Руднева Евгения Максимовна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Евгения Максимовна Руднева 1920 йылдың 24 декабрендә Бердянск ҡалаһында, хәҙер Украинаның [[Запорожье өлкәһе]]<nowiki/>ндә, хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
 
Мәскәү өлкәһенең Салтыковка ҡасабаһында, Бабушкин ҡалаһында йәшәгән. 1941 йылда Мәскәү дәүләт университетында механика-математика факультетының 3 курсын тамамлай . Астрономия менән шөғөлләнә.
 
Фәнгә һөйөү Женяла мәктәптә үк уяна. Бигерәк тә уны астрономия арбай. 9 синыфтан астрономия түңәрәгендә шөғөлләнә башлай. Тиҙҙән Женяның астроном булырға ныҡлыбулыү теләге ныҡ була.
 
1938 йылда Женя урта мәктәпте һәм яҡшы билдәләренә генә тамамлай һәм МДУ-ныңМәскәү дәүләт университетының механика факультеты студенты була. Үҙенең егәрлелеге һәм ҡыҙыҡһыныусанлығы арҡаһында Женя тиҙ арала университеттың иң яҡшы студенттарының береһе була. Шул уҡ йылда ул Бөтә Союз астрономия-геодезия йәмғиәтенең (ВАГО) Ҡояш бүлегендә эшләй башлай, ә киләһе йылында уны ошо бүлектең мөдире итеп һайлайҙар. Бер үк ваҡытта ул Үҙгәреүсе йондоҙҙар бүлегендә лә эшләй, йыш ҡына Пресняла обсерваторияла төндәр буйы күҙәтеүҙәр үткәрә. 1939 йылда «Бюллетень ВАГО» журналының 3-сө һанында Рудневаның «Биологические наблюдения во время Солнечного затмения 19 июня 1936 г.» тип аталған беренсе ғилми мәҡәләһе баҫылып сыға.
 
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланған ваҡытта , Женя өсөнсө курсты тамамлап, яҙғы имтихан сессияһын бирә. Үҙ һөнәренә, алыҫ йондоҙҙарға ғашиҡ булған студент ҡыҙға оло киләсәк юрайҙар, әммә ул һуғыш тамамлайынса уҡымаҫҡа һәм фронтҡа китергә ҡара итә.
 
Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың октябренән, штурман мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1942 йылдың май айынан, штурман экипажы. 46-сы гвардия төнгө авиаполкы (325-се төнгө бомбардировка авиадивизия, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) гвардия өлкән лейтенанты дошмандың тере көстәрен, кисеүҙәрен, тимер юлы эшелондарын юҡ итеү буйынса 645 хәрби осош яһай. Төньяҡ-Кавказ аръяғы, [[4-се Украин фронты|4-се Украина фронттарында ҡатнаша]]. Төньяҡ Кавказ, Тамань һәм Керчь ярымутрауҙарында һуғыша. 1943 йылдан [[Советтар Союзы Коммунистар партияһы|ВКП(б)]] ағзаһы
 
Ҡыйыу осоусы 1944 йылдың 9 апрелендә Пана Прокопьева менән хәрби заданиены үтәгән ваҡытта Ҡырым АССР-ының Керчь ҡалаһынан төньяҡтараҡ батырҙарса һәләк була. Керчь ҡалаһында 1944 йылдың 4 авгусында Хәрби мемориаль зыяратында ерләнә. Уға [[Советтар Союзы Геройы]] исеме бирелә.<blockquote class="ts-Начало_цитаты-quote"></blockquote><br /><blockquote class="ts-Начало_цитаты-quote">
 
 
<templatestyles src="Шаблон:Конец цитаты/styles.css" /></blockquote>
 
== Наградалары ==