21 март: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
22 юл:
* [[Нуриев Зыя Нурый улы]] (1915—19.10.2012), СССР-ҙың [[КПСС|партия]] һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1957—1969 йылдарҙа [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты]]ның 1-се секретары, 1969 йылдан СССР-ҙың әҙерләүҙәр министры, 1973—1985 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре докторы (1966). [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1975).
* [[Йәнекәев Дәрд Ғәли улы]] (1925—13.04.2016), ғалим-психиатр. 1966—1973 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт медицина институты]] уҡытыусыһы. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). 2‑се дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены|Ватан һуғышы]] (1985) һәм [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ]] (1944) ордендары кавалеры. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Сығышы менән [[Бәләбәй]] ҡалаһынан.
* [[Нухов Фәрит Әйүп улы]] (1930—19.303.1990), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1948—1950 һәм 1954—1990 йылдарҙа [[Өфө моторҙар эшләү заводы]]ның (производство берекмәһенең) слесарь-йыйыусыһы. [[Башҡорт АССР-ы]]ның 10-сы һәм 11-се саҡырылыш [[БАССР Юғары Советы|Юғары Советы]] депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Иглин районы]] [[Меңйетәр]] ауылынан.
* [[Кәримов Вил Сәғит улы]] (1935—31.10.2017), режиссёр, дәүләт эшмәкәре. 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Учалы районы]] [[Кәрим (Учалы районы)|Кәрим]] ауылынан.
* [[Илизаров Симон Семёнович]] (1950), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975 йылдан СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәне һәм техника тарихы институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — директор урынбаҫары, 2004 йылдан — «Фән һәм техника» мәғлүмәт аналитика үҙәгенең бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Рәсәй гуманитар университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/21_март» битенән алынған