Никольская Раиса Ивановна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Раиса Ивановна Никольская''' ([[1912 йыл|1912]]—[[1994 йыл|1994]])  — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]].
 
== Биографияһы ==
Раиса Ивановна Никольская 1912 йылда [[Рәсәй империяһы]]ның [[Екатеринодар]], хәҙер [[Краснодар]] ҡалаһында тимер юлсы ғаиләһендә тыуған.
 
Мәктәптән һуң Кубань ауыл хужалығы институтын (хәҙер Кубань дәүләт аграр университеты) тамамлап, уның тупраҡ фәне кафедраһында эшләй. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] ваҡытында институт [[Урта Азия]]ға эвакуациялана; Раиса Ивановна бәләкәй балалары менән Геленджикҡа күсеп килә. Һуғыш йылдарында икмәк заводында лаборант булып эшләй, һуңынан баш технолог һәм лаборатория мөдире була. «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.<ref>[http://coast.ru/priboy/130_03.htm НАША «БАБА РАЯ»… ТАК ЗВАЛИ ЕЕ ВСЕ, КТО ЗНАЛ]</ref> . Һуғыштан һуң [[Советтар Союзы Коммунистар партияһы|ВКП(б)]]/[[Советтар Союзы Коммунистар партияһы|КПСС-ҡа]] инә. 1951 йылда партияның Геленджик район комитеты секретары итеп һайлана, ә 1956 йылда «Геленджик» виноградсылыҡ совхозын етәкләй.<ref name="gelendzhik">[https://gelendzhik.org/city/social_sphere/societies/imya-kubani-detail.php?ELEMENT_ID=30505 Никольская Раиса Ивановна]</ref>
 
Йәш директор булараҡ хужалыҡты ала, ул 120 гектар ерҙән, йөк машинаһы һәм тракторҙан тора. 1984 йылда пенсияға киткәндә, совхоз дүрт бүлексәгә тиклем ҙурая, 10 мең тоннанан ашыу уңышы менән 1300 гектар виноград баҡсаһы булған Ул етәкселек иткән йылдарҙа совхоз виноград баҡсаһының майҙанын байтаҡҡа киңәйтә, «Алиготе Геленджик». «Кабарне Мысхако», «Рислинг Мысхако», «Черные глаза», «Мускат янтарный», «Совиньон Геленджик», «Южная ночь», «Жемчужина России» кеүек маркалы шараптарҙың 500 декалитры оҙаҡ һаҡланыуға ҡуйыла. «Геленджик» совхозының шараптары халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә күп алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар менән бүләкләнә.
 
1974 йылда совхоз илдең сәнәғәт үҙәктәренә һәм крайҙың курорттарына планлы 1392 тонна урынына 1420 тонна виноград оҙата, килемдең суммаһы {{S|2 021 миллиона}} һум тәшкил итә. СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 10 февралендәге указы менән Бөтә Союз социалистик ярышта өлгәшкән уңыштары, дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын етештереүҙе һәм һатыу буйынса заданиены үтәүҙә туғыҙынсы биш йыллыҡта күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн Раиса Ивановна Никольскаяға [[Ленин ордены]] һәм [[«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы]] тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
 
Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә  — шарап етештереүселәр һәм виноград үҫтереүселәрҙең бөтә донъя конгресында ҡатнаша, Геленджик ҡала советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана, «Белем» йәмғиәтенең ҡала рәйесе, «СССР-Франция» дуҫлыҡ йәмғиәтенең беренсе ҡала рәйесе була.<ref name="gelendzhik">[https://gelendzhik.org/city/social_sphere/societies/imya-kubani-detail.php?ELEMENT_ID=30505 Никольская Раиса Ивановна]</ref> «Агропромышленное предприятие „Геленджик“» эшенең авторы.<ref>[https://search.rsl.ru/ru/record/01007646148 Агропромышленное предприятие «Геленджик». — Москва : Россельхозиздат, 1979.]</ref>
 
1984 йылда пенсияға сыға, хаҡлы ялда булып Геленджикта йәшәй, ветерандар советы рәйесе урынбаҫары булып тора.
 
1994 йылдың 22 авгусында Геленджикта вафат була. Марьина Роща ауылы зыяратында ерләнә.
 
«Геленджик» совхоз идаралығы бинаһында Р.  И.  Никольскаяға мемориаль таҡта ҡуйылған.
 
== Ҡаҙаныштары ==
 
* [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] (1957), [[«Почёт Билдәһе» ордены]] (1966) һәм [[Октябрь Революцияһы ордены]] (1971), миҙалдар менән бүләкләнә.
* «Геленджик ҡалаһының почётлы гражданы» исеменә лайыҡ була.<ref>[https://gelendzhik.org/city/general_information/honorary_citizens_of_gelendzhik/4350/ НИКОЛЬСКАЯ РАИСА ИВАНОВНА]</ref>
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
 
* Герои Социалистического Труда Краснодарского края
 
== Библиография ==
 
* Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н.&amp;nbsp;Л.&amp;nbsp;Заздравных, [[Краснодар]], 2003.
 
Юл 36 ⟶ 33:
 
== Һылтанмалар ==
 
* [http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=25252 Никольская Раиса Ивановна]
* [http://kavkaz-history.ru/malesnik-v-v-istoriya-v-semeynyih-fotoalbomah/36/ История в семейных фотоальбомах]