Горбачёва Раиса Максимовна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
79 юл:
[[1999 йыл|1999 йылдың 22 июлендә]] Рәсәй медицина фәндәре академияһы гемотология институтын етәкләгән Горбачёвтарҙың ғаилә табибы һәм дуҫы<ref>{{Cite web|url=http://www.kommersant.ru/doc/223712|title=У Раисы Горбачёвой не рак|author=Вансович Е.|date=1999-08-13|work=Коммерсантъ, 1999, № 144 (1788)|publisher=kommersant.ru|accessdate=2013-02-09|archiveurl=https://www.webcitation.org/6ELHGipgM?url=http://www.kommersant.ru/doc/223712|archivedate=2013-02-11}}</ref> А. И. Воробьёв, Раиса Горбачёвала ауыр сир — лейкоз таба. Сирҙең сәбәптәре тип башҡа ауырыуҙарҙан өҙлөгөү, медикаменттар эҙемтәһе, стресс күрһәтелә. Бәлки, был ауырыу эҙемтәләре булып, Семипалатинск ҡалаһында [[1949 йыл]]да үткәрелгән ядро һынауҙары һәм уның [[Рубцовск|тыуған ҡалаһын]] ҡаплаған радиоактив болот эҙемтәһе булыуы ла бик мөмкин тип фаразлана. Шулай уҡ Горбачёваның сиренең бер сәбәбе булып[[1986 йыл]]ғы [[Чернобыль АЭС-ы|Чернобыль АЭС-ындағы]] афәтте барып күреүе һәм нурланышҡа дусар булыу мөмкинлеге лә атала.
 
[[1999 йыл|1999 йылдың 26 июлендә]] Р. М. Горбачёва, ире һәм ҡыҙы оҙатыуында, онкология сирҙәрен уңыштары менән билдәле Вильгельм исемендәге Вестфаль университетымедицина клиникаһына [[Мюнстер]] ҡалаһына килә. Бында Европаның күренекле [[Гематология|гематолог]] һәм онкологтарының береһе профессор [[:de:Thomas Büchner|Томас Бюхнер]]<ref>{{Cite web|url=http://www.kommersant.ru/doc/225903|date=1999-09-21}}</ref>күҙәтеүе аҫтында ике ай самаһы дауалана. 1999 йылда Р. М. Горбачёваның һаулыҡ торошо тураһындағы бюллетендәр барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында тапшырыла. һәм был хәл уны: «Моғайын, кешеләр мине аңлаһын өсөн, мин шундай ҡаты сиргә тарырға һәм вафат булырға тейеш булғанмындыр» тигән һүҙҙәр әйтергә мәжбүр итә.<blockquote>«Әгәр ғәҙел булайым тиһәң, сиренең аҙағы хәйерле булыу ихтималлығы бик аҙ ине , — тине Горбачёваны дауалаусы табип, профессор Т. Бюхнер. — Тәүҙә уға химиотерапия тәғәйенләнек, шунан һуң беҙ һөйәк мейеһен күсереп ултыртыуға өмөт иткәйнек. Бер туған һеңлеһе Людмила Титаренко донор булырға тейеш ине. Әммә химиотерапия үткәргәндә, иммунитет ҡырҡа түбәнәйә һәм инфекция үтеп инеү хәүефе арта. Раиса Максимовнала тап шул осраҡ күҙәтелде. Бер ваҡыт ул ыңғай яҡҡа ҡырҡа үҙгәреше менән ҡыуандырҙы, һәм беҙ, ҡотолдорғос операцияны тиҙ арала үткәреү мөмкин булыр тип ышандыҡ. Әммә уның хәле ҡапыл насарайҙы — ул комаға иҫһеҙ торош китте. Һәм ул, аңына килә алмай, вафат булды»{{Sfn|Обоймина, Татькова, 2007}}.</blockquote>[[1999 йыл|1999 йылдың 20 сентябрендә]] урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 3-тәр тирәһендә баҡыйлыҡҡа күсә, Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә<ref>[http://lenta.ru/russia/1999/09/20/gorbacheva/ Скончалась Раиса Горбачёва: Россия: Lenta.ru, 20.09.1999.] {{Wayback|url=http://lenta.ru/russia/1999/09/20/gorbacheva/|date=20131112010752}}</ref>.
 
== Ғаиләһе һәм шәхси тормошо ==
102 юл:
* Горбачёв-Фонды арҡаһында [[2007 йыл]]<nowiki/>да [[Санкт-Петербург]]та Балалар гематологияһы һәм трансплантологияһы институтын Р. М. Горбачёва исемен биреү мөмкин була. Институтты асҡанда, Рәсәй Федерацияһының төп гематологы Александр Румянцев «Раиса Горбачёва тырышлығы менән 1994 йылда Рәсәйҙә беренсе булып балалар гематологияһы һәм трансплантология бүлеге асылды, ә бөгөн бындай бүлектәр 84» тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
* [[2009 йыл|2009 йылдың 16 июнендә]] Михаил Горбачёв Раиса Максимовнаның вафатына 10 йыл айҡанлы, ҡатынына бағышлап «Раисаға йырҙар», диск сығарҙы. Дискыла Андрей Макаревичҡа үҙе ҡушылып йырлаған Раиса Максимовна яратҡан ете романс яҙылды тип һөйләне Горбачёв. Диск [[Лондон]]да Хәйриә аукционына ҡуйыла һәм күпләп таралмай.
* 2014 йылдың декабрендә британия Милли архивы М. С. Горбачёвтың хәләл ефете менән 30 йыл элек, 1984 йылдың декабрендә, Лондонға тәүге визитына ҡағылышлы хөкүмәт архивы документтарын халыҡ иғтибарына тәҡдим итә. Асыҡланыуынса, визиттан һуң Раиса Максимовна Бөйөк Британияның ауыл хужалығы министры Майкл Джоплинг менән хат алышҡан. Уның менән премьер-министр Маргрет Тэтчерҙың Чекерс резиденцияһында уҙған һөйләшеүҙәрҙә таныша һәм уға картуфтан әҙерләнгән аш-һыу рецептарын һәм шуның менән ашнаҡсы китабын да ебәрә. Британ гәзите The Telegraph был тарих тураһында яҙа<ref>[http://www.gazeta.ru/lifestyle/news/2014/12/30/n_6794021.shtml Telegraph: Раиса Горбачёва отправляла британскому министру рецепты блюд из картошки]</ref>.
 
=== Кинола һынландырылыуы ===