География: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
[[Рәсем:Physical world.jpg|thumb]]
'''Геогра́фия''' ([[грек теле|грек телендә]] γεωγραφία, ерҙе тасуирлау) — Ерҙе тасуирлаған, йәғни [[Ер (планета)|Ерҙең]] ''географик тышлығын'' тикшергән фәндәр системаһы. ''Географик тышлыҡ'' иһә [[литосфера]], [[атмосфера]], [[гидросфера]] һәм [[биосфера|биосфераның]] бер-береһенә үтеп инеү һәм йоғонто яһау сфераһы итеп аңлайҙар. Физик география был тышлыҡтың физик асылы менән шөғөлләнә (уның элементтарының бер-береһенә ҡарата урынлашыу һәм унда барған процестар менән). Шунан тыш, географияның сәйәси, социаль һәм иҡтисади тармаҡтары бар. Был һуңғы йүнәлештәр кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәрен географик аспекта өйрәнәләр.
 
== Өйрәнеү объекты ==
'''''Географияның өйрәнеү объекты ''''' булып   географик мөхит компоненттарының урынлашыу һәм үҙ-ара тәьҫир итешеү ҡанундары һәм тәртибе, уларҙың төрлө кимәлдәге үҙ-ара ҡушылмалары тора.
 
Өйрәнеү объектының ҡатмарлылығы һәм өйрәнең дәирәһенең киңлеге география фәнен махсуслашҡан фәнни дисциплинларға бүлә.
 
Шулай итеп, дөйөм һәм берҙәм география фәндәре системаһы тәбиғи (физико-географик ) һәм ижтимағи (социаль-экономик ) географик фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ, географик картографияны ла айырым география дисциплинаһы итеп ҡарайҙар.
 
География — бик боронғо фәндәрҙең береһе. Уның күп кенә нигеҙҙәренә башланғыс эллин дәүеренән үк һалынған. Беҙҙең эраның I быуатында күренекле географ [[Клавдий Птолемей]] шуларҙың барыһын берләштереп ҡуя.
 
Көнбайыш географияһының сәскә атыуы Яңырыу дәүеренә тура килә. Был эллинизм ҡаҙаныштарын ҡайтанан ҡарап сығыу, картографияла Герхард Меркатор исеме менән ҡаҙаныштарға бәйле.
Хәҙерге заман академик географияна нигеҙ XIX быуаттың тәүге осоронда Александр Гумбольдт һәм Карл Риттер тарафынан һалына.
 
== Физик география ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/География» битенән алынған