Цуканова Мария Никитична: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
== Биографияһы ==
[[Файл:Семья_Цукановых.gif|мини]]
Мария Никитична Цуканова 1924 йылдың 14 сентябрендә Смоленск ҡасабаһында <ref>Ныне несуществующий населённый пункт в [[Крутинский район|Крутинском районе]] Омской области</ref>, ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. [[Урыҫтар|Урыҫ]]. Үҙ атаһын белмәй, ул ҡыҙы тыуғанға тиклем бер нисә ай элек вафат була. Ҡыҙҙы әсәһе менән үгәй атаһы Николай Васильевич тәрбиәләй.
 
Бала сағы һәм үҫмер йылдары [[Красноярск крайындакрайы]]нда үтә, Таштып ҡасабаһында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. Шунда уҡ телефонистка булып эшләй, 1941 йылдың декабренән Ростовтан эвакуацияланған госпиталдә санитарка була. Үгәй атаһы менән ағаһы фронтҡа китә, бер аҙҙан ағайы һәләк була. Ггоспиталдә икенсе урынға күсерәләр, ә уларҙың ғаиләһе [[Иркутск]] ҡалаһына күсә, 1942 йылдың февраленән июнгә тиклем Иркутск авиация заводының 33-сө цехында ботаусы, ҡабул итеүсе һәм 4-се разрядлы контролер булып эшләй. Производствонан айырылмайынса санинструкторҙар курсын тамамлай һәм «флот егерме бишенселәре» отрядының составында (1942 йылдың майында СССР ГКО -ның хәрби диңгеҙ флотына 25000 ирекмән-ҡыҙҙарҙы саҡырыу тураһында указы) 1942 йылдың 13 июнендә флот сафтарына саҡырыла һәм Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеү өсөн йүнәлтелә. Яр оборонаһы Шкотов секторының 51-се артиллерия дивизионында телефонистка һәм алыҫлыҡты үлсәүсе булып хеҙмәт итә. 1944 йылда кесе медицина белгестәре мәктәбен тамамлағандан һуң Мария Тымыҡ океан диңгеҙ пехотаһы 355-се айырым батальонының 3-сө ротаһында санитарка булып тәғәйенләнә.
 
== Батырлығы ==