Һөйәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
41 юл:
Һөйәк ярыһынан ҡан тамырҙары менән нервылар үтә. Кимерсәк менән ҡапланған һөйәк баштарында һөйәк ярыһы ҡатлауы булмай.
 
== ЬөйәктеңҺөйәктең составы==
 
Һөйәктәр органик һәм органик булмаған матдәләрҙән төҙөлгән. Минераль һәм органик матдәләрҙең әһәмиәтен тәжрибә ярҙамында анһат асыҡларға мөмкин.
50 юл:
 
Органик булмаған берләш мәләрҙең ҡатылығы менән органик берләшмәләрҙең һығылмалылығы — икеһе бергә һөйәкғәрҙең ныҡ булыуын тәьмин итә.
 
== Һөйәктәрҙең үҫеүе==
 
Бала саҡта һәм йәш ваҡытта кешенең Һөйәктәре буйға һәм йыуанлыҡҡа үҫә. Ьөлдәнең формалашыуы 22— 25 йәш тәрҙә тамамлана.
 
Ьөйәктең йыуанлыҡҡа үҫеүе һөйәк ярыһының эске йөҙө күҙәнәктәренең бүленеүенә бәйләнгән. Был саҡта һөйәк өҫтөндә — күҙәнәктәрҙең яңы ҡатлауҙары, ә был күҙәнәктәр тирәһендә күҙәнәк-ара матдә барлыҡҡа килә.
 
һөйәк баш тарын ҡаплаусы кимерсәк туҡыма күҙәнәктәренең бүленеүе иҫәбенә һөйәктәр буйға үҫә. һөйәктәрҙең үҫеүен биологик әүҙем матдәләр, мәҫәлән,
гипофиз бүлеп сығара торған үҫеш гормоны -соматотропин регуляциялай.
 
Был гормон етерлек булмағанда, бала бик әкрын үҫә. Бындай кешеләр 5— 6 йәшлек баланан бейек булып үҫмәйҙәр. Улар кәрләләр булып ҡалалар.
 
Әгәр бала саҡта гипофиз үҫеш гормонын артыҡ күп эшләп сығарһа, алпамыша — буйы 2 м-ға еткән һәм унан да оҙон кеше булып үҫә.
 
Оло кешелә гипофиз функцияһы көсәйһә, кәүҙәнең ҡайһы бер өлөштәре, мәҫәлән, ҡул-аяҡ бармаҡтары, танау, пропорцияһыҙ үҫә башлай.Был сир акромегалия тип атала.
 
Оло кешеләрҙә һөйәктәр буйға һәм йыуанлыҡҡа үҫмәй. Ләкин иҫке һөйәк матдәһенең яңыһы менән алмаш ыныуы бөтә ғүмерҙәре буйына бара. Һөйәк матдәһе һөлдәгә тәьҫир итеүсе көсөргәнеш, йәғни йөктәмә (нагрузка) йоғонтоһонда яңынан үҙгәрергә һәләтле.
 
Мәҫәлән, балериналарҙың аяҡ баш бармагының һөйәктәре йыуаная. Ул бармаҡтарҙың массаһы эске ҡыуышлыҡтың киңәйеүе арҡаһында еңеләйә.
 
Һөлдәгә төшкән көсөргәнеш ҙурайған һайын, яңырыу процестары әүҙемерәк бара һәм һөйәк матдәһе шул тиклем нығыраҡ була.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һөйәк» битенән алынған