Зеленко Екатерина Ивановна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
9 юл:
[[Харьков]]та фатирҙарға урынлаштырылған 19-сы еңел бомбардировка авиация бригадаһында хеҙмәт иткән. Самолёттар һәм авиация ҡорамалдарын һынау менән шөғөлләнеп, ете йыл буйына дүрт самолёт төрөн үҙләштерә. 1939—1940 йылдарҙағы Хәрби-Һауа Көстәренең 8-се һауа армияһы составына ингән 11-се еңел бомбардировка авиация полкының 3-сө эскадрильяһында совет-фин һуғышында ҡатнаша. 8 хәрби осош яһап, дошмандың артиллерия батареяһын һәм боеприпастар келәтен юҡ итә, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Шунан 19-сы авиабригадаға ҡабат килә, [[1940 йыл]]дың майынан яңы формалашҡан 135-се бомбардировка полкында лётчик-инструктор сифатында хеҙмәт итә.
 
[[Бөйөк Ватан һуғышы|Бөйөк Ватан һуғышының]] тәүге көндәренән 135-бомбардировка авиация полкының 5-се эскадрилья (Көньяҡ-Көнбайыш фронты, Хәрби-һауа көстәренең 6-сы армияһы, 16-сы ҡатнаш авиация дивизияһы) командиры урынбаҫары булараҡ алыштарҙа ҡатнаша. Барлығы 40 хәрби осош (шул иҫәптән төнгө) яһап өлгөрә, 12 һауа һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың июлендә Пропойск районында дошмандың {{S|45 танков,}} 20 автомобилен, батальонға яҡын һалдатын ҡырып, юғалтыуһыҙ ҡайтҡан [[бомбардировщиктар]] төркөмө командиры була.
 
[[1941 йыл|1941 йылдың 12 сентябрендә]] Су-2 самолётында ике хәрби разведка осошо яһай. Икенсе осош ваҡытында уның самолёты зыян күреүенә ҡарамаҫтан, шул уҡ көндә ул өсөнсө тапҡыр задание үтәргә оса. Кире ҡайтҡан саҡта, Ромны районы йүнәлешендә ике совет самолётына немецтарҙың ете Me-109 һөжүм итә. Икенсе совет самолёты бәреп төшөрөлә, һәм алышта ҡатнаша алмай. Зеленко бер дошман самолётын бәреп төшөрә, ә боезапасы бөткәнлектән, икенсе немец самолётын төкөй таранить. Шулай итеп, уны ҡыйрата, әммә үҙе лә һәләк була.