдың октябрендә, заданиела булғанда, уны кемдер һата, ул ҡулға алына һәм оҙайлы язалауҙарҙан һуң ул Дмитриевта аҫып үлтерелә. Яза урынында һәйкәл ҡуйылған.

1946 йылдың июлендә В.М. Терещенко үлгәндән һуң 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Файл:Vera Tereschenko.jpg
В.Г. Злуникиндың «Вера» китабынан Вера Терещенко портреты .

Хәтер

В.М. Терещенко исеме менән атала:

  • Первоавгустовский ҡасабаһы мәктәбе,
  • Первоавгустовский ҡасабаһында, Дмитриева ҡалаһында һәм Курск өлкәһенең Железногорск ҡалаһында урамдар.

Дмитриевала партизан ҡыҙы язалаған урында һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Злуникин В. Г. Вера. — Курск, 1949. (Курск, 1959; Благовещенск, 1962; Воронеж, 1965).

Һылтанмалар