Аксаков Константин Сергеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up using AWB
4 юл:
== Биографияһы ==
Константи́н Серге́евич Акса́ков 1860 йылдың 7 декабрендә [[Ырымбур губернаһы]]ның Аксаково ауылында тыуған. 
Ғүмеренең баштағы туғыҙ йылын Знаменское-Аксаков ауылында үткәрә. [[1826 йыл|1826 йылда]]да, атаһы ғаиләһе менән [[Мәскәү]]гә күсә. 1830 йылдар башында М. П.  Погодин п. м. пансионында тәрбиәләнә. А. Д. Милютин хәтерләүенсә. «шул уҡ ваҡытта [[1831 йыл|1831 йылда]]да үҙенең уҡыуға һәләтле һәм отҡор булыуын күрһәтә». [[1832 йыл|1832 йылда]]да 15 йәшендә [[Мәскәү университеты]]ның әҙәбиәт бүлексәһендә студент була, профессорҙар Павлов, Надеждин, Победоносцевтарҙа уҡый. [[1835 йыл|1835 йылда]]да кандидатлыҡ дипломын ала.
 
Университетта уҡыған саҡта Белинский һәм Бодянский менән бергә Станкевич түңәрәгенә йөрөй. Немец классик фәлсәфәһе (бөтәһенән элек [[Георг Вильгельм Фридрих Гегель|Гегель]]) менән мауыға. Уның йоғонтоһо Аксаковтың [[1846 йыл]]<nowiki/>дағы магистрлыҡ һәм башҡа эштәрендә сағылыш таба. [[1837 йыл|1837 йылда]]да Станкевичтың сит илгә китеүе сәбәпле түңәрәк тарҡала һәм Аксаков  славянофилдар: А. С. Хомяков, В. И.  Киреевский, Ю. Ф. Самарин- менән яҡынлаша. [[1838 йыл|1838 йылда]]да сит илдә булып, унан биш айҙан һуң ҡайта.
 
К. С. Аксаковтың тәүге шиғырҙары «Телескоп», «Молва», «Московский наблюдатель», «Отечественные записки» журналдарында йыш ҡына «К Еврипидин» псевдонимы аҫтында баҫылып тора. Улар артынан драма әҫәрҙәре: «Освобождение Москвы в 1612 году»,  «Кенәз Луповицкий» комедияһы,  «Почтовая карета» водевиле,  «Олег под Константинополем» пародияһы- баҫылып сыға. [[1842 йыл|1842 йылда]]да К. С. Аксаков : «Несколько слов о поэме Гоголя: Похождения Чичикова или мертвые души» тигән тәнҡит мәҡәләһе яҙып сыға. «Москвитянин» журналының 9-сы һанында уның был мәҡәләһе тураһында В. Г. Белинский яҙған хөкөмгә яуап бирә. [[1846 йыл]]да «Московский сборник» баҫмаһында уның өс тәнҡит мәҡәләһе («Имярек» имзаһы аҫтында) нәшер ителә : граф Соллогубтың «Вчера и сегодня»; проф. Никитенконың «Опыт истории рус. литературы»; Некрасов тураһында «О петербургском сборнике». 1847-1852 йылдарҙа ул үҙенең әҙәби-тарихи мәҡәләләрен баҫтырыуын дауам итә. Бигерәк тә уның тарихи мәҡәләләре араһында Соловьев яҙған «О древнем быте славян вообще и русских в частности», «История России» китабының I, VI, VII, VIII томдарына(1852), «Краткий исторический очерк земских соборов», «О состоянии крестьян в древней России», «По поводу Белевской Вивлиофики, изданной Н. А. Елагиным» китаптарына яҙған рецензиялары ҙур әһәмиәткә эйә. 
 
[[1846 йыл|1846 йылда]]да  уның «Ломоносов в истории русской литературы и русского языка» тишеренеүҙәре өсөн уға магистр дәрәжәһе бирелә. К. С. Аксаков магистр диссертацияһын яҡлағандан һуң, уҡытыу эшенә тотона уйлай, әммә Мәскәү университетында вакансия  булмай, шунлыҡтан  Аксаков әҙәби һәм публицистик  ижад менән шөғөлләнә башлай. «Москвитянин» һәм «Русская беседа» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә; «Русская беседа»ның иң әүҙем хеҙмәткәре була. [[1857 йыл|1857 йылда]]да «Молва» гәзитенең ғәмәли мөхәррире була.
 
[[1848 йыл|1848 йылда]]да [[Николай I]] Рәсәйҙә көнбайышлылыҡты бөтөрөргә саҡырып хат яҙа, уның был хаты күптәр тарафынан «тейеш булмаған ҡылыҡһыҙлыҡ» һәм «яла яғыу» итеп баһалана. Ул демократтар һәм либералдар «яла яғыусы» исемен күтәрә.
 
[[1855 йыл|1855 йылда]]да ул яҙған «Воспоминания студенчества 1832—1835 годов»» (купюралар менән [[1862 йыл]]да баҫылып сыға) мемуарҙары нәшер ителә. [[1858 йыл|1858 йылда]]да К. С. Аксаков Рәсәй әҙәбиәт һөйөүселәр йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана.
 
Атаһының үлеүе уның һаулығына насар йоғонто яһай: КонстантинАксаков чахотка сиренән ул Грецияның Занте (Закинф) утрауында 1860 йылдың 19 декабрендә вафат була. [[Мәскәү]]ҙең Симонов монастыры территорияһында ерләнә.
 
К. С. Аксаков әҫәрҙәренең Мәскәүҙә башланған тулы йыйынтығы тамамланмай ҡала ; бары тик өс томы ғына сыға: беренсе томына рус тарихы буйынса 27 мәҡәләһе, шуларҙың күпселеге автор тере саҡта баҫылмаған була, бары тик[[1861 йыл| 1861 йылда]] нәшер ителә, икенсе томы — [[1875 йыл|1875 йылда]]да һәм, ниһайәт, өсөнсөһө — [[1880 йыл]]да нәшер ителә. 2-се  һәм 3-сесө томдарына филология буйынса хеҙмәттәре ингән, өҫтәүенә өсөнсө томы башлыса «Опыт русской грамматики» темаһына бағышланған.
 
== Идеология ==
[[Файл:01_aksakov.JPG|мини|279x279пкс| Константин Сергеевич Аксаковтың һәм уның улы Константиндың  Новодевичье зыяратындағы ҡәберҙәре Н. В. Гоголь ҡәберенә күрше тора. Яҙыусыларҙың кәүҙәһе Совет осоронда Симонов монастырынан был зыяратҡа күсерелгән.]]
''«О внутреннем состоянии России»'' хеҙмәтендә (1855) Аксаков, [[урыҫтар]] —  һүҙмә-һүҙ: идара итеүҙә ҡатнашыуҙы эҙләп дәүләткә берләшә торған халыҡ түгел, тип раҫлай, шуға күрә улхалыҡ революция һәм конституция эҙләмәй, уның көнкүреше нигеҙендә борон-борондан общиналар торған, дәүләт элементы күрше илдәр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, тип фекер йөрөтә. Аксаков ҡәтғи рәүештә хөкүмәткә  ''земствоны'' ҡапма-ҡаршы ҡуя, һуңғы төшөнсә аҫтында рухи-әхлаҡи эшмәкәрлекте таный, шул уҡ ваҡытта [[Дәүләт|дәүләттеңдәүләт]]тең «хәрби эштәр буйынса өҫтөнлөк» төп эше, уның төп бурысы «халыҡтар ғүмерен һаҡлау», тип аңлата. Асылда Рус дәүләте [[Монархия|монархиянанмонархия]]нан тора, ҡаты дисциплина һәм бер кешенең идара итеүе намыҫ һәм йәмәғәт фекере менән тигеҙләнә. Әммә был дәүләт һәм ерҙәр араһындағы гармония  [[Пётр I|Петр I]] тарафынан боҙолған, уның хөкүмәте халыҡтан айырылған, дәүләт халыҡ ерҙәрендәге эштәргә ҡыҫыла башлап, халыҡҡа хеҙмәт итеүсе органдан бер һүҙһеҙ  буйһоноуҙы талап итеүсе (таш ботҡа) идолға әйләнгән. Рәсәйҙә шулай  «эске язва»: бүленешеү, крепостнойлыҡ хәле һәм взяткалар алыу барлыҡҡа килгән, тигән идеологияны К. С. Аксаков кешеләргә еткерергә тырышҡан.
 
''«О русском воззрении»'' хеҙмәтендә (1856) Аксаков кеше һәм милләтте айырып, үҙенең славянофил идеялары яҡлы икәнлеген иғлан итә. «Халыҡ эшмәкәрлеге, — тип яҙа Аксаков, — кеше эшмәкәрлеге һымаҡ, үҙаллы булырға тейеш». Бында ул Европа күренештәрен кешелек күренештәре менән тиңләргә тырышыуҙы ҡәтғи тәнҡитләй, бигерәк тә уларҙың модала, сәнғәттә, телдә һәм әҙәбиәттә сағылышын. Был асылда ҡолдарса ят халыҡтарҙыҡын үҙләштереү, тип фекер йөрөтә.