Конгресс китапханаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Шулай уҡ ҡара: күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография, күренеште төҙәтеү, викилаштырыу
 
1 юл:
{{Ук}}
'''Конгресс ктапханаһы''' ({{lang-en|The Library of Congress}}) — [[АҠШ]]-тың милли китапханаһы, Донъяның иң ҙур китапханаһы <ref>Library of Congress [https://www.loc.gov/about/general-information/]</ref>.Вашингтонда урынлашҡан. [[АҠШ Конгресы|АҠШ Конгресының]] [[фән|фәнни]]ни китапханаһы, хөкүмәт органдарын, фәнни тикшеренеү учреждениеларын, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, шәхси фирмаларҙы һәм сәнәғәт компанияларын, мәктәптәрҙе хеҙмәтләндерә.
 
Конгресс китапханаһының махсус бүлеге [[копирайт]]тар ([[авторлыҡ хоҡуғы|авторлыҡ хоҡуҡтары]]) менән шөғөлләнә.
 
== Китапхана тарихы ==
8 юл:
[[Файл:John Adams Building-LOC.jpg|thumb|left| Джон Адамс ис. бина]]
[[Файл:ThomasJeffersonBuildingLOC.jpg|thumb|left|Джефферсон китапханаһы]]
* Нигеҙ һалыныу датаһы [[1800 йыл]]дың 24 апреле тип һанала, ошо көндә АҠШ президенты ''Джон Адамс'' дәүләттең [[баш ҡала]]һын (John Adams) [[Филадельфия|Филадельфиянан]] нан [[Вашингтон]]ға (Washington) күсереү тураһында законға ҡул ҡуя. Пункттар араһында китапханаға китаптар алыу һәм уларҙы һаҡлалыҡ бина һалыу өсөн 5000 доллар (ул ваҡыт өсөн ярайһы ҙур сумма) бүлеү тураһында ла була. Ул китапхананың эш тәртибен билдәләй. Быға ярашлы китапхана менән бары АҠШ президенты һәм вице-президенты, сенат ағзалары, Вәкилдәр палатаһы ([[АҠШ Конгресы]]) ғына файҙалана алған. Шуға күрә уны — «''Конгресс Китапханаһыкитапханаһы''» тип атала башлаған.
* Башта [[фонд]]та 740 китап һәм [[Лондон]]да һатып алынған Американың өс [[географик карта]]һы ғына була. [[1801 йыл]]дың [[4 март]]ында президент вәкәләттәрен үтәүгә тотонған киләһе башлыҡ [[Томас Джефферсон]] (Thomas Jefferson) китапхана фонды менән ныҡлы шөғөлләнергә тотона, был осорҙа китапхана фонды күпкә тиҙерәк арта башлай. 8 йылдан Джеймс Мэдисон президент булып килә, уның өлөшөнә бик ауыр йөк  — 1812—1814 йылдарҙағы Англия менән һуғыш осоронда илгә етәкселек итеү йөгө төшә.
* Һуғыш барышында, 1814 йылдың [[август|авгусында]] Вашингтонды инглиздәр яндырып бөтә. Капитолий бер нимәһе ҡалмай яна, ә унда баһалап бөткөһөҙ йөкмәтле китаптар һаҡланған була. [[Британия империяһы|Британ ғәскәрҙәрен]] ҡыуып сығарғас, Мэдисон китапхананы тергеҙергә бойороҡ бирә. Экс-президент һәм көслө [[библиофил]] Джефферсон Конгресҡа ярты быуат буйы йыйған төрлө телдәрҙәге 6487 томдан торған үҙенең шәхси тупланмаһын алырға тәҡдим итә. Ул ваҡытта АҠШ-та был тупланмаға еткән китапхана булмай. Америка тәҡдимде ҡабул итә. 23 940 доллар хаҡ ҡуйыла. Шул ваҡыттан «Конгресс китапханаһы» «Джефферсон китапханаһы» тигән менән тиң булып китә.
* [[1851 йыл]]да китапхана икенсе тапҡыр ҙур [[янғын]] кисерә, был афәттә Томас Джефферсон китаптарының күп өлөшө,фондтағы 55 000 төрлө баҫмаларҙың 2/3 өлөшө янып бөтә. Бер йыл үткәс кенә дәүләт бюджетынан китапхананы тергеҙеүгә 168 700 доллар бүленгән. Был аҡсаның күп өлөшө төҙөлөшкә һәм ремонт эштәренә китә.
* 1850-се йылдарҙа Конгресс китапханаһына [[министр]]ҙар, ҡайһы бер ведомство етәкселәре, АҠШ-тың Юғары суды ағзалары, сәйәси партияларҙың абруйлы етәкселәре, танылған [[ғалимдар]] һәм [[яҙыусылар]], эре киң мәғлүмәт сараларының [[журналист]]ары инә ала башлай .
* [[1870 йыл]]да башлыса Конгресс китапханаһының шул саҡтағы етәксеһе Эйнсуорт Рэнд Споффорд тырышлығы менән АҠШ-та сыҡҡан баҫмаларҙың барыһынан да Конгресс китапханаһына мотлаҡ бер дана ебәреү тураһында указ ҡабул ителә. Шул осорҙа уҡ дәүләт бюджетынан килгән аҡсаны алыу һәм тотоноу , китапханаға финанс ярҙамы күрһәткәндәрҙе дәртләндереү тәртибе закон нигеҙендә нығытыла.
* [[1899]] - — [[1939 йыл]]дарҙа китапханаға етәкселек иткән ''Герберт Патнем'' китапханалағы китаптарҙы класлаштырыуҙың уңайлы системаһын индерә, етәкселек итеүенең һуңғы йылдарында Конгресс китапханаһы өсөн махсус һалдырылған бинаны аса. [[Филиал]]ға Конгресс китапханаһына нигеҙ һалған  Джон Адамс исеме бирелә. Яңы бинаға 6 500 000$ бүленә. Бина имени Томас Джефферсон исемендәге «"белем һарайы»"нан алыҫ түгел урынлашҡан.
* [[1907 йыл]]да Конгресс китапханаһына 40 000 долларға [[Красноярск]] [[сауҙагәре]] һәм библиофил Г. В. Юдиндың 81 мең дананан торған шәхси китапханаһын һатып ала, унда башлыса рус тарихы буйынса китаптар һәм журналдар тупланған була. Шунан алып бында [[Рәсәй]]ҙән ситтә иң күп [[Урыҫ теле|урыҫ телендәге]] китаптар тупланған (әле Конгресс китапханаһында өс йөҙ мең самаһы урыҫ телендәге баҫма бар).
* 1930-се йылдарҙа Джефферсон китапханаһы милли статус ала, ул АҠШ бюджетынан тәү сиратта комплектолау хоҡуғына эйә була.
* [[1939]] - — [[1944 йыл]]дарҙа китапханаға ''Арчибальд Маклиш'' етәкселек итә,[[1945]] - — [[1953]]-тә Лютер Эванс була, [[1954]] - — [[1974 йыл]]дарҙа «эстафетаны» Куинси Мамфорд ҡабул итә, ә [[1975]] - — [[1987 йыл]]дарҙа Дэниел Бурстин етәксе була .
[[1980 йыл]]да Конгресс китапханаһының өсөнсө, иң ҙур майҙанлы бинаһы сафҡа инә, уны Джеймс Мэдисон исеме менән атайҙар. Мэдисон бинаһында ер йөҙөнөң барлыҡ төбәктәренән төрлө телдәрҙәге гәзит-журналдары һаҡлана.
 
 
== Бүләктәре ==
Конгресс китапханаһы ошондай бүләктәр бирә: Клюге премияһы, Гершвин премияһы, {{iw|Living Legend||en|Library of Congress Living Legend}}{{ref-en}} һәм башҡалар.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
42 юл:
 
 
[[Категория: Конгресс Китапханаһыкитапханаһы|*]]
[[Категория:АҠШ]]
[[Категория:Милли китапханалар]]