Гвоздикова Наталья Фёдоровна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
Бөтә Союз дәүләт кинематография институтын (ВГИК) театр һәм кино артисы һөнәре буйынса тамамлай, ([[1967 йыл|1967]]—[[1971 йыл]]дар, Сергей Герасимов һәм Тамара Макарованың актерлыҡ оҫтаханаһы). [[1971 йыл|1971]]—[[1993 йыл|1993]] йылдарҙа — киноактер театр-студияһы артисы.
 
[[1978 йыл]]да «[[Рождённая революцией]]» фильмындағы эше өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. [[1983 йыл]]да [[РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы]] исеме бирелә. [[1976 йыл]]дан СССР кинематографистар Союзы ағзаһы. [[1993 йыл]]дан [[:ru:Ника (кинопремия)|«НИКА»]] академияһының мөхбир ағзаһы.
 
=== Ғаилә тормошо ===
Ире — РСФСР-ҙың халыҡ артисы Жариков Евгений Ильич (1941—2012). Улы — Жариков Федор Евгеньевич (1976). Апайы — Гвоздикова Людмила Федоровна (1941 й.), Аркадий Райкин етәкселегендәге [[Сатирикон (театр)|Ленинград дәүләт миниатюралар театры]] артисы.
 
Актер Евгений Жариков менән никах «[[Рождённая революцией]]» фильмында төшкәндә бер йыллыҡ танышлыҡтан һуң теркәлә. Фильм сценарийы буйынса ла шулай уҡ улар ирле-ҡатынлы булалар. [[1976 йыл]]дың 2 авгусында улдары Федор Жариков тыуа, ул сит ил телдәре институтын тамамлап, офицер дәрәжәһе ала, [[француз теле]] тәржемәсеһе була, хәҙерге ваҡытта самолеттар төҙөүҙә мәғлүмәт хәүефһеҙлеге хеҙмәте етәксеһе булып эшләй.
 
1992—2004 йылдарҙа Жариковтың журналист Татьяна Секридова менән романы була, уларҙың ҡыҙы Катя һәм улы Сергей тыуа. Секридова был бәйләнеш тураһында иғлан иткәс, Жариков мөнәсәбәттәрҙе туҡтата, һуңынан был турала үкенес менән телгә ала. Гвоздикова ирен ғәфү итә һәм никахтарын һаҡлап ҡала.