Рэй Брэдбери: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
41 юл:
 
Бөйөк депрессия ваҡытында 1934 йылда Брэдбери ғаиләһе Лос-Анджелесҡа күсеп килгән<ref name="vz" />, уларҙы саҡырып килтергән ошо туғаны һуңғараҡ Эйнар бабайҡайҙың прототибы буласаҡ һәм шул уҡ исемде йөрөтәсәк{{sfn|Скурлатов|1987|с=645}}. Бында Рэй 1938 йылда урта мәктәпте тамамлаған. Үҫмер егет үҙенең аҙаҡҡы өс йыл ғүмерен Лос-Анджелес урамдарында гәзит һатып үткәрә<ref name="dr">[http://www.dni.ru/culture/2012/6/6/234899.html «В США скончался Рэй Брэдбери» на сайте Дни. РУ.]</ref>{{sfn|Скурлатов|1987|с=646}}. Ауыр матди хәлгә бәйле ғаиләнең улына юғары белем бирерлек аҡсаһы булмай, һәм Брэдбери колледжға уҡырға инә алмай{{sfn|Скурлатов|1987|с=646}}. Әммә артабанғы белеме юҡлығы уға артыҡ ныҡ ҡамасауламай. Был турала яҙыусы «Нисек итеп колледж урынына мин китапхана тамамланым йәки 1932 йылда айҙа булған үҫмерҙең уйҙары» тигән мәҡәләһендә иҫкә алған<ref name="vz" /><ref name="ube" />.
{{начало цитаты}}Миңә 19 йәш саҡта, миң колледжға уҡырға инә алманым: мин ярлы ғаиләнән. Беҙҙең аҡсабыҙ юҡ ине, шуға ла мин китапханаға йөрөнөм. Аҙнаның өс көнөндә мингел китаптар уҡыным. 27 йәшемдә университет урынына мин китапхана тамамланым<ref name="ube" />.{{конец цитаты|источник=Рэй Брэдбери}}
Брэдбери, Эдгар Райс Берроуздың «Марстың бөйөк яугире» әҫәренең дауамын яҙып, үҙен әҙәбиттә ун ике йәшендә һынап ҡарай<ref group="прим.">Не следует путать с [[Берроуз, Уильям Сьюард|Уильямом Сьюардом Берроузом]] или его сыном, [[Берроуз, Уильям Сьюард (младший)|Уильямом Сьюардом Берроузом]]-младшим</ref>. Яҙыусы бер интервьюһында, ярлы тормош арҡаһында, үҙенә китап һатып ала алмағанлыҡтан, артабан нимә булырын фаразларға ҡарар итеүе хаҡында һөйләгән{{sfn|Скурлатов|1987|с=646}}. Брэдбери, атап әйткәндә, Берроуздың үҙенең ижадына йоғонтоһон таныған, Берроузды уҡымаған булһа, «Марсиан хроникалары» яҙылмаған булыр ине тигән Брэдбери{{sfn|Скурлатов|1987|с=650}}.