Кириллова Евдокия Федотовна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Евдокия Федотовна Кириллова ''' ([[15 апрель]] [[1927 йыл]]  — [[1 июль]] [[2005 йыл]], Баҡалы ауылы)  — Башҡорт АССР-ы [[Баҡалы районы]]ның «Ленин юлы» колхозының өлкән ҡош ҡараусыһы, [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]]. Баҡалы районының почетлы гражданы.
 
КПСС ағзаһы, КПСС-тың XXII съезы делегаты.
 
== Биографияһы ==
Кириллова Евдокия Федотовна [[1927 йыл]]дың 15 апрелендә БАССР Баҡалы районының Яңы Илек ауылында тыуған. Белеме  — башланғыс.
 
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1939 йылдың июнь айында Баҡалы районының «Яҡты шишмә» колхозында башлай. 1945 йылдың май айынан сусҡа ҡараусы, көтөүсе һәм һауынсы булып эшләй. 1958 йылдың сентябрендә Баҡалы районының «Ленин юлы» колхозында өлкән ҡош ҡараусы булып тәғәйенләнә.
 
Е. Ф.  Кириллова бигерәк тә колхоздың ҡошсолоҡ фермаһында яҡшы эшләй. Эшенең беренсе йылында һәр йомортҡа һала торған тауыҡтан 75 дана йомортҡа, 1959 йылда  — 150 йомортҡа, 1960 йылда − 156 йомортҡа ала. Ирешкән уңыштарҙа туҡтап ҡалмай, ашатыуҙың алдынғы ысулдарын ҡуллана, ҡатнаш аҙыҡтар бирә, туҡланыу рационын үҙгәртә, һөҙөмтәлә байтаҡ уңыштарға өлгәшә: һәр тауыҡтан 1961 йылда 180 йомортҡа, 1963 йылда  — 205, 1965 йылда  — 215 дана йомортҡа ала.
 
1965 йылда фермала ҡоштар тулыһынса йәш ҡоштар менән яңыртыла, йомортҡа һала торған тауыҡтарҙың дөйөм һаны 5 076 башҡа етә. Быға ҡарамаҫтан, тулайым йомортҡа йыйыу колхозда кәмемәй, ә арта ғына. Һуңғы алты йыл эсендә (1959—1965) Е. Ф.  Кириллова 2 325,3 дана йомортҡа ала.
 
Йомортҡа етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән Е.  Ф.  Кирилловаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
 
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының алтынсы саҡырылыш депутаты (1963—1967).
 
Кириллова Евдокия Федотовна 2005 йылдың 1 июлендә вафат була.
 
== Наградалары ==
 
* [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] ([[1966 йыл|1966]])
* [[Ленин ордены]] (1960, 1966), Октябрь Революцияһы (1971) ордендары, [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]](1973), миҙалдар менән бүләкләнгән.
 
== Хәтер ==
Е Ф. Кириллова исеме менән Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районының Баҡалы ауылында урам аталған.
 
== Библиография ==
Юл 31 ⟶ 30:
 
== Әҙәбиәт ==
 
* Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
* Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.