Зеленко Екатерина Ивановна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
5 юл:
Екатерина Зеленко 1916 йылдың 23 февралендә<ref>{{Cite web|url=http://ko-dnu-vvs.mil.ru/|title=Ко дню ВВС|publisher=ko-dnu-vvs.mil.ru|accessdate=2020-01-28}}</ref> Коршин ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул унынсы бала була. Катяның әсәһе, Наталья Васильевна Максимова Кострома өлкәһе Назаровка ауылында тыуған. Атаһы — Курск өлкәһе Велико-Михайловка ауылыныҡы. Беренсе донъя һуғышы йылдарынд, тынғыһыҙ замандарҙа, уның ғаиләһе Курск ҡалаһына күсергә ҡарар итә.<ref>{{Cite web|url=http://airaces.narod.ru/woman/zelenko.htm|title=Зеленко Екатерина Ивановна - советский военный летчик Герой Советского Союза - Красные соколы. Русские авиаторы летчики-асы 1914-1953|publisher=airaces.narod.ru|accessdate=2020-01-28}}</ref>
 
[[Курск]] ҡалаһындағы 10-сы тулы булмаған урта мәктәптең ете класын тамамлай, Воронеж аэроклубында курстарын үтә ([[1933 йыл|1933]]), К. Е. Ворошилов исемендәге 3-сө Ырымбур хәрби авиация л<nowiki><u>ё</u></nowiki>тчиктарлётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр мәктәбен ([[1934 йыл|1934]], 5 билдәләренә генә) тамамлай. ВЛКСМ ағзаһы. Шул уҡ 135-се бомбардирока авиация полкының [[1943 йыл]]ғы һауа һуғышында һәләк булған 4-се эскадрилья командиры лётчик Павел Игнатенкоға кейәүгә сыҡҡан була.
 
[[Харьков]]та фатирҙарға урынлаштырылған 19-сы еңел бомбардировка авиация бригадаһында хеҙмәт иткән. Самолёттар һәм авиация ҡорамалдарын һынау менән шөғөлләнеп, ете йыл буйына дүрт самолёт төрөн үҙләштерә. 1939—1940 йылдарҙағы Хәрби-Һауа Көстәренең 8-се һауа армияһы составына ингән 11-се еңел бомбардировка авиация полкының 3-сө эскадрильяһында совет-фин һуғышында ҡатнаша. 8 хәрби осош яһап, дошмандың артиллерия батареяһын һәм боеприпастар келәтен юҡ итә, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Шунан 19-сы авиабригадаға ҡабат килә, [[1940 йыл]]дың майынан яңы формалашҡан 135-се бомбардировка полкында лётчик-инструктор сифатында хеҙмәт итә.