Давиденкова Евгения Фёдоровна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Евгения Федоровна Давиденкова 1902 йылда [[Санкт-Петербург]]<nowiki/>та тыуған.
 
1927 йылда [[Иркутск]] дәүләт университетының медицина факультетын тамамлай, [[Улан-Удэ]] ҡалаһының дауалау-профилактика учреждениеларында невропатолог булып эшләй. 1934 йылдан 1937 йылға тиклем — СССР Медицина фәндәре академияһының Эксперименталь медицина институтында аспирант була. ИЭМ. 1937 йылдан 1955 йылға тиклем [[Ленинград]] табиптарҙы камиллаштырыу институтында невропатология кафедраһының ассистенты булып эшләй. 1948 йылдан 1952 йылға тиклем нейроинфекцияның — ике тулҡынлы менингоэнцефалиттың яңы формаһын өйрәнеүҙә әүҙем ҡатнаша һәм 1952 йылдан 1955 йылға тиклем полиомиелитҡа ҡаршы тере вакцинаның клиник апробацияһы буйынса [[Эксперименталь медицина институты|СССР Медицина фәндәре академияһы Эксперименталь медицина институтының вирусология бүлегендә]] эшләй<ref>Давиденкова Евгения Фёдоровна.&#x20;''Большая медицинская энциклопедия''.&#x20;<small>Дата обращения 8 марта 2020.</small></ref><ref name="Давиденкова Евгения Фёдоровна: университет в лицах"/>
 
1955 йылда «Диэнцефальная эпилепсия» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1955 йылдан 1972 йылға тиклем — дипломдан һуң белемдең Санкт-Петербург медицина академияһында нервы ауырыуҙары кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта 1961 йылдан — СССР Медицина фәндәре академияһының медицина генетикаһы лабораторияһы мөдире. 1963 йылда Е. Ф. Давиденкова СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, уға медицина генетикаһы буйынса академик төркөм бирелә, уның менән ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем етәкселек итә. Е.Ф. Давиденкова тарафынан СССР-ҙа тәүге тапҡыр хромосомалы ауырыуҙарҙың йышлығының популяцион тикшереүе үткәрелә, хромосомалы ауырыуҙарҙың һәм уның варианттарының классик формаларына характеоистика бирелә, енси хромосомаларҙың һәм аутосомаларҙың төрлө аномалиялары һүрәтләнә, организмдың индивидуаль үҫешендә Х-хромосоманың айырым участкаларының роле асыҡлана, бер нисә күп генлы ауырыуҙарҙың (мускул дистрофияһы, дорсион дистония, гепатолентикуляр дегенерация, гомоцистинурия) патогенезы тасуирлана, полиген ауырыуҙарына (диабет, ҡан-тамыр патологияһының ҡайһы бер формалары) нәҫелдән-нәҫелгә килгән бирешеүсәнлек буйынса һәм лейкоз генетикаһы, шулай уҡ аномаль геном эксперссияһының механизмдары буйынса тикшереүҙәр үткәрелә<ref name="Давиденкова Евгения Фёдоровна">{{Cite web|author=|url=https://бмэ.орг/index.php/ДАВИДЕНКОВА_Евгения_Федоровна|title=Давиденкова Евгения Фёдоровна|lang=|publisher=|date=|accessdate=2020-03-08}}</ref>.
 
1996 йылда [[Санкт-Петербург]]<nowiki/>та вафат була, Богослов зыяратында ерләнгән.
 
== Библиографияһы ==