Ҙур Һыу айырғыс һырт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Горная система |Название = '''Ҙур Һыу айырғыс һырт''' |Национальное на…" исемле яңы бит булдырылған
 
ә →‎Тасуирлама: clean up using AWB
 
23 юл:
Тауҙар башлыса [[эзбизташ]]тарҙан, [[гранит]]тарҙан, [[гнейс]]тарҙан, вулканик тоҡомдарҙан тора. Бында [[нефть]], [[газ]], [[таш күмер|таш]] һәм [[һоро күмер]], [[аҡ ҡурғаш]], полиметаллик рудалар, [[алтын]], [[баҡыр]], титан-магнетит һәм монацит ҡомдары ятҡылыҡтары бар. Көнсығыш битләүҙәре текә, ныҡ һәм тәрән йырғыланған, көнбайыш битләүҙәре һөҙәк убалы тау алдына (даунстарға) күсә. Көньяҡ киңлектең 28° төньяҡтараҡ тауҙар сағыштырмаса бейек түгел, уларҙың киңлеге 650 километрға барып етә. Яҡынса 1000 метр бейеклектәге яр буйы һырттары һәм вулканик платолар һөҙәк түбәле көнбайыш тауҙар теҙмәһенән буйға һуҙылған киң соҡорҙар менән айырылған. Көньяҡтараҡ бейегерәк һәм монолит тауҙар урынлашҡан. Тау системаһы составында артабанғ һырттарҙы айыралар: Мак-Ферсон, Нью-Ингленд, Гейстингс, Ливерпул, Зәңгәр тауҙар һәм Австралия Альптары. Иң юғары нөктәһе — [[Косцюшко (тау)|Косцюшко]] тауы (2228 м).
 
Битләүҙәрҙә бихисап йылғалар башлана, шул иҫәптән ҡитғала иң ҙурҙары булған [[Муррей (йылға)|Муррей]] һәм Дарлинг йылғаларының инеше урынлашҡан. Йылға үҙәндәрендә электроэнергия сығарыу һәм ҡалаларҙы һыу менән тәмьинтәьмин итеү маҡсатында күп дамбалар төҙөлгән.
 
Флораһы — япраҡ ҡойоусы мәңге йәшел һәм эквалипт урмандары, саванналар, һирәк урмандар, ҡыуаҡлыҡтар (көнбайыш битләүҙәр).