Эдуард Тельч: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Тельч, Эдуард" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:17, 29 март 2020 өлгөһө

Эдуард Тельч (Эде Тельча, нем. Eduard Teltsch, венгр. Telcs Ede; 12 май 1872, Байя, Венгрия18 июль 1948, Будапешт) — венгр скульпторы һәм медальеры.

Эдуард Тельч
мадьярса  Eduard Teltsch
Фотография
Тыуған:

12 май 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2]

Тыуған урыны:

Байя (Венгрия), Венгрия

Үлгән:

19 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (76 йәш) или 18 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3] (76 йәш)

Үлгән урыны:

Будапешт, Икенсе Венгрия Республикаһы[d][4]

Ил:

 Венгрия[5]

 Работы

Биографияһы

Эдуард Тельч Суботицала гимназияла уҡый, һуңынан 1887 йылдан Будапештта һөнәрселек мәктәбендә уҡый. 1888 йылда Вена сәнғәт академияһына уҡырға инә, унда 1892 йылға тиклем Эдмунд фон Хельмерҙа скульптура өйрәнә һәм 1892 йылда Фюгер премияһы менән бүләкләнә. Артабан 1895 йылға тиклем Тельч скульптураға махсуслашҡан мәктәптә Каспар фон Цумбушта уҡый. 1893 йылда уның беренсе эштәре Мючарнокела күрһәтелә 1895 йылда Тельч Дьердя Залыла эшләй, ә 1896 йылда Будапештта үҙ оҫтаханаһын аса. 1896 йылда Тельчтың скульптуралары Будапешттың күргәҙмәһендә ҡатнаша, 1906 йылда Тельч портерттары Миланда Бөтә донъя күргәҙмәһендә күрһәтелә. Эдуард Тельч Будапештта Гремеш һарайының фасадын биҙәү өсөн Томас Гремештың скульптура портретын, Кечкеметта Лайош Кушуту һәйкәлен, сәйәсмән Дежё Силадьяның бюсын, Вёрёшмарти майҙанында Михай Вёрёшмарти һәйкәлен (Эдуард Каллош менән берлектә), Будапештта Батырҙар майҙанындағы ансамбль өсөн Ласло һынын һәм Миклош Барабаш һәм Михай Мункачи ҡәберҙәрендәге һәйкәлдәрҙе төҙөй.

Эде Тельч Италия, Франция, Англия һәм Германия буйлап күп сәйәхәт итә, 1920—1922 йылдарҙа Утрехтта йәшәй. Тыуған иленә ҡайтыу менән «Геллерт» ҡунаҡханаһында һыу инеү урыны өсөн балалар скульптура төркөмөн һәм Варошлигетеҙа Вайдахуньяд һарайы янында Игнац Альпар һәйкәлен төҙөй

Ференц Сарновский һәм Фелюп Бек менән бергә Эде Тельч венгр медальер сәнғәтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Тельч сәйәсмәндәр Ференц Деак[6] һәм Дьюла Андраша[7] , рәссам Ференц Сольдатич шһәм музыкант Давид Попперҙың[8] портреттары менән миҙалдар һәм плакаттар, «Материнство» һәм «Сидящий фавн» миҙалдары төҙөй. Тельчтың эштәре Антверпенда, Дрезденда, Брюсселдә, Монцта, Барселонала, Парижда һәм Венецияла, шулай уҡ Сент-Луиста Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡатнаша. Эдуард Тельч оҫтаханаһында скульпторҙар Дьюла, мураньи, Лайош Беран, Йожеф Ременьи һәм Пауль Винче эшләй. Эдуарл Тельч ҡулланма сәнғәттең венгр йәмғиәтендә тора. Фаркашрети зжыяратында ерләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
  2. Ede Telcs // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  3. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. https://rkd.nl/explore/artists/98821
  5. RKDartists (нидерл.)
  6. mke.hu
  7. europeana.eu
  8. eremkedvelok.hu

Һылтанмалар