Заруцкая Ирина Павловна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт университеты физика-м атематика факультетының тупраҡ-геология-география бүлегенә уҡырға инә. 1931 йылда уҡыуын «геоморфология» һөнәре буйынса тамамлай, Мәскәү һәм Белгород өлкәләрендә, Көньяҡ Уралда, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта һәм башҡа төбәктәрҙә ялан топографик эштәре үткәрә. 1932 йылда Мәскәү%Волга каналы төҙөлөшө өсөн Мәскәү йылғаһы бассейнының топографик төшөрөүен эшләй. 1934 йылдан 1937 йылға тиклем Заруцкая Баш геодезия идаралығының картография тресы ғилми редакцияһында эшләй, башҡа ғалимдар менән 1:100 000 масштаблы топоргафик карта булдырыу өҫтөндә тора, бынгың өсөн «Геодезия һәм картография алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә <ref>[https://istgeodez.com/nagradyi-organizatsiyam-i-personalnyie/ История геодезии — награды]</ref>.
 
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] йылдарында Ирина Павловна илдең 1:100 000 масштаблы картаһын төҙөү менән шөғөлләнә. Һуғыштан һуң, 1945—1950 йылдарҙа Геодезияның һәм картография баш идаралығы Ғилми-редакцион карта төҙөү өлөшөнөң баш мөхәррире вазифаһын башҡара һәм СССР-ҙың 1:2 500 000 масштаблы гипсометроик картаһы өҫтөндә эшләй, шуның өсөн 2-се дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була (1951). 1951—1953 йылдарҙа И.П.Заруцкая Ғилми-редакцион карта төҙөү өлөшөнөң баш мөхәррире вазифаһында юғары мәктәп өсөн карталар серияһын төҙөү өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ 1951 йылдан алып бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университетының география факультетында уҡыта, 1953 йылда Мәскәү дәүләт университетының геодезия һәм картография кафедраһына даими эшкә күсә, унда ҡырҡ йылға яҡын эшләй.<ref name="lomonosov">[http://lomonosov-fund.ru/enc/ru/encyclopedia:0133963:article Заруцкая Ирина Павловна]</ref> И. П. Заруцкая ҡатнашлығында [[Иркутск өлкәһе|Иркутск]], Ҡостанай һәм [[Төмән]] өлкәләре шулай уҡ Сиҙәм һәм [[Алтай]] крайҙарының комплекслы төбәк атластары төҙөлә<ref>[https://istgeodez.com/zarutskaya-irina-pavlovna/ Заруцкая Ирина Павловна]</ref> Күренекле совет ғалимы-картографы К.А.Салищев менән хеҙмәттәшлек итә.
 
1955 йылда «Методы составления рельефа на гипсометрических картах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай<ref>[https://search.rsl.ru/ru/record/01005879298 Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата геогр. наук]</ref>, ә 1966 йылда «Тематические карты природы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Һигеҙ фән кандидаты әҙерләнгән. 300-ҙән ашыу ғилми эшен баҫтырған.<ref name="lomonosov">[http://lomonosov-fund.ru/enc/ru/encyclopedia:0133963:article Заруцкая Ирина Павловна]</ref> Профессор И. П. Заруцкая халыҡ-ара конференцияларҙа күп ҡатнаша, Халыҡ-ара картография ассоциацияһы комиссияһында эшләй.