Бутан тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Бихар → Биһар (2) using AWB
40 юл:
1947 йылда [[Һиндостан]] бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң, шулай уҡ Бутанда бойондороҡһоҙлоҡ ала. Әммә изоляция һөҙөмтәһендә, [[БМО]]-ла һәм халыҡ-ара ойошмаларҙа Бутандың вәкиллеге булмай. Өсөнсө король Джигме Дорджи Вангчук 1952 йылда тәхеткә ултырғас, әкренләп модернизация сәйәсәтен башлай. Тибетты [[Ҡытай]]ҙың баҫып алыуы, Бутанды Һиндостан менән Ҡытай һөжүменән һаҡлау тураһында пакт төҙөргә мәжбүр итә һәм хәҙерге заманға тиклем илдең хәүефһеҙлеге һинд ғәскәрҙәре тарафынан гарантиялана. Өсөнсө король сауҙа итә һәм илдә аҡса әйләнешен әүҙемләштерә. Тик 1971 йылда Бутан БМО-ға инә.
 
Дүртенсе король Джигме Сингье Вангчук 1972 йылда тәхеткә ултыра һәм бер нисә реформалар индерә. Сит ил журналистарына һәм туристарына сикләнгән һанда Бутанға инеү рөхсәт ителә. Король илде инфраструктура (электрлыҡ, телефон, радиоэлемтә, юлдар) менән тәмьинтәьмин итергә тырыша.
 
1974 йылғы сәйәси көрсөк тураһында аҙ һанлы мәғлүмәттәр бар. Көрсөк башланыуҙа [[Далай-лама XIV]] ҡустыһы Гьяло Тондуб һәм Бутанда Дайлай-ламаның рәсми вәкиле Ладинг ғәйепләнә. Далай-лама был ваҡиғаларға бәйле булыуы хаҡында барлыҡ ғәйепләүҙәрҙе инҡар итә<ref>[https://books.google.com/books?id=KcyKqU01Qx0C&q=%22conspiracy+against+Jigme%22#v=snippet&q=%22conspiracy%20against%20Jigme%22&f=false Indo-Bhutan relations and China interventions. P. 122.]</ref>. Бутан хөкүмәте тарафынан тикшеренеү үткәрә, уның һөҙөмтәләре һаман да сер аҫтында ҡала. Был ваҡиғаларҙан һуң Тибет-Бутан мөнәсәбәттәре насарая һәм тарихи һәм иҡтисади факторҙары менән бергә, һөҙөмтәлә 1979 йылда 2500 тибетлылар Бутандан [[Непал]]ға, Һиндостанға һәм Ҡытай тарафынан оккупацияланған Тибетҡа депортациялана<ref>{{Cite journal|url=http://himalaya.socanth.cam.ac.uk/collections/journals/kailash/pdf/kailash_10_0102_04.pdf|title=Tibetans in Karnataka|first=Lynn|last=Pulman|journal=[[Kailash: A Journal of Himalayan Studies|Kailash]]|volume=10|number=1-2|year=1983|pages=119–171}}</ref>.
 
1998 йылда король башҡарма власты Министрҙар Кабинетына тапшыра, шуның менән юғары чиновниктарҙың алмашыныуы һәм үҙгәреп тороуы тәмьинтәьмин ителә. 2002 йылда Бутанда милли телевидение индерелә, быға тиклем телевидение тыйыу аҫтында була. Һуңғы йылдарҙа Бутан ҙур уңыштарға ирешә, халҡының хәле әкренләп арта бара, инфраструктура яҡшыртыла һәм модернизациялана. Шулай ҙа Бутан ныҡ традицияларға бирелгән.
 
Бутандың оборонаһы Һиндостанға һалынған, Бутан тыныс ил булып тора. Әммә 2003 йылда Бутанға Ассам ҡаршылығына ҡаршы хәрби операция уҙғарырға тура килә.