Соснина Нина Ивановна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Соснина, Нина Ивановна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

18:35, 2 апрель 2020 өлгөһө

Нина Ивановна Соснина (30 ноябрь 1923[1][2], Кухари — 31 август 1943, Малын) — Малында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәшерен комсомол ойошмаһы етәксеһе. Советтар Союзы Геройы[3].

Биографияһы

Нина Ивановна Соснина Кухари ауылында табип ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[2].

Киевта йәшәй һәм уҡый, шунан һуң ғаилә Малынға күсеп килә[2].

1937 йылдан ВЛКСМ ағзаһы[1][3].

1941 йылдың йәйендә мәктәптең 9-сы синыфын тамамлай[2].

1941 йылдың көҙөндә йәшерен комсомол төркөмөн ойоштора, 1942 йылдың башында П.А. Тараскин етәкләгән Малын йәшерен ойошмаһы составына инә һәм ойошма секретары булып китә[1].

Подпольщик сифатында ойоштороу эштәрен башҡара, халыҡ араһында листовкалар тарата, бер нисә тапҡыр партизандар менән бәйләнешкә сыға, партизандар менән берлектә Малын ҡалаһы янында Белая Крыница ҡасабаһы эргәһендә оккупанттар менән һуғышта ҡатнаша[2].

1943 йылдың ғинуарында, П.А. Тараскин ҡулға алынып һәләк булғандан һуң ойошманы етәкләй[1].

Житомир өлкәһе С.Ф. Маликовтың партизан берләшмәһе менән бәйләнешкә сыға.

1943 йылдың 31 авгусында Нина Соснина атаһы — хирург И.И.Соснинға яралы партизанға операция яһауҙа ярҙам итә, йортто гитлерсылар уратып ала. Һуғыш сыға, уның барышында Нина һәләк була[1][3].

Малын ҡалаһында ерләнә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәше өсөн Н. И. Соснинаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3][2].

Наградалары

Хәтер

  • Житомир өлкә ВЛКСМ комитеты составына мәңгелеккә индерелә[2]
  • Малын ҡала паркындағы обелиск.
  • Киев өлкәһе Бородянский районының Тетерев тимер юлы станцияһы янында мәктәп эргәһендә бюсы
  • Кухари ауылында иҫтәлекле тамға.
  • Нина Соснина исеме менән Малында урта мәктәп аталған[1] (Н. Соснина музей бар)[4], шулай уҡ Малын һәм Бердичев ҡалаларында, ҡала тибындағы Иванков һәм Песковка ҡасабаһы, Микулич ауылында урамдар аталған. 1976 йылда төҙөлгән Дунай пароходсылығы карабы «Нина Соснина» тип атала.
  • Киевта Сосниндар ғаиләһе урамы бар.

Сәнғәттә

  • «Нина» — нәфис фильм.
  • «Сосниндар ғаиләһе» — документаль фильм (СССР, «Укркинохроника», 1967; режиссеры А. Ф. Золоз)[2]
  • С.С.Смирновтың «Ғаилә» повесы (1967)

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Соснина, Нина Ивановна // Украинская Советская Энциклопедия. том 10. Киев, «Украинская Советская энциклопедия», 1984. стр.253
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Соснина Нина Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 509. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Соснина, Нина Ивановна // Советский энциклопедический словарь. редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 4-е изд. М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.1247
  4. Конкурс ім. Н Сосніної // «Журнал Житомира» от 25 сентября 2013

Әҙәбиәт

  • Советские партизаны: из истории партизанского движения в годы Великой Отечественной войны / ред.-сост. В. Е. Быстров, ред. З. Н. Политов. М., Госполитиздат, 1961. стр.539-540
  • Крестовский И. Большевистский дух не сожжете! // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • В. И. Соснин, В. А. Рудник. Верные долгу. 3-е изд., пер. М., «Молодая гвардия», 1982.
  • Боевые звёзды киевлян. Очерки о Героях Советского Союза — уроженцах Киева и Киевской области. / сб., сост. И. В. Волков, К. Л. Клепик, А. К. Корнилов и др. 3-е изд., пер. Киев, 1983. стр.400-403
  • Золотые звёзды Полесья / сб., сост. Г. И. Кривохижин, Д. Ф. Романов. 3-е изд., пер. и доп. Киев, 1985. стр.418-423

Һылтанмалар

Соснина Нина Ивановна. «Герои страны» сайты.